Төбәк етәксеһе, 31 октябрҙә дошмандың өс пилотһыҙ аппараты Өфөнөң яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларына һөжүм итте, тип билдәләне.
– Беренсе пилотһыҙ осоу аппараты сәнәғәт ҡулайламаларының дронға ҡаршы ҡоролмаһына эләкте, ә ҡалған икәүһе объекттар биләмәһенән ситтә ҡоланы. Ҡорбандар һәм емереклектәр юҡ, предприятиелар штат режимында эшләй, – тине Радий Хәбиров. – Күреүебеҙсә, ҡатнаш оборона системаһын булдырыу буйынса башҡарылған эштәр, күҙәтеү һәм һаҡланыу сараларын йәлеп итеү үҙ һөҙөмтәһен бирҙе. Шул уҡ ваҡытта предприятиеларҙы һәм ойошмаларҙы артабан да тотороҡло һәм ышаныслы яҡлау менән тәьмин итеү мөһим. Сәнәғәтебеҙҙең һаҡланыу кимәлен арттырыу буйынса өҫтәмә сараларҙы тикшерергә кәрәк.
Кисә, пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм иткәндә, төбәктең оператив хеҙмәттәре хәүефкә ваҡытында яуап бирҙе һәм үҙ бурыстарын үтәне, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров предприятие етәкселәренә мөһим сәнәғәт объекттарын террористик һөжүмдәрҙән һаҡлауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙҙең бурыс – бының өсөн тейешле саралар күреү. Республика, һис шикһеҙ, был йәһәттән ярҙам күрһәтергә әҙер, – тине төбәк етәксеһе.
Ултырышта ҡатнашыусылар 31 октябрҙәге пилотһыҙ осоу аппараты һөжүме шарттарын ҡараны, шулай уҡ Башҡортостан сәнәғәт предприятиеларының хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.