-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
5 Декабрь , 19:32

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш

3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияларының тура эфирында республика халҡының көнүҙәк һорауҙарына яуаптар ҡайтарҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш

Төбәк етәксеһенә барлығы 9,5 меңгә яҡын мөрәжәғәт, шул иҫәптән 276 видеоролик килгән. Халыҡ социаль селтәрҙәрҙә – 4,5 мең, телеграм-бот аша – 3,1 мең, Башҡортостан Башлығы сайтына – 1,3 мең һорау һәм Кире бәйләнеш платформаһы аша 600-ҙән ашыу мөрәжәғәт ебәргән. Һорауҙарҙың барыһы буйынса ла яуаптар әҙерләнә йәки тейешле ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

– Йола буйынса йыл аҙағында беҙ Тура бәйләнеш ойошторабыҙ. Аралашыу барышында халыҡтың барлыҡ һорауҙарына ла яуап бирергә тырышырмын, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: барлыҡ мөрәжәғәттәр өҫтөндә лә эшләйәсәкбеҙ. Нимәнелер шунда уҡ төҙәтербеҙ, ҡайһылары күрһәтмә булараҡ теркәлер. Әммә мин, халҡыбыҙҙы борсоған һорауҙарҙың барыһы ла аныҡ эштәрҙә һәм ҡарарҙарҙа сағылыш тапһын өсөн, тырышасаҡмын.

***

Ил Президенты Владимир Путин менән осрашыуҙар тураһында

– Президенттың килеүе – ул һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ һәм күләмле мәсьәләләр. Дәүләт етәксеһенең  беҙҙең республикаға һуңғы тапҡыр килеүе «Рәсәй – спорт державаһы» форумы эшендә ҡатнашыуы менән бәйле ине. Машинала барғанда аралашырға байтаҡ ваҡытыбыҙ булды.

Мин Башҡортостандағы хәлдәр, нимә менән шөғөлләнеүебеҙ, ҡайһы йүнәлештә үҫеүебеҙ хаҡында һөйләп бирҙем. Республиканың махсус хәрби операцияға ярҙам итеү буйынса эш алып барыуы, беҙҙең подразделениелар хаҡында еткерҙем. Владимир Владимирович ундағы хәлдәрҙең географияһы менән яҡшы таныш. Әлбиттә, барлыҡ көстө егеттәргә ярҙам итеүгә йүнәлтеү хаҡында үтенес булды.

Иҡтисади үҫеш буйынса ла эштәр ыңғай бара. Беҙҙең республика – Рәсәй Федерацияһының терәге, тип һәр ваҡыт ғорурланып әйтәм. Был беҙҙең иҡтисадта һәм Президентыбыҙҙы хуплауға йүнәлтелгән яҡшы күрһәткестәрҙә сағыла.

Ауыл хужалығына ҡағылышлы бер нисә иҫкәрмә алдым. Уҙған йыл беҙҙең өсөн еңелдән булманы. Быйыл иһә, ямғырҙарға бәйле, баҫыуҙарыбыҙ һаҙлыҡҡа әйләнде. Әле күрһәткестәрҙе тигеҙләйбеҙ, алға табан барырға теләйбеҙ. Ашығыс медицина ярҙамын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса бурысты ла үтәргә килештек.

Дөйөм алғанда, ул аралашыу барышында бик иғтибарлы кеше. Ил Президентының республикаға һәм уның халҡына һәр ваҡыт бик тәрән ихтирам менән ҡарауын билдәләргә теләйем.

***

Башҡортостан урмансылары исемендәге паркта йорттар төҙөү мөмкинлеге хаҡында

– Ҡайһы берҙә төҙөүселәр парк зоналарында йорттар күтәреү менән ҡыҙыҡһына – был отошло бизнес. Әммә Урмансылар паркына килгәндә, ул федераль ҡануниәт тарафынан юғары кимәлдә һаҡлана, сөнки ҡала урмандары. Был үҙе үк етди факт. Әгәр беҙ яҡлау өсөн ниҙер етмәүен күрһәк, йә инициатива менән федераль кимәлгә сығырға, йә республика саралары ярҙамында эш итергә тейеш булабыҙ. Әлеге хоҡуҡи нигеҙ етерлек, тип иҫәпләйем. Бында властың күсәгилешлеге, йәмәғәт контроле, кешеләрҙең позицияһы бар.

Бөгөн мин Урмансылар паркында булдым, халыҡ менән аралаштым. Хәтеремдә, республикаға эшкә ҡайтҡас, паркка барғайным. Унда кеше күп йыйылған ине, паркта тәртип урынлаштырыуҙы үтенделәр. Һәм, сираты еткәс, беҙ Урмансылар паркын тәртипкә килтерҙек. Төп бурыстар үтәлде – юлдар һалынды, яҡтыртыу системаһы ҡуйылды, парк таҙартылды.

Бөгөн беҙ ҙур булмаған объекттар, мәҫәлән, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡ булдырыу мәсьәләһен тикшерҙек. Кешеләр өсөн уңайлы шарттарҙы тап ошондай элементтар булдыра ла инде.

Шулай уҡ, эргәмә килеп, спорт блогында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бер генә ҡоролма ла юҡ, тинеләр. Был беҙҙең эшләп еткермәүебеҙ. Технологиялар үҫешә, спорт менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә шөғөлләнә алырлыҡ ҡоролмалар байтаҡ.

Минеңсә, Урмансылар паркы яңы һулыш алды. Бөгөн унда халыҡ бик күп булды. Был күркәм урын, Өфөнөң үҙенсәлекле паркы. Унда яҡшы ял итергә һәм ваҡытты файҙалы үткәрергә мөмкин.

***

Башҡортостанда хеҙмәт баҙары һәм эш хаҡы тураһында

Башҡортостанда эш хаҡтары ҡасан артыр тигән һорау Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә социаль селтәрҙәр аша ҡабул ителде. Һуңғы ике йылда республикала уртаса эш хаҡы арта, был иҡтисадтың, шул иҫәптән эшкәртеү сәнәғәтенең йылдам үҫеше менән бәйле, тип билдәләне төбәк етәксеһе.

– Төбәк буйынса уртаса эш хаҡы – 66 мең һум самаһы, ул һуңғы бер нисә йылда ярайһы уҡ артты, – тине Радий Хәбиров. – Әлегә Рәсәй төбәктәре рейтингында беҙ беренселәр рәтендә түгел – 35-се һәм 40-сы урындар араһында. Быға бер нисә макроиҡтисади аңлатма бар, һәм беҙгә алға барырға кәрәк. Әммә республикала эш хаҡтары артыр, тип күҙаллайым.

Башҡортостан Башлығы, белгестәр республикала ҡалһын өсөн, ниндәй саралар күрелеүе тураһындағы һорауға ла яуап бирҙе.

– Беҙҙә табиптарға, уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, тренерҙарға ярҙам итеү саралары байтаҡ. Төрлө программалар эшләй. Иң мөһиме – беҙҙә миграция үҫеше күҙәтелә. Республикаға килеүселәр һаны күсеп китеүселәргә ҡарағанда күберәк, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Беҙҙең колледждарҙы һәм юғары уҡыу йорттарын һайлаған йәштәрҙең миграция сальдоһы ныҡ үҙгәреүе бик мөһим.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындары ун беренсе класты тамамлаусылар һаны менән тап килә тиерлек.

– Һәр сығарылыш уҡыусыһы бюджет урынына эләгеү мөмкинлегенә эйә. Был бик мөһим, – тип йомғаҡ яһаны төбәк етәксеһе.

***

Эш сәфәрҙәре барышындағы йөкләмәләр тураһында

– Төбәк етәксеһенең сәфәрҙәре – урындағы хәлдәрҙе тәрәнерәк аңлау, нимәгәлер йоғонто яһау, ниҙер тикшереү мөмкинлеге. Ысын күңелдән һиңә өмөт бағлаған кешеләр менән аралашҡанда, көсһөҙлөк күрһәтергә ярамай. Ниндәй мәғәнәлә? Барыһын да шунда уҡ хәл итеп булмай. Кешеләрҙең проблемалары күп, әммә әгәр һин нимәлер вәғәҙә итәһең икән, уны мотлаҡ үтәргә тейешһең.

Минең һәр эш сәфәрем – ул рәсмиләштерелгән йөкләмәләр. Уларҙы биләмәләр кураторҙары – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре – теркәй, улар мине сәфәрҙәр барышында һәр ваҡыт оҙатып йөрөй. Артабан мәсьәләнең кемдең яуаплылығында булыуын билдәләйбеҙ. Бер өлкән иптәшем: «Әгәр һин үҙең ҡушҡан эштәрҙең үтәлешен контролдә тотмайһың һәм талап итмәйһең икән, идара итеү барышында бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ», – тигәйне. Шуға күрә йөкләмә, үтәлгәнгә тиклем, республика Башлығының Контроль идаралығы күҙәтеүе аҫтында ҡала.

Мин етенсе йыл эшләйем, шуға күрә бөгөн бик күп йөкләмәләр ғәмәлдә. Вәғәҙә итәм икән – эшләйәсәкбеҙ, тип һәр саҡ әйтәм. 2019 – 2020 йылдарҙа биргән күрһәтмәләр ҙә бар – әлбиттә, бер аҙ тотҡарлыҡ була. Әммә беҙ республиканың һәм илдең бөгөнгө хәленән сығып эш итәбеҙ.
Миҫал килтерәм. Баймаҡ районы, Урғаҙа ауылы. Кешеләр мине уратып алды: «Радий Фәрит улы, һыу юҡ», – тиҙәр. Мин: «Әйҙәгеҙ, эшләйек», – тинем. Йөкләмә бирҙем. Ике йылдан һуң улар миңә: «Радий Фәрит улы, һеҙ вәғәҙә иттегеҙ бит», – тиҙәр. Эйе, вәғәҙә иттем. Бөгөн инде проектлау эшләнде, подрядсы билдәләнде. Киләһе йыл эште башлайбыҙ. Мин бының өсөн кешеләргә рәхмәтлемен – улар аңлап ҡабул итә «Эйе, беҙ түҙербеҙ», – тиҙәр. Әммә барлыҡ йөкләмәләрҙең ҙә етди контролдә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алам.

***

Республика Башлығы вазифаһында эш йомғаҡтары һәм Башҡортостан тарихындағы иң ҡыҙыҡлы осорҙар хаҡында

– Зыя Нури улы Нуриев етәкселек иткән йылдар бик ҡыҙыҡлы – асылда, һуғыштан һуңғы тергеҙеү эштәре. Миҙхәт Закир улы Шакиров осоронда – республиканың индустриаль каркасын формалаштырыу. Ә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов осорона туҡһанынсы йылдар эҙемтәләре тура килә. Ныҡлап ҡараһаҡ, һәр осорҙа ниндәйҙер еңеүҙәр һәм шул уҡ ваҡытта мөһим ваҡиғалар күҙәтелә. Үҙемдең төбәк етәксеһе булып эшләү осоро тураһында әйткәндә, ул бик ҡатмарлы ваҡытҡа тура килде. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙ бик ҡыҙыҡлы үҫеш,  ҡаҙаныштар осорон кисерәбеҙ. Халыҡтың сабырлығы өсөн бик рәхмәтлемен, улар һәр төрлө хәлде лайыҡлы күтәрә.

***

Өфөнөң «Новалэнд» биҫтәһендә мәктәп төҙөлөшөн тамамлау тураһында

Башҡортостан халҡының Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә социаль селтәрҙәр аша йүнәлткән һорауҙарының береһе Өфөнөң Затон биләмәһендәге «Новалэнд» биҫтәһендә мәктәп төҙөлөшөн тамамлауға ҡағылды.

– Затонда ярайһы уҡ ҙур төҙөлөш бара һәм йәш ғаиләләр бик күп, – тип билдәләне республика Башлығы. – Был мәктәп яҡынса 96 процентҡа әҙер. Ул ҙур, 1,5 мең самаһы уҡыусыға иҫәпләнгән. Объект концессия буйынса төҙөлдө. Әммә бөгөн бер концессионер изоляторҙа ултыра, икенсеһе сит илдә. Хәҙер беҙ был мәсьәлә буйынса бик ҡатмарлы һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Төҙөлөш эштәре күп ҡалмаған, мәктәп йылытыуға тоташтырылған да инде. Уны 2025 йылдың 1 сентябренә сафҡа индерергә тырышасаҡбыҙ.

 ***

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам тураһында

– Егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Республикала булған һәр мөмкинлек уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Махсус хәрби операция – беҙгә берләшергә ярҙам итеүсе ауыр һынау. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы – бөгөн йәмғиәттә төп кеше. Республика яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә тейеш һәм эшләйәсәк.

Һуңғы тапҡыр яугирҙар менән алғы һыҙыҡта осрашҡанда, ғәжәп хәл, тип әйтер инем – егеттәр бер ни ҙә һорамай. Беҙҙең барыһы ла яҡшы, тиҙәр. Был хәл миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Ысын ир-аттарса. Бер генә үтенестәре бар, һәм был хаҡта командирҙар менән һөйләшеү булды – ул радиоэлектрон көрәш саралары һәм FPV-дрондар менән тәьмин итеү.

Бер яугир Рәсәй Президенты менән Германияла бергә хеҙмәт иткән һәм уға сәләм тапшырыуҙы һораны. Мин был хаҡта Владимир Владимировичҡа әйттем. Президент: «Уға ла сәләм еткер», – тип яуап бирҙе.

Махсус хәрби операция биләмәһендәге егеттәрҙән үтенестәр күп булырға тейеш кеүек, әммә яугирҙар бары тик рәхмәт әйтә. Бына шундай һуғышсан рух уларҙа.

***

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырыу хаҡында

– Бөгөн беҙ махсус хәрби операция биләмәһенән яраланып ҡайтҡан хәрбиҙәр менән эш алып барабыҙ. Тәү сиратта, уларҙың һаулығын нығытыу өсөн, реабилитация тураһында уйлайбыҙ. Төп көс тап ошоға йүнәлтелә. Шуға ҡарамаҫтан, егеттәребеҙ менән эшләргә өйрәнәбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре депутат булып китә. Илеш районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир ауыл биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләнде.

МХО биләмәһенән ҡайтҡан егеттәр «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалына социаль координаторҙар булып та урынлаша. Улар ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең ихтыяждарын яҡшы аңлай.

Хәрби хәрәкәттәр тамамланғандан һуң, күп яугирҙар үҙ эш урындарына ҡайтыр. Уларҙың ҡайһы берҙәренең тормошҡа ҡарашы үҙгәрә. Беҙ уларға бик иғтибарлы булырға, кәрәкле ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ.

Әлбиттә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы идара итеү вертикалендә, шул иҫәптән республика Башлығы Хакимиәтендә лә күрәсәкбеҙ. Уникаль тормош тәжрибәһенә эйә, ҡыйыу, үткер, сыҙамлы, ниҙер менән килешмәүсе кешеләр – был сифаттар командабыҙҙы көсәйтә генә.

***

Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле тураһында

– Быйыл ҡурайсылар ансамбленә нигеҙ һалдыҡ. Ул инде гастролдәргә сыға. Ансамблдең төп бурысы – ҡурайҙа уйнау сәнғәтен үҫтереүҙә, был мираҫты, шул иҫәптән йәштәр өсөн дә, һаҡлауҙа флагман булыу. Быны, моғайын, ҡурайҙың популярлығын һәм милли инструмент булараҡ әһәмиәтен иҫәпкә алып, иртәрәк тә эшләргә мөмкин булғандыр.

Күп йәш егеттәрҙең ҡурайҙа уйнауы бик ҡыуаныслы. Был шәхестең гармониялы үҫешенә булышлыҡ итә. Беҙҙең бөтә сәнғәт училищеларында, шулай уҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтында ҡурай бүлексәләре бар. Бында юғары белем алырға һәм белгес булып сығырға мөмкин. Ҡурайсылар ансамбленә ҡабул итһендәр өсөн, ошо этаптарҙы үтергә һәм үҙеңә ышанырға кәрәк.

*** 

Өфөнөң трамвай паркын яңыртыу тураһында

Өфө халҡының Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә һорауҙарының береһе Черниковка биҫтәһендәге трамвай паркын яңыртыуға ҡағылды. Төбәк етәксеһе, автобустарҙы һәм троллейбустарҙы яңыртыу менән бер рәттән, республиканың баш ҡалаһында иҫке трамвайҙарҙы яңы техникаға алмаштырыу башланды, тип яуап бирҙе. Шул уҡ ваҡытта ҡалала трамвай селтәрен ремонтлау талап ителә.

– 2025 йылдан Өфөнөң иҫке райондарындағы рельстарҙы тәртипкә килтерә башлайбыҙ. Был беренсенән, – тине Радий Хәбиров. – Мин Мәскәү мэры Сергей Семенович Собянинға мөрәжәғәт иттем. Улар трамвайҙарын яңыларға алмаштыра. Шуға ярашлы, беҙ файҙаланылмаған техниканы республикаға тапшырыуҙы һораныҡ. Тәүге вагондар Башҡортостанға ҡайтарылды ла инде.

Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итеүенсә, декабрь башына ҡала 18 заманса трамвай ҡабул иткән, уларҙың дүртәүһе баш ҡала маршруттарына сыҡҡан. Ә паркты барлығы 69 машина менән тулыландырыу күҙаллана.

Радий Хәбиров был эште планлы рәүештә дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Ҡала үҙәгендә трамвайҙар йөрөй башланы ла инде. Артабан Өфөнөң төньяҡ өлөшөнә күсәбеҙ, унда ла трамвай юлдарын тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Алда билдәле бер эш көтөлә. Һыҙыҡ өҫтөнә алам: беҙ был мәсьәләне хәл итеү этаптарын билдәләнек, һәм уларҙы мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡбыҙ,  – тине төбәк етәксеһе.

***

Башҡортостан Хөкүмәтен раҫлау тураһында

– Беҙҙә бер ниндәй ҙә башҡарма власть бушлығы юҡ, Хөкүмәт эшләй. Әле тармаҡ министрҙарының күбеһе тейешле федераль ведомстволарҙа килешеү үтә. Мин Хөкүмәттең эшенән ҡәнәғәт, ул мин ҡуйған барлыҡ бурыстарҙы үтәй. Мәҫәлән, Рәсәй Хөкүмәтендә милли проекттарҙы әүҙем тикшерәләр – ул үҫештең, шул иҫәптән республикабыҙҙың да алға барыуының, төп ҡоралы. Улар өсөн федераль финанслау бүленә. Ҡайһы бер проекттар көсәйтелде, ҡайһы берҙәре үтәлде. Шуға күрә бер аҙ түҙегеҙ, бының бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ.

Әлбиттә, баһаны халҡыбыҙ бирә, әммә, минеңсә, Хөкүмәт эшемдең уҙған осоронда, бик ғәҙәти булмаған шарттарға ҡарамаҫтан, килеп тыуған проблемаларҙы ярайһы уҡ яҡшы хәл итте. Ҡатмарлы мәсьәләләр өҫтөндә эшләргә тура килде. Яңы составты раҫлау ваҡытын билдәләмәйем, тиҙ арала булыр, тип күҙаллайым. Андрей Геннадьевич Назаровҡа эше өсөн рәхмәтлемен. Һәм, нигеҙҙә, беҙ уны дауам итергә һөйләштек. Уның энергияһы, теләге һәм, иң мөһиме, тәжрибәһе бар.

***

Өфөлә Пугачёв урамын реконструкциялауҙы тамамлау ваҡыты тураһында

– Беҙ Пугачёв урамын 2024 йылдың аҙағына тиклем тапшырырға тейеш инек. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында был килеп сыҡманы. Объектты сафҡа индереү ваҡытын 2025 йылға күсерҙек. Әлбиттә, халыҡ алдында был уңайһыҙлыҡ өсөн ғәфү үтенәбеҙ. Ниндәйҙер урамдарҙы ремонтлау маҡсатында ябып ҡуйһаҡ, кешеләр өсөн был уңайһыҙ. Мин һәр ваҡыт төбәктең Транспорт министрлығына, муниципалитет етәкселәренә объекттарҙы сафҡа индереү ваҡытын күсереүҙең нимә менән бәйле булыуын һәм уларҙы тапшырыуҙың ҡасанға планлаштырылыуын халыҡҡа аңлатырға ҡушам.

Пугачёв урамында, бындай мөмкинлек барлыҡҡа килеү менән, беҙ хәрәкәт өсөн айырым участкаларҙы яйлап асабыҙ. 2024 йылдың декабрендә юлдың тағы бер өлөшөн тапшырабыҙ. Дөйөм алғанда, унда проблемалар комплексы күҙәтелә. Улар генераль подрядсы булған «Башкиравтодор» компанияһы эшмәкәрлеге, ҡайһы бер күсемһеҙ милек объекттарын һүтеү буйынса суд процестары менән бәйле.

Ғөмүмән, Пугачёв урамы – бик ҙур инфраструктур объект, уны беҙ федераль ярҙам менән бик тығыҙ ваҡыт эсендә яңыртабыҙ. Шуға күрә «Кузнецов затоны» биҫтәһендә йәшәүселәрҙән, беҙ был проектты тамамлағансы һәм юлдарҙағы хәлде яҡшыртҡансы, тағы бер аҙ түҙеүҙәрен һорайым. Ғөмүмән, транспорт инфраструктураһын яңыртыу буйынса күп йыллыҡ эш һөҙөмтәһендә Өфөлә тығындар менән хәлде еңеләйтеү мөмкин булды.

***

«Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү тураһында

– Беҙ бинаға экспертиза үткәрҙек. Нигеҙ, диуарҙар, көмбәҙ яҡшы хәлдә, манаралар торған ҡайһы бер урындарҙа ҡыйыҡты алмаштырырға кәрәк. Хәҙер проект-смета документацияһы менән шөғөлләнәбеҙ. Быйыл манаралар менән эште тамамларбыҙ, тип уйлайым. Хәҙер фасадты тышлауҙы проектлай башлайбыҙ, уның башлыса өлөшөн 2025 йылдың беренсе яртыһында эшләргә планлаштырабыҙ. Параллель рәүештә коммуникациялар менән шөғөлләнәсәкбеҙ. Бер нисә ҡатмарлы, әммә хәл ителә торған мәсьәлә бар. Тәүҙә тышҡы контурҙы тамамлайбыҙ, киләһе ҡышҡа инде йылытылған бинаға инәбеҙ һәм эстәге эштәргә тотонабыҙ.

Был эште башлауыбыҙ мөһим, нимә эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ, һәм бының менән шөғөлләнгән команда бар. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин ошо һорау менән яна, һәм был дөрөҫ. Беҙ финанслау мәсьәләһен күҙаллайбыҙ. Бында һүҙ бер нисә миллиард һум хаҡында бара. Был ҙур сумма. Өс йыл эсендә объекттың әҙерлеген 80 процентҡа еткерербеҙ, ә дүрт йыл дауамында был эште тамамларға тырышырбыҙ, тип уйлайым.

***

Өфөлә Воскресенский соборы төҙөлөшөн тамамлау хаҡында

Башҡортостандың баш ҡалаһындағы оҙайлы төҙөлөштәрҙән тағы бер дини объект – Воскресенский соборы. Тура бәйләнеш барышында уның яҙмышы тураһындағы һорау ҙа яңғыраны. Радий Хәбиров православие сиркәүе төҙөлөшөн тамамларға «Воскресенский соборы» хәйриә фонды ярҙам итәсәге хаҡында хәбәр итте. Уның ойоштороусыһы – «Роснефть» компанияһының вице-президенты Геннадий Букаев.

– «Рәсәй – спорт державаһы» форумына килгән саҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин халҡыбыҙ менән аралашырға тип туҡталды. Уға бик йылы һүҙҙәр әйттеләр. Һәм ҡапыл кемдер: «Владимир Владимирович, ғибәҙәтхананы тергеҙергә кәрәк», – тине. Билдәле булыуынса, барлыҡ дини учреждениелар ҙа бюджеттан тыш аҡсаға төҙөлә. Геннадий Иванович Букаев был проекттың әйҙәүсеһе булырға теләк белдерҙе. Әммә ул тергеҙеү эшендә республиканың да ҡатнашыуын һораны һәм ҡатыным Каринэны фондты ойоштороусылар составына индерергә тәҡдим итте. Улар икәүләп хәйриә фонды ойошторҙо. Бында бер ниндәй ҙә йәшерен эш юҡ. Улайһа беҙҙә, ҡағиҙә булараҡ, шунда уҡ ошондай фондтар тирәләй йәшерен мәғәнә эҙләй башлайҙар. Быға, моғайын, үҙ ваҡытында ҡайһы бер чиновниктар ысынлап та сәбәп биргәндер. Яңы фонд бер генә тема менән шөғөлләнәсәк – ул Воскресенский соборын тергеҙеү.

Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, ғибәҙәтханала эштәр бинаны тикшереүҙән башлана, сөнки уның техник торошон аңлау мөһим.

 ***

Краснокама районындағы ауыл мәҙәниәт йорто өсөн ҡорамалдар тураһында

Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылы халҡы үҙҙәренең видеояҙмаһында ауыл Мәҙәниәт йортон ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙә ярҙам һораны. Яҡын арала бинала капиталь ремонт башлана, уға аҡса республика Социаль маҡсатлы программалар фондынан бүленгән.

– Күптән түгел Краснокама районында булдым, бер нисә объектты ҡараным. Миңә муниципалитет башлығы Алексей Александрович Горбачёвтың нисек эшләүе бик оҡшаны. Шуға күрә уның менән был мәсьәләне мотлаҡ тикшерәсәкмен, – тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе республика бюджетынан йыл һайын мәҙәниәт учреждениелары өсөн ҡорамалдар һатып алыуға аҡса бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Краснокама халҡына үҙегеҙҙең мәҙәниәт йорто өсөн көрәшеүегеҙгә ҙур рәхмәт. Мәҙәниәт йорто булған ерҙә һәр ваҡыт тормош ҡайнай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

***

Салауат ҡалаһындағы «Октябрь» кинотеатры тураһында

– Әгәр ҡалала киноға барыр урын юҡ икән, был мәсьәләне асыҡларға кәрәк. Хәтеремдә, «Патриот» паркында Миәкә районынан бер егет миңә шундай уҡ һорау биргәйне. Ул: «Радий Фәрит улы, кино ҡарар өсөн Стәрлетамаҡҡа йәки ҡайҙалыр икенсе ергә йөрөгөбөҙ килмәй», – тине. Ул саҡта мин район башлығына йөкләмә бирҙем, һәм ул бер айҙан һуң мәсьәләне хәл итте. Салауат өсөн, уның мөмкинлектәре менән, минеңсә, был хәл ителә торған мәсьәлә. Кино, ни тиһәң дә, кешеләрҙең ялының мөһим өлөшө булып тора. Салауат хакимиәте башлығы Альберт Моталовҡа кинотеатр мәсьәләһен хәл итергә ҡушам. Әгәр ҡайҙалыр республика ярҙамы кәрәк булһа, бергәләп был хаҡта уйларбыҙ. Бәлки, был мәсьәләне хәл итеүҙә бизнес ярҙам итер.

***

Өфөлә Эшсе хәбәрселәр урамын ремонтлауҙы тамамлау тураһында

Тура бәйләнешкә килгән һорауҙарҙың күбеһе юлдар темаһы буйынса ине. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәүсе ҡатын социаль селтәрҙәр аша, Высотная урамынан Кувыкин урамына тиклемге участкала Эшсе хәбәрселәр урамын реконструкциялау ҡасан тамамланыр, тип ҡыҙыҡһынды.

– Эшсе хәбәрселәр һәм Высотная урамдарын комплекслы ремонтлайбыҙ. Беҙ был проектты «тормош юлы» тип атаныҡ, ул транспорт мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк, – тине Башҡортостан Башлығы. – Уны тапшырыу ваҡыты күсерелде, әммә 2025 йылда был ике урамда ла эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ.

***

Транспорт реформаһы тураһында

– Был бик сетерекле тема, хәл бар ерҙә лә камил түгел. 5 мең автобус, 200 трамвай һатып алырға мөмкин. Әммә транспорт системаһын яйға һалмайынса, был власть өсөн дә, быны эшләгән кешеләр өсөн дә файҙаға булмаясаҡ. Эштең билдәле бер өлөшөн башҡарып сыҡтыҡ – техниканың күп өлөшөн яңырттыҡ, «Алға» берҙәм транспорт картаһын сафҡа индерҙек. Беҙгә брутто-контракттарға күсергә тәҡдим итәләр. Был нимәне аңлата? Беҙ пассажирҙар ташыусыларҙың хеҙмәттәренә түләйбеҙ. Улар билдәле бер күләмдә аҡса эшләй, ә эшләмәгән өлөшөн республика түләргә тейеш була. Һөҙөмтәлә беҙгә пассажирҙар өсөн билеттарҙы субсидияларға йәки тарифтарҙы арттырырға тура килер ине. Шуға күрә беҙ был системаға күсмәнек. Әммә эште дауам итәсәкбеҙ, әле беҙ хәлдең айышына төшөнөү режимында.

Тура бәйләнешкә Өфөлә йәмәғәт транспорты эше менән бәйле бик күп тәҡдимдәр килеүен күрәм. Мәҫәлән, Һупайлы биҫтәһенән Черниковкаға өҫтәмә маршрут бүлеүҙе һорайҙар. Беҙ күрһәтелгән маршрут буйынса коммерция транспортын ебәрергә әҙербеҙ, әммә шәхси эшҡыуарҙар был йүнәлештәргә бик бармай. «Башавтотранс» ярҙамында беҙ был маршрутта эште дауам итәбеҙ. Ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Рәфил улынан быға иғтибар итеүен һәм мәсьәләне тикшереүен һорайым.

***

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау тураһында

Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау проекты дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алды, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Скульптураның айырым элементтарын тергеҙеү һәм алмаштырыуҙы үҙ эсенә алған ҙур эш көтөлә.

– Һәйкәлдең торошо бик борсоулы хәлдә, сөнки коррозия уның байтаҡ өлөшөн, бигерәк тә төп көсөргәнеш кисергән урынын, йәғни аттың артҡы аяҡтарын һәм эске структураһын зарарлаған. Постаментҡа ҡағылышлы ла һорауҙар тыуҙы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – 2025 йылда республика бюджетынан реконструкция эштәрен башлау өсөн аҡса бүләбеҙ, һәм эштәргә старт бирелә. Реставрацияға яҡынса йыл ярым ваҡыт талап ителә. Һәйкәлде һүтәләр, каркасын нығыталар, ә зыян күргән өлөштәрен алмаштыралар. Халыҡҡа эш барышы тураһында тулы мәғлүмәт даими рәүештә еткерелеп торасаҡ.

 ***

Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйыу тураһында

Төбәк Башлығы шулай уҡ республиканың күренекле дәүләт эшмәкәре, 1969 – 1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакировҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса пландарға аңлатма бирҙе.

– Беҙ Миҙхәт Закир улына, шулай уҡ илебеҙгә, республикабыҙға һәм йәмғиәткә өлөш индергән барлыҡ кешеләргә ысын күңелдән ихтирам һәм рәхмәт белдерергә ынтылабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Һәйкәл өсөн тап килгән урын тип Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге ҙур булмаған скверҙы билдәләнек. Ул тирә-яҡ мөхит менән бер бөтөн булырға тейеш, шуға күрә эргә-тирәләге биләмәне төҙөкләндереүгә лә 50 миллион һум бүлдек.

***

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың йорттарына пандустар ҡуйыу тураһында

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы тәрбиәләнеүселәре, Әбйәлил районынан тура бәйләнешкә сығып, Башҡортостан Башлығына шәхси йорттарҙы пандустар менән йыһазландырыу тураһында һорау бирҙе.

Радий Хәбиров был мәсьәләнең мөһим, әммә еңел булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Күп фатирлы йорттарҙа пандустар бюджет иҫәбенә ҡуйыла. Шәхси йорттарҙа иһә был вариант мөмкин түгел – дәүләт шәхси биләмәне төҙөкләндереүгә аҡса бүлә алмай. Бынан тыш, һәр йорттоң үҙенсәлектәре булыу сәбәпле, пандустың хаҡын алдан иҫәпләп булмай.

– Берҙән-бер юл – бюджеттан тыш финанслау вариантын эҙләү. Был мәсьәләне ҡануниәт кимәлендә системалы рәүештә көйләп булмай, шуға күрә һәр осраҡты айырым ҡараясаҡбыҙ. Был төбәк властарының бурысы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы МХО ветерандарына төбәктә тормошҡа ашырылған яңы социаль такси проекты хаҡында һөйләне. Был хеҙмәт менән коляскала хәрәкәт итеүсе инвалидтар ҙа файҙалана ала.

– Алты машина һатып алдыҡ. Әммә был диңгеҙҙәге тамсы ғына. Ихтыяж кимәлен билдәләргә һәм социаль такси хеҙмәтен киңәйтеү тураһында һөйләшергә кәрәк, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһаринаға.

 ***

МХО ветерандарына диспансерлаштырыу үткәреү һәм Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге филиалын асыу хаҡында

Махсус хәрби операция ветерандары Башҡортостан Башлығына Өфө поликлиникаларында диспансерлаштырыу үтеү мөмкинлеге тураһында һорау бирҙе.

– Демобилизацияланыусылар һаны әкренләп артасаҡ, һәм республиканың баш ҡалаһы поликлиникалары был ағымды күтәрә алмауы ихтимал. Район поликлиникаларында диспансерлаштырыу үтеү өсөн уңайлы һәм һөнәри шарттар булдырҙыҡ, ошонан сығып эш итәбеҙ. Муниципалитеттарҙағы ҡайһы бер поликлиникалар хәҙер Өфөләгегә ҡарағанда ла яҡшыраҡ. Һәм тағы ла ете яңы поликлиника төҙөйбөҙ, – тип аңлатты Радий Хәбиров. – Тигеҙлекте боҙмаҫ өсөн, Өфөгә ҡатмарлыраҡ осраҡтарҙы билдәләргә мөмкин.

Видеобәйләнеш барышында шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина Өфөлә фонд нигеҙендә Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге филиалы асылыуы хаҡында хәбәр итте. Уның төп бурысы – хәрбиҙәрҙең мәсьәләләрен хәл итеү.

– Мин яугирҙар менән күп аралашам. Ҡайһы берҙәренең нигеҙле дәғүәләре бар, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әлегә беҙ бик аҙ кеше менән эшләйбеҙ, әммә бюрократия буйынса һорауҙар осрай ҙа инде. Төбәк һәм муниципаль властың, фондтың һәм Оборона министрлығының үҙ-ара эшен һөҙөмтәлерәк яйға һалыу талап ителә. Шулай уҡ хәрби госпиталдәр менән бәйле мөрәжәғәттәр бар. Быларҙың барыһын да бергәләп уйларға һәм тәҡдимдәр индерергә кәрәк.

***

Бөрөлә яр буйын төҙөкләндереү тураһында

– Бөрө өсөн шатмын – ул етди үҙгәрештәр кисерә. 2025 йылда унда Ағиҙел йылғаһы буйын төҙөкләндереүҙе проектлай башлаясаҡбыҙ. Проектты бер йылда тамамларға ниәтләйбеҙ. Ә 2026 йылда эшкә тотонорға планлаштырабыҙ. Ҡала башлығы яр буйы йылғаның бер яғында ғына түгел, ә ҡаршы яғында ла, йәғни халыҡты Ағиҙел аша паром ташыған урында ла төҙөкләндерелһен тигән ҡыҙыҡлы ҡарар тәҡдим итә. Был маҡсатҡа ярашлы, сөнки ысынлап та матур урын. Бөрөнөң үҙәк майҙанынан юл туранан-тура яр буйына төшә. Унда мотлаҡ йәйәү йөрөргә, йылғаға ҡарап һоҡланырға, теләүселәргә йөҙөргә лә мөмкин булған биләмә булдырырға кәрәк. Бының өсөн бик күркәм урын.

***

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшенең һөҙөмтәлелеге тураһында

– Был комиссияны шунда уҡ, республика менән етәкселек итә башлағас та, булдырырға кәрәк ине. Беҙ уны кешеләрҙе мыҫҡыллаған, ерҙәребеҙҙе рәттән соҡоған яуыздарға ҡарата эш итеүгә йүнәлттек. Ер аҫты байлыҡтарына ҡарата бындай мөнәсәбәттең бер миҫалы булып ҡатламлы таш сығарылған Баймаҡ районы тора. Урындағы халыҡтың үпкәһе ғәҙел ине. Ҡайһы бер ойошмалар алынған аҡсаны офшорҙарға сығарған. Бындай файҙа күреүселәр араһында Украина премьер-министрының элекке урынбаҫары ла була.

Ҡырмыҫҡалы районында ла, карьерҙарҙа ҡом сығарыу менән бәйле, ерҙәрҙе ҡаҙып бөткәндәр. Эйе, уны сығарырға кәрәк, әммә шул уҡ ваҡытта быны билдәләнгән күләмдәр сиктәрендә эшләргә, транспорт юлдарыбыҙҙы емермәһен өсөн, артыҡ күп тейәмәҫкә.

Прокуратура һәм Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ярҙамы менән комиссияның координацияланған эше һөҙөмтәһендә беҙ бик күп насар уйлы ойошмаларҙы файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу лицензияһынан мәхрүм иттек. Суд эштәре сиктәрендә һәр береһенә зыянды ҡаплау сифатында бер нисә миллион һум һалынды. Бынан һуң күп кенә ер аҫты файҙаланыусылары эштәрен тейешенсә яйға һала башланы. Мин Учалы районына барҙым, ундағы ойошмалар аҡыл менән эш итә һәм ҡануниәт талаптарын үтәргә әҙер.

Әммә беҙ, эште дауам итеп, Рәсәй Хөкүмәтенә төбәк биләмәһендә һибелмә алтын сығарыуҙы туҡтатыу тураһында мөрәжәғәт иттек. Был йәһәттән коррупцияланған схемалар ғәмәлдә ине, төбәк бюджетына бындай ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыусыларҙан бер ниндәй ҙә файҙа булманы. Хәҙер федераль контроль органдары ваҡытлыса беҙҙә һибелмә алтын сығарыуға лицензия бирмәй. Шуға күрә, дөйөм алғанда, беҙ билдәле бер уңыштарға өлгәштек, тип иҫәпләйем. Комиссия үҙ эшен дауам итә, уның потенциалы ла ҙур. Был йүнәлеш менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Азат Шамил улы Бадранов етәкселек итәсәк.

***

Хәрби-табип комиссияһын үтеү шарттары тураһында

Башҡортостан халҡы социаль селтәрҙәр аша биргән тағы бер һорау республика йыйылыу пунктына ҡағылды. Хәрби-табип комиссияһына ебәрелгән яралы яугирҙар икенсе ҡатҡа коляскала йәки ҡултыҡ таяҡтары менән күтәрелергә мәжбүр.

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич республикала Оборона министрлығының дауалау учреждениелары булмауы тураһында хәбәр итте. Шуға күрә яралылар өсөн комиссия үткәреү бурысын хәрби-табип экспертизаһы үҙәгенә йөкмәткәндәр, ул элек тик хәрби хҽҙмәткә саҡырылыусылар менән генә эшләгән була.

– Был мәғәнәһеҙлек, мыҫҡыллау, – тип мөнәсәбәтен белдерҙе Радий Хәбиров был хәлгә ҡарата. – Төбәк етәксеһе республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизовҡа мәсьәлә өҫтөндә Башҡортостандың Хәрби комиссариаты менән берлектә эшләргә ҡушты.

– Хәрби комиссариатҡа ярҙам итергә кәрәк. Хәл итеү юлын табығыҙ. Әгәр бинаны йыһазландырыу мөмкин булмаһа, икенсеһен эҙләйәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

***

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарҙың ғаиләләренә ярҙам тураһында

Республика Башлығы хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн ярҙам сараларын киңәйтеүҙең мөһимлеген билдәләне. Документтарҙың һәм белешмәләрҙең булмауы ярҙам алыу процесын ҡатмарлаштыра, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе һәм был мәсьәләне ентекләп өйрәнергә, тейешле хәл итеү юлын табырға вәғәҙә бирҙе.

– Инвалид балалар махсус яҡлау системаһында тора ла инде. Ярҙам саралары бындай балаларға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала булараҡ та, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыһының ғаилә ағзаһы булараҡ та ҡағыла. Әгәр атаһы вафат булһа, барлыҡ тейешле пособиелар түләнә. Хәбәрһеҙ юғалғандар менән хәл ҡатмарлыраҡ – билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙылған түҙеп торғоһоҙ ғазапҡа документтар ҙа, белешмәләр ҙә булмауы өҫтәлә. Хеҙмәт министрлығынан был мәсьәләне өйрәнеүегеҙҙе, ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров. – Ә ошондай ғаиләләрҙән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы мотлаҡ Аксаков шыршыһына саҡырасаҡбыҙ.

***

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам тураһында

МХО-ла ҡатнашыусы «Фрол» позывнойлы яугир республиканың медицина хеҙмәткәрҙәренә яралы һалдаттарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. «Үлергә бирмәгән табиптар алдында түбәнселек менән баш эйәм», – тине хәрби хеҙмәткәр. «Башҡортостан» полкы яугирҙары исеменән ул шулай уҡ Радий Хәбировҡа һәм төбәк халҡына өҙлөкһөҙ гуманитар ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Фрол» ғаиләһе тураһында ла һөйләне. Улар алты бала тәрбиәләй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, ҡатыным һаман да «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнмәне, тип тә өҫтәне. Радий Хәбиров күп балалы әсәне был наградаға тәҡдим итергә ҡушты.  Башҡортостан Башлығы дауаланыу курсы үтергә тейешле яугирға был осорҙа уның ғаиләһе республиканың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә бушлай йәшәй алыуы хаҡында иҫләтте.

***

Башҡортостанда пилотһыҙ осоусы аппараттар эшләүҙе үҫтереү тураһында

Республика Башлығына видеоһорауҙы «Сват» позывнойлы яугир, «Башҡортостан» полкының пилотһыҙ осоусы операторы яҙҙырған. Әле ул Луганск Халыҡ Республикаһында. «Сват» республика етәксеһенә Башҡортостанда сығарыла башлаған дрондар өсөн рәхмәт әйтте һәм был производствоны артабан үҫтереү менән ҡыҙыҡһынды.

– Был республикабыҙҙың ҙур ҡаҙанышы – беҙ FPV-дрондар етештереүҙе яйға һалдыҡ. Улар бик һөҙөмтәле, һәм локалләштереү проценттары юғары – улар өсөн двигателдәрҙе лә Өфөлә эшләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ был дрондарҙы подразделениеларыбыҙға – Шайморатов һәм Доставалов исемендәге батальондарға, «Башҡортостан» полкына – ебәрәбеҙ.

Хәрби хәрәкәттәр тамамланғас, пилотһыҙ осоу системалары тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әйләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. Республикала был өлкәне үҫтереү маҡсатында күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, тиҙҙән Өфөлә профилле технопарктың беренсе сираты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. БАС-200 пилотһыҙ осоусы аппараттарын Күмертау авиация сәнәғәт предприятиеһы сығара.

– Хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙе пилотһыҙ осоусы аппараттар менән тәьмин итеү буйынса эште киләһе йылда ла дауам итәбеҙ. Финанслауҙы планлаштырҙыҡ. Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылауҙар даими оҙатылып торорға тейеш, – тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров вице-премьер – Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры вазифаларын башҡарыусы Александр Шельдяевҡа.

***

Башҡортостанға бал ҡорттарын законһыҙ индереү мәсьәләһе тураһында

Бөрйән районынан тура бәйләнеш режимында муниципалитет вәкиле бал ҡорттарын республика биләмәһенә контролһеҙ индереү тураһында һорау бирҙе. Башҡортостан Башлығы был йәһәттән ҡануниәт талаптарының үтәлешен ҡәтғи контролдә тотоу кәрәклеген билдәләне.

– Был ысынлап та етди мәсьәлә. Ҡағиҙә булараҡ, Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәренән бал ҡорто ғаиләләрен индереү аҡса эшләүҙең киң таралған ысулына әйләнде. Бал ҡорттарын алып киләләр, ә һуңынан етештерелгән балды башҡорт маркаһы аҫтында һаталар. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына антибиотиктар ҡулланалар, был продукцияның сифатына һәм абруйыбыҙға кире йоғонто яһай, – тине Радий Хәбиров. – Республика ветеринария хеҙмәттәре был мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелгән дә инде. Рейдтар үткәрәбеҙ, махсус айлыҡтар ойошторабыҙ. Башҡорт балын һәм уның үҙенсәлеген һаҡлау өсөн контролде көсәйтәсәкбеҙ.

Төбәктең вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, башҡа төбәктәрҙән бал ҡорттарын индереү мәсьәләһе ҡаты контролдә тотола. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 2024 йылдың йәйендә республика биләмәһенә бал ҡорттарын законһыҙ индереүгә юл ҡуймау маҡсатында «Бал ҡорто» операцияһы үткәрелде. Был төрлө ауырыуҙар менән зарарланған бал ҡорттарының таралыуын туҡтатырға мөмкинлек бирә. Республиканың күҙәтеү органдары ошо йүнәлештә эшен дауам итәсәк.

***

Башҡортостан Яҙыусылар союзы йортон ремонтлау тураһында

– Республиканың ҙур ижади берекмәһе бинаһы быға тиклем бик насар хәлдә ине. Хәҙер Коммунистик урамындағы был мәҙәни мираҫ объектында ремонт бара. Һәм тиҙҙән беҙҙең Яҙыусылар союзы яңыртылған йортло буласаҡ.

 ***

Ҡаҙаҡ яҙыусыһы Кемель Токаевтың китабын башҡорт теленә тәржемә итеү тураһында

– Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Кемелевич Токаевтың атаһы Кемель Токаевтың «Билдәһеҙ эҙ» китабын башҡорт теленә тәржемә итте. Фронтовик өсөн Бөйөк Ватан һуғышы тарихы ғүмере буйына яҡын тема була.

Рәсәй менән Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында мин Айгиз Ғиззәт улына тәржемә өсөн рәхмәт әйттем һәм китапты Ҡасым-Жомарт Кемелевичҡа тапшырыуҙы һораным. Китап бөгөн уның ҡулында инде. Ҡаҙағстан Президенты миңә бик йылы рәхмәт хаты ебәрҙе. Дөйөм тарихыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлау бик дөрөҫ, тип иҫәпләйем.

Ҡаҙағстан – беҙҙең өсөн бик етди, мөһим партнёр. Предприятиеларыбыҙҙың күбеһе хәҙер был ил менән партнёрлыҡ арҡаһында һөҙөмтәле эшләй. Ә киләсәктә, санкциялар үткәс, беҙ туғандаш халыҡтар булараҡ тағы ла тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Һәм был китап кеүек бик ихтирамлы, күңелгә үтеп инерлек күренештәр үҙ-ара аңлашыуға һәм ҙур дуҫлыҡҡа булышлыҡ итә.

***

Башҡорт киноһына ярҙам тураһында

– Гранттар йыл һайын бүленәсәк. Ә инде шедевраль эштәр осраған хәлдә, артабан ҡарарбыҙ.

Беҙҙә кино бик күп төрлө. Ҙур булмаған суммаға төшөрөлгән фильмдар бар, һәм уларҙы ҡарауы ла еңел. Етдиерәк темалар бар. «Һеңлекәш» – сағыу фильмдарыбыҙҙың береһе, «Өфөнән һөйөү менән», «Шағир көндәлеге» – быларҙың барыһы ла бик ҡыҙыҡлы һәм шәп. Башҡорт киноһы бөгөн яңырыу этабында.

***

Иҡтисадҡа инвестициялар һәм компанияларҙың социаль программаларын тормошҡа ашырыу хаҡында

– Инвестициялар буйынса беҙҙә йылдың туғыҙ айында 25 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Был бик юғары һөҙөмтә. 2024 йылды яҡшы кимәлдә тамамларбыҙ, тип уйлайым. Бындай динамиканы иҫәпкә алғанда, киләһе йылда ла үҫеште һаҡлап ҡалыу еңелдән булмаясаҡ. Әле беҙ 2018 – 2020 йылдарҙа башланған проекттарҙы тамамлайбыҙ, шул уҡ ваҡытта инвесторҙарҙы яңы башланғыстарға стимуллаштырабыҙ. Мин махсус хәрби операцияның тамамланырына, санкцияларҙың бөтөрөнә, төп ставканың түбәнәйеренә ихлас ышанам. Һәм бизнес өсөн шарттар яҡшырасаҡ.

Күп кенә компанияларыбыҙ ҙур социаль программаларҙы тормошҡа ашыра. Был йәһәттән «Башнефть» әүҙем эшләй, ул, атап әйткәндә, «Салауат Юлаев» хоккей клубын финанслай, күп социаль объекттар төҙөүгә аҡса йүнәлтә. Беҙ компания етәкселеге менән 2025 йылға берлектәге эш планын төҙөйбөҙ, ә киләһе йыл еңелдән булмаясаҡ. «Башҡортостан сода компанияһы» республика менән килешеү сиктәрендә спорт һәм мәҙәни объекттар төҙөүгә аҡса бүлә. Беҙ халыҡ алдындағы барлыҡ социаль йөкләмәләрҙе үтәргә тырышабыҙ, һәм бизнесты яҡлау бик мөһим.

***

Мигранттар тураһында

– Мигранттар мәсьәләһе беҙҙә башҡа төбәктәрҙәге кеүек киҫкен тормай. «Мигрант» һүҙе халыҡта ниндәйҙер кире мәғәнәлә ҡулланыла, әммә ысынында кешеләр аҡса эшләргә килгән. Бар донъя шулай йәшәй, һәм был ғәҙәти хәл. Был хеҙмәт ресурстарын бүлеү мөмкинлеген бирә.

Республикаға мигранттар кәрәк. Беҙҙең иҡтисад әлегә уларһыҙ, шул иҫәптән төҙөлөш өлкәһендә лә, тулы кимәлдә эшләй алмай.

Һорауҙар урындағы халыҡ менән ҡаршылыҡтар килеп тыуған осраҡтарҙа башлана. Был хәлгә тиклем еткерергә ярамай. Беҙ төрлө кешеләр булыуын аңларға тейешбеҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта мигранттар араһында енәйәтселек кимәле республика буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ, тип әйтеп булмай. Конфликттарҙан ҡотолоу өсөн, яҡшы иҫкәртеү саралары, эш биреүселәрҙең законды үтәүе кәрәк.

Миңә мигранттарҙың эшмәкәрлек өлкәһен сикләү тәҡдиме менән бер нисә дәүләт органы, көс структуралары мөрәжәғәт итте. Мин әлегә был аҙымға бармайым, бындай сараны кәрәк тип тапмайым. Беҙ диаспора етәкселәре менән яҡшы бәйләнештә. Ниндәйҙер ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуһа, һөйләшәбеҙ, мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ һәм бер-беребеҙҙе аңларға тырышабыҙ.

***

Өфө парктарын төҙөкләндереү һәм Көрәш һарайы эргәһендәге мәктәп төҙөлөшө хаҡында

Тура бәйләнеш барышында блогер Ильяс Батыргәрәев Өфө парктарын төҙөкләндереү һәм ҡаланың социаль инфраструктураһын яңыртыу тураһында халыҡтан ҡыҫҡа һорауҙар менән видеояҙма күрһәтте. Улар иҫәбендә – Көрәш һарайы эргәһендәге мәктәп төҙөлөшөн тамамлау ваҡыты.

– Был мәктәп 1 225 урынға иҫәпләнгән, уны 2025 йылда тапшырасаҡбыҙ. Объектта әҙерлек проценты юғары, – тип яуапланы Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиевҡа Дәүләткилдиев бульварына илтеүсе юлды төҙөкләндереү мәсьәләһе өҫтөндә эшләргә ҡушты һәм ҡаланың үҙәк өлөшөндә Ленин исемендәге паркты яңыртыу проекты хаҡында иғлан итте.

– Киләһе йылда Ленин исемендәге паркты төҙөкләндереүгә тотонасаҡбыҙ. Ағас-ҡыуаҡтарҙы һаҡлап ҡалабыҙ, ә биләмәне тәртипкә килтерәбеҙ. Финанслау сығанаҡтары билдәле лә инде, сығымдарҙың байтаҡ өлөшөн Һаҡлыҡ банкы үҙ өҫтөнә ала, – тине Радий Хәбиров. – Был проектты йыл ярым эсендә тормошҡа ашырырбыҙ, тип уйлайым. Биләмәне төҙөкләндерәбеҙ, ҙур балалар майҙансығы булдырабыҙ һәм тағы ла бик күп яҡшы эштәр башҡарасаҡбыҙ.

***

Башҡорт атын популярлаштырыу тураһында

Тура бәйләнештә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт атын популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы республика кимәлендә үҫтереү тәҡдиме яңғыраны.

– Был дөрөҫ тәҡдим, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ошо маҡсатта «Башҡорт аты» фестивален уйлап сығарҙыҡ һәм ул бик уңышлы проект булды. Беҙ «Башҡорт аты» атамаһын ҡулланыу хоҡуғын биргән Роспатент таныҡлығы алдыҡ – хәҙер ул юридик яҡтан яҡланған. Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейы янында Башҡорт аты үҙәген төҙөйәсәкбеҙ. Шуға күрә ошо йүнәлештә тағы ниҙәр эшләргә мөмкин икәнде мотлаҡ ҡарап сығырбыҙ.

***

Белем биреү учреждениеларын капиталь ремонтлау тураһында

Мишкә районының Сурай ауылы халҡы ла Башҡортостан Башлығына тура бәйләнеш режимында үҙ һорауын еткерҙе. Улар республика етәкселегенә яңы мәктәп автобусы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республикала берҙән-бер мари гимназияһы булған Яныш Ялкайн исемендәге белем усағына капиталь ремонт эшләүҙе һораны. Бында яҡын-тирәләге алты ауылдан балалар белем ала.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин аңлатыуынса, учреждениела капиталь ремонт 2026 йылға планлаштырыла. Бынан тыш, уҡыу кабинеттарын яңы ҡорамалдар һәм уҡыу әсбаптары менән йыһазландырасаҡтар.

Радий Хәбиров, Мишкә районында полилингваль мәктәп төҙөргә лә ниәтләйбеҙ, тип өҫтәне.

***

Социаль селтәрҙәр аша килгән һорауҙарға яуаптар

Тура бәйләнешкә социаль селтәрҙәр аша һорауҙар республиканың төрлө райондарынан ҡабул ителде.

Мәҫәлән, Туймазы ҡалаһының Сулпан-2 биҫтәһендә йәшәүселәр мәктәп автобусы булмауы хаҡында һөйләне. Башҡортостан Башлығы республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙинға был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты.

Дыуан районының Мәсәғүт ауылы халҡы, район үҙәгендә боҙ һарайы төҙөләсәкме, тип ҡыҙыҡһынды.

– Боҙ һарайын мотлаҡ төҙөйбөҙ, ул республиканың тотош төньяҡ-көнсығыш райондары халҡы өсөн эшләйәсәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостандың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов белдереүенсә, проект ике сиратҡа бүленә – бассейны булған физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм боҙ аренаһы. Республика Башлығы объект төҙөлөшөн 2026 йылға Республика адреслы инвестиция программаһына индереү бурысын ҡуйҙы.

Әбйәлил районы вәкиле Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә стела ҡуйыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров финанслау мәсьәләһен өйрәнергә һәм стеланы урынлаштырырға күрһәтмә бирҙе.

Тура бәйләнеш йомғаҡтары буйынса төбәк Башлығының йөкләмәләре иҫәбендә шулай уҡ – Ишембай районының Ишәй ауылында ауыл исеме менән билдә һәм боролош күрһәткесе ҡуйыу, Шишмә районының Алкин шифаханаһы ауылында транспорт туҡталышын төҙөкләндереү мөмкинлеген ҡарау һәм Өфөнән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙы Аксаков шыршыһына саҡырыу.

– Тура бәйләнешкә килгән барлыҡ һорауҙарҙы, уларҙың һанына ҡарамаҫтан, эшкә аласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙың күбеһен бик тиҙ арала хәл итергә мөмкин.

***

Мәктәп туҡланыуы тураһында

Халыҡ-ара сәләмәтлек институтына нигеҙ һалыусы Регина Доктор мәктәп туҡланыуы өлкәһе нисек үҫешәсәге тураһында һорау бирҙе һәм республиканың белем усаҡтарында тематик хәйриә проектын тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе был идеяны хупланы.

– Мәктәп туҡланыуы – ул милләттең һаулығы тигән һүҙ, һәм был бик мөһим. Беҙ аҙыҡ-түлектең сифаты һәм мәктәптәрҙә тулы ҡиммәтле ҡайнар аш менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән етди шөғөлләнәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы саҡта балалар мәктәптә ашамай. Ни өсөн? Балалар ҡыҙҙырылған картуфҡа һәм башҡа бик файҙалы булмаған ризыҡтарға күнеккән. Ашханаларҙа беҙ уларға бындай ризыҡ тәҡдим итә алмайбыҙ, сөнки мәктәп менюһы балансланған, дәүләт һәм медицина стандарттары үтәлә, – тине Радий Хәбиров. – Әгәр хәйриә проектын тәҡдим итергә әҙер булһағыҙ, беҙ уны мотлаҡ ҡарап сығырбыҙ һәм башлап ебәрербеҙ. Әммә, әлбиттә, барыһы ла нормаларға ярашлы булһын өсөн, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша үткәрәсәкбеҙ. Бындай башланғыстарҙы мәктәптә грамоталы тормошҡа ашырыу мөһим. Бәлки, был йәһәттән дәрестәр үткәрербеҙ йәки башҡа алымдар уйлап табырбыҙ. Мин һеҙҙең тәҡдимегеҙгә шатмын, сөнки ул алға барыу мөмкинлеген бирә. Мин төбәк етәксеһе булып эшләй башлағанда, Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы системаһы насар хәлдә ине, беҙ быны төҙәттек. Бөгөн Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе тип һаналған система булдырҙыҡ. Ялыуҙар юҡ тиерлек, әммә был мәсьәләлә алға барыу мөһим.

Башҡортостан Башлығы Республиканың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙинға мәктәптәрҙә дөрөҫ туҡланыу принциптарына өйрәтеү мәсьәләһен контролгә алырға ҡушты.

***

Өфөлә Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумын үткәреү һәм Ҡырым Республикаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында

– Ҡырым менән мөнәсәбәттәр айырыуса характерҙа. Дуҫлығыбыҙ 2014 йылдан дауам итә. Ул саҡта төбәктең элекке етәксеһе Рөстәм Зәки улы Хәмитов Ҡырымдың Белогорск районын шефлыҡҡа алырға ҡарар иткәйне. Беҙ уларға төрлө яҡтан ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ. Ҡырым етәкселеге республикаға Евпаторияла балалар шифаханаһы төҙөү өсөн ҡомло пляжы булған ер участкаһы бүлде. Беҙ уны мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ.

Хәтеремдә, Сибайҙа карьер янғанда һәм ҡалала тын алыу ауыр булғанда, урындағы балаларҙы Ҡырымға ебәрҙек. Уларҙы бик йылы ҡабул иттеләр. Төбәктәр бына шулай дуҫлыҡ ептәрен нығытырға тейеш.

Әле Ҡырым ҡатмарлы осор кисерә. Ул алғы һыҙыҡта, тип әйтергә мөмкин. Шуға күрә Өфөлә Ялта форумын уҙғарыу – ул беҙҙең йылы мөнәсәбәттәрҙе, инвестиция ниәттәрен раҫлау, туғандарса дуҫлыҡты дауам итеү.

***

Балаларҙың һорауҙарына яуаптар

Төбәк Башлығы менән тура бәйләнешкә балалар ҙа бер нисә һорау ебәрҙе. Өфөнән туғыҙ йәшлек Мәҙинә Фәтхетдинова Радий Хәбировтан Ленин районының Нижегородка биҫтәһендә кейем магазины асыуҙа ярҙам итеүен һораны.

– Өфө хакимиәте башлығы менән күптән түгел Нижегородканы үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙек. Бер серебеҙ бар, – тип яуапланы Радий Хәбиров һәм баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиевҡа ҡыҙыҡайға Яңы йылға бүләк ебәрергә ҡушты.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе Максим Зотов төбәк Башлығына ике йыл элек уйын приставкаһын урлауҙарына һәм уның әлегә тиклем табылмауына зарланды.

– Эске эштәр министрына шылтыратып тормабыҙ, – тип шаяртты Радий Хәбиров. – Миңә малайҙың адресын бирерһегеҙ, хәл итеү юлын табырбыҙ, тип уйлайым.

Тура бәйләнеш барышында республика Башлығына 13 йәшлек Максим Шаһиморатовтың хатын уҡып ишеттерҙеләр. Бала саҡтан инвалид малай – бишенсе класс уҡыусыһы, өйҙән белем ала. Ул һүрәт төшөрөргә ярата һәм ауыл клубында алып барылған түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Малайҙың Радий Хәбиров менән танышыу һәм уның кабинетында булыу хыялы бар.

Төбәк башлығы Максим менән осрашыу ойошторорға ҡушты.

– Мотлаҡ кабинетты күрһәтермен, уның менән барыһы тураһында ла һөйләшербеҙ. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, малай уҡый, үҫешә. Барыбыҙға ла ошондай кешеләрҙән өлгө алырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

***

Ауылдарҙа модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары төҙөү хаҡында

Тура бәйләнешкә ҡабул ителгән бер нисә мөрәжәғәт һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылды. Мәҫәлән, Саҡмағош районының Рапат ауылы халҡы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Төбәк етәксеһе республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына объектты киләһе йылға планға индерергә ҡушты.

Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, 2025 йыл аҙағына Башҡортостанда барлығы 483 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләйәсәк.

– Асылда, беҙ ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ. Киләсәктә алдағы биш йылға федераль финанслау иҫәбенә тағы ла 400-500 фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңыртырға планлаштырабыҙ. Әле программа әҙерләнә, һәм беҙҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был йүнәлештә әүҙем эшләй, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша Өфө районының Чесноковка һәм Булгаков ауылдарында амбулаториялар төҙөү кәрәклеге тураһында мөрәжәғәт килде. Башҡортостан Башлығы был тәҡдимдәрҙе хупланы һәм тейешле йөкләмә бирҙе.

***

Төбәк етәксеһе вазифаһында туплаған тәжрибәһе хаҡында

– Мин хәҙер олораҡ һәм аҡыллыраҡ, ашығыс эмоциональ ҡарарҙар ҡабул итмәйем. Идара итеү тәжрибәм миңә һөҙөмтәлерәк эшләргә мөмкинлек бирә, баһаны халыҡ үҙе бирәсәк. Власть – ул кешене юҡҡа сығара алған мәкерле күренеш. Был хаҡта һөйләүе еңел түгел, әммә, власть миңә насар тәьҫир итмәһен өсөн, үҙем өҫтөндә даими эшләйем. Әрләүгә ҡарағанда, кешеләр миңә рәхмәтте йышыраҡ әйтәләр.

***

Муниципалитет башлыҡтары корпусын яңыртыу тураһында

– Муниципаль идара итеү кимәле бик мөһим, һәм район башлыҡтары ҙур роль уйнай. Яҡшы етәксе мәсьәләләрҙе һөҙөмтәле хәл итеп кенә ҡалмай, ул кешеләр менән ышаныслы мөнәсәбәттәр булдыра. Шуға күрә район етәкселәрен һайлағанда беҙ ике моментҡа таянабыҙ – шәхси сифаттар һәм профессионализм. Шул уҡ ваҡытта, беренсеһе, минеңсә, мөһимерәк. Сөнки профессиональ, әммә яуыз кеше күп хаталар эшләргә мөмкин.

Башлыҡтар корпусын яңыртыу буйынса етди эш алып барҙыҡ. Етәкселәрҙең уртаса йәше 53 йәштән 45 йәшкә тиклем кәмене, системала динамика, энергия артты. Улар араһында дүрт ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Беҙ йәш, мотивациялы белгестәрҙе йәлеп итәбеҙ.

Муниципалитет башлығының эше ҡатмарлы һәм тулыһынса фиҙаҡәрлек талап итә. Мин уны лайыҡлы башҡарыусыларҙы хөрмәт итәм, һәм халыҡ алдында тәнҡитләргә түгел, ә ярҙам итергә тырышам. Әгәр етәксе эшләй алмаһа, уны алмаштырырға кәрәк. Үҙ муниципалитеттары мәнфәғәтендә һөҙөмтәле эшләһендәр өсөн, беҙ системаны яҡшыртыуҙы, яңы етәкселәрҙе уҡытыуҙы һәм уларға ярҙам итеүҙе дауам итәсәкбеҙ.

***

«Юлдаш» радиоһының 25 йыллығын билдәләү тураһында

– Башҡорт телендәге радиотапшырыуҙарҙың әһәмиәтен яҡшы аңлайым. Беҙ медиа һәм радио өлкәһендә әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әлбиттә, юбилейҙы билдәләрбеҙ. Тейешле ҡарар йәки бойороҡ әҙерләрбеҙ. Датаны билдәләү генә түгел, программаның йөкмәткеһен тикшереү ҙә мөһим. Юбилейҙың бурысы рәхмәт менән генә сикләнмәй, был киләсәк йүнәлеш тураһында уйланырға сәбәп тә булып тора.

***

VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хаҡында

– Әлеге ваҡытта декабрҙең 12-һенән 14-енә тиклем Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнәбеҙ. Ул милләтебеҙ өсөн дә, тотош республика өсөн дә ҡатмарлы осорҙа үтә. Был ваҡиға оло әһәмиәткә эйә, бигерәк тә башҡорт милләтен ситтән тарҡатырға тырышыусылар булғанда. Әммә халҡыбыҙҙы тарҡатыу мөмкин түгеллегенә ышанам. Башҡорттарҙың күпселеге, бында йәшәүселәр ҙә, илебеҙҙе башҡа милләт вәкилдәре менән бергә яҡлаусылар ҙа берҙәм көс булып ҡала. Барыбыҙ өсөн дә унда ниндәй ҡарарҙар ҡабул ителеүе бик тә мөһим.

***

Яңы спорт объекттарын төҙөү тураһында

– Өфөлә Олимпия резервы училищеһы асырға ниәтләйбеҙ. Дәүләт башлығы килгәндә, мин уға ошо инициатива менән мөрәжәғәт иттем, һәм Президент уны хупланы. Проект әле әҙерләнә. Училище буйынса йөкләмә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Николаевич Чернышенкоға йүнәлтелде. Әлеге ваҡытта был мәсьәләне федераль үҙәк менән тикшереү бурысы тора.

Бынан тыш, беҙ башҡа мөһим спорт объекттарын – Фехтование үҙәге эргәһендә еңел атлетика манежын, шулай уҡ Бокс прогресы үҙәген һәм Теннис академияһын – төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт иттек. Был күләмле проекттар, улар ваҡыт һәм көс талап итә, әммә был мәсьәләне хәл итә алырыбыҙға ышанам.

Быйыл беҙ Ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексының беренсе сиратын астыҡ. Үҙем өсөн көтмәгәндә беҙҙең егеттәрҙең был спорт төрө буйынса Рәсәй йыйылма командаһының нигеҙен тәшкил итеүен асыҡланым, һәм ошо комплексты төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Әгәр һөҙөмтә бар икән, уға яуап бирергә кәрәк.

Был үҙәк үҙенсәлекле урында барлыҡҡа килде. Бында йылы һыу йыл әйләнәһенә. Хәҙер административ-көнкүреш корпус төҙөргә ниәтләйбеҙ. Был 3-4 мең квадрат метр майҙанлы ҙур бина буласаҡ. Унда күнекмә залдары, тренерҙар, судьялар бүлмәләре урынлаша. Майҙансыҡ әҙер, селтәрҙәр үткәрелгән. Комплекстың икенсе сиратын төҙөү федераль бюджетта ҡаралған. Беҙҙең бурыс – эште билдәләнгән ваҡыттан алдараҡ тамамларға тырышыу.

Райондар тураһында ла онотмайбыҙ. Мәҫәлән, Учалыла физкультура-һауыҡтырыу комплексы юҡ. Уны 2026 йылға федераль программаға индерергә планлаштырабыҙ.

 ***

Башҡорт кейеменең логотибын булдырыу тураһында

Өфө эшҡыуары Анна Уварова республика Башлығына Башҡортостанда етештерелгән кейем өсөн берҙәм логотип булдырыу идеяһы менән мөрәжәғәт итте.

– Һеҙҙең был йүнәлештәге эшегеҙ бик дөрөҫ. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән беҙ башҡорт эш кейеме идеяһын тормошҡа ашырҙыҡ, күптәр уны рәхәтләнеп кейә. Был ижади индустрия ғына түгел, этника ла, беҙҙең тамырҙарыбыҙ ҙа, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер был йүнәлеш бик популярға әйләнеп бара. Был кешеләрҙең тарихҡа, милли мәҙәниәткә таянырға теләүе менән аңлатылалыр. Һеҙҙең идеяғыҙҙы мотлаҡ хупларбыҙ.

 ***

Мегагранттар конкурсы, йәш ғалимдарға ярҙам итеү һәм студенттар кампусы төҙөү хаҡында

– Донъя кимәлендәге белгестәрҙе йәлеп итеп, дүрт яңы лаборатория төҙөүгә йәнә мегагранттар конкурсы үткәрәсәкбеҙ. Был маҡсатта өс йылға 300 миллион һум аҡса һалынған.

Йәш ғалимдарға килгәндә, улар өсөн күләмле стипендиялар, наградалар системаһы эшләй. Уларға ярҙам итеүҙең өҫтәмә саралары тураһында уйларға кәрәк. Йәш ғалимдарҙы дәртләндереүҙең мәғәнәһе аңлашыла. Беҙҙә ысынлап та алдынғы инженерлыҡ мәктәбе бар. Әммә Вуз-ара студенттар кампусына килгән һайын, ниндәйҙең яңылыҡ күрергә теләр инем.

Әйткәндәй, беҙ кампустың икенсе сиратын төҙөй башланыҡ та инде. Тиҙҙән нигеҙгә тотонабыҙ. Рәсәй Хөкүмәте төҙөлөштө 2025 йылдың декабрендә тамамлау бурысын ҡуйҙы. Был ваҡыт бик аҙ. Беҙ уны 2026 йылда төҙөп бөтөрөрбөҙ, тип уйлайым, әммә шунан да һуң түгел. Күҙ алдына килтерегеҙ: 120 мең квадрат метр, 4,5 мең урынлыҡ ятаҡ, ете башня, уларҙың иң бейеге – 34 ҡатлы. Ул Өфөнөң һәр нөктәһенән дә күренеп торасаҡ.

 ***

Туризмды үҫтереү тураһында

– Хоҙай беҙгә үҙенсәлекле тәбиғәт биргән. Беҙ быға бер аҙ матурлыҡ, уңайлылыҡ, инфраструктура өҫтәйбеҙ. Быйыл Турахан кәшәнәһе эргәһендәге визит-үҙәкте тапшырҙыҡ. Унда туристар «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығына ҡарағанда күберәк була. Әлбиттә, бында уның Өфөгә яҡын булыуы мөһим роль уйнай.

Туристик урындарҙы тәртипкә килтереү, уларҙы уңайлы итеү – кафе асыу, унда илтеүсе юлдарҙы ремонтлау – бик мөһим.

Туризмды үҫтереү мәсьәләләрендә мин ғаиләм менән ҡайҙа бара алыр инем тигән күҙлектән сығып эш итәм. Ҡайһы бер пландарыбыҙ ысынлап та тормошҡа ашты. Республикала барып күрерлек урындар бар. Элек тә бар ине, әммә хәҙер беҙ уларҙы бер аҙ тәртипкә килтерҙек.

2022 – 2023 йылдарҙа беҙҙә бик яҡшы федераль мәктәп туризмы программаһы эшләне. Хәҙер уға финанслау бүленмәй. Әммә мәктәптәр һәм муниципалитеттар бындай турҙарҙы үҙҙәре ойоштора башланы. Балаларҙың республика буйлап сәйәхәт итеүе бик мөһим, сөнки был һөнәри йүнәлеш алыу ҙа, Тыуған илгә һөйөү ҙә, аң даирәһен киңәйтеү ҙә. Ҡалаларыбыҙҙы һәм райондарыбыҙҙы ошондай эшкә йүнәлтәсәкбеҙ.

***

Октябрь революцияһы урамын төҙөкләндереү тураһында

– Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау – мөһим проект. Ләкин ҡайһы бер объектив сәбәптәр арҡаһында уның тамамланыу ваҡытын бер аҙ күсерергә тура килде. Беҙ тәү ҡарашҡа күҙгә күренмәгән эштең байтаҡ өлөшөн башҡарҙыҡ. Төҙөүселәр юлдар аҫтындағы инженер селтәрҙәрен һәм юл ҡоролмаһын алмаштырҙы. Әммә, төҙөкләндереү эштәрен тулыһынса тамамлау өсөн, урамдағы һәр йорттоң хужаһы булырға тейеш. Улар объектты тергеҙеү һәм уны селтәрҙәргә тоташтырыу менән шөғөлләнәсәк.

Беҙ тәүҙә хужаларҙың тырышлығы менән йорттарға яңы һулыш өҫтәргә тигән принципиаль ҡарар ҡабул иттек. Уларҙың күбеһе – мәҙәни мираҫ объекттары. Һәм был йорттар символик хаҡҡа һатылмаясаҡ, сөнки урам инфраструктураһына ҙур финанс саралары йүнәлтәбеҙ.

Был ҡатмарлы һәм оҙайлы проект. Ундағы барлыҡ эштәрҙе ике йылда тамамлайбыҙ, тип вәғәҙә бирмәйбеҙ. Әммә киләсәктә, яҡынса дүрт йыл эсендә, Ағиҙел йылғаһы ярына тиклемге урам тәртипкә килтереләсәк.

***

«Өфө-2» ҡаласығы биләмәһендә депозитарий булдырыу тураһында

– Беҙҙә артефакттарҙы асыҡ һауала һаҡларлыҡ депозитарий проекты бар. Бында матур биналар, үҙенсәлекле архитектура күҙ уңында тотола. Беҙ уны тейешле федераль программаға инергә теләгәнгә эшләгәйнек. Ул билдәле бер ваҡиғалар менән бәйле бөтөнләй булманы. Был проектты тормошҡа ашырырға теләгем ҙур. Шул уҡ ваҡытта бөгөн Евразия күсмә цивилизациялар музейын төҙөп бөтөү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Бәлки, 2027 – 2028 йылдарҙа беҙ депозитарийға кире ҡайтырбыҙ һәм уға тотонорбоҙ. Федераль ярҙамға төрлө төрҙәге ғаризалар бар. Проекттың хаҡы – 1,5-2 миллиард һум, сөнки был объектты эшләйбеҙ икән, ул сифатлы булырға тейеш.

 ***

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итеү хаҡында

Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнина Радий Хәбировҡа инвалидтарҙың проблемаларына иғтибар иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, тематик 2024 йыл тамамланғандан һуң, был йүнәлештә эштең нисек дауам ителәсәге менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостан Башлығы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылының төп ҡаҙаныштарын атаны.

– Күп кенә ярҙам сараларын һеҙҙең, коляскала йөрөүселәрҙең, насар ишетеүселәрҙең, күреү һәләте буйынса инвалидтарҙың, тәҡдимдәрегеҙгә таянып ҡабул иттек. 2025 йыл башында координация кәңәшмәһе үткәрәбеҙ һәм артабанғы эштәр буйынса хәл итербеҙ. Был йәһәттән беҙҙә әле эштәр күп, – тип яуапланы Радий Хәбиров. – Был йылды яҡшы тамамлайбыҙ, уның төп ваҡиғаһы «Салют» балалар реабилитация комплексын асыу булды. Артабан ниҙәр эшләүебеҙҙе киләһе йылда хәл итербеҙ. Әммә иң мөһиме – Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылынан һуң был эш туҡтап ҡалмаясаҡ. Был категорияға ҡараусыларҙы яратырға, уларҙан аҡыл, көс алырға, ныҡлыҡҡа өйрәнергә кәрәк.

***

2025 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү тураһында

– Яңы йылға тиклем ойоштороу комитетының ултырышын үткәрәбеҙ һәм саралар планын раҫлайбыҙ. Мотлаҡ барыһының да хәтерендә ҡалырлыҡ күләмле Еңеү парады ойошторасаҡбыҙ.

***

Тура бәйләнеш йомғаҡтары хаҡында

– Һорауҙар арта бара – тимәк, кешеләр беҙгә ышана. Был минең тура эфир тамамланғандағы төп фекерем. Коллегалар менән барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе ҡарарбыҙ, уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, барыһы өҫтөндә лә эшләйәсәкбеҙ. Киләһе оператив кәңәшмәлә үк төбәк Хөкүмәтенә, муниципалитет башлыҡтарына йөкләмәләр һәм ашығыс күрһәтмәләр бирелер.

Яуаптарым аша мин халыҡҡа республиканың ҡайҙа йүнәлеш алыуы, ниҙәр эшләүебеҙ һәм ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүебеҙ хаҡында һөйләнем. Башҡортостандың үҫешеүе мөһим. Барыһы ла яҡшы буласаҡ.

Автор:
Читайте нас: