Сарала ҡатнашыусылар китап хаҡында тәрән йөкмәткеле фекерҙәрен әйтте, уның тап бөгөнгө көндәге актуаллеген һәм мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Илнур Илдар улы Мөхйәнов авторға ҙур рәхмәтен белдерҙе һәм “ҡәләм көсө”нөң ниндәй ҙур ҡөҙрәткә эйә булыуын билдәләне.
Ҡалмыҡ милләтенән булған, МХО-ла ҡатнашыусы Көньяҡ хәрби округ идаралығы офицеры, капитан Влад Лиджиев үҙ сығышында: “ Бөгөнгө күркәм сарала ҡатнашыуыма сикһеҙ шатмын. Яугирҙарға ярҙам күрһәтеү, МХО биләмәһенә сәфәр сығып, уларҙың батырлыҡтары хаҡында очерктар яҙып, гәзит-журнал биттәрендә яҡтыртыу йәһәтенән Башҡортостан – иң беренселәрҙән һәм башҡа төбәктәргә ҙур үрнәк булып тора”, – тине.
Күңелдең иң нескә ҡылдарына сиртер осрашыуҙа махсус хәрби операция ветерандары “Томан”, “Мырҙа”, “Боҫман” позывнойлы яугирҙарҙың һәр һүҙе йөрәккә үтте. Ә китап авторы Мөнир Ҡунафиндың сығышын тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине: «Миңә һигеҙ йәш тулғанда өләсәйем үлде, тәү тапҡыр үлемдең, юғалтыуҙың ни икәнен мин шул ваҡытта тойҙом. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яңғыҙ ҡалған олатайым янында ике йыл йәшәнем. Һуғыш хаҡында йыш һөйләмәне ул, шулай ҙа ейәненең һорауҙарына яуап бирер ине. Ҡан-ҡойош бөтөүгә ҡырҡ йыл үтһә лә ул төндәрен һаташа торғайны. Беҙ малай саҡтан һуғыш хаҡында китаптар уҡып, кинолар ҡарап, атыш уйындары уйнап үҫтек. Икегә бүленеп уйнағанда берәүҙең дә фашист булғыһы килмәй ине. Сөнки һәр бала күңелендә совет һалдаты – иң ҡыйыуы, иң ғәҙеле, иң батыры булды. Минән йыш ҡына: “Ниңә һуғыш тураһында яҙаһың?” – тип һорайҙар. Һуғыш тураһында яҙыуы еңел түгел, ләкин уны беҙ яҙмаһаҡ, кем яҙа?! Был тарих һәм киләсәк быуынға уны беҙ еткерергә тейешбеҙ. Мәктәп йылдарында Еңеүҙең 40-йыллығына арнап яҙылған тәүге хикәйәм дә партизан малайҙар хаҡында ине. Афған һәм Чечен һуғышы ветерандары тураһында ла яҙҙым, бөгөн иһә махсус хәрби операция хаҡында яҙам”, –тине ул.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәновтың комбат монологы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлсөм Бикбулатованың “Һеҙ ҡайтығыҙ!” йыр-бүләге сараның сағыу бер биҙәге булды.