+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Республика Башлығы тауыш бирҙе

Башҡортостан Башлығы Президент һайлауҙарында тауыш бирҙе.

Республика Башлығы тауыш бирҙе
Республика Башлығы тауыш бирҙе

Радий һәм Каринэ Хәбировтар Өфөнөң 109-сы участкаһында һайланы.

  • Беҙҙең алда торған иң мөһим бурыс булып, тауыш биреүселәр өсөн ҡулайлы шарттар булдырыу торҙо. Тауыш биреү өс көн үтә. Был һайлауҙар, ысынлап та, - хәл иткес. Беҙ киләһе алты йылға илдең үҫешен билдәләйбеҙ. Һайлауҙарға әҙерлек менән килдек. Бөгөн халыҡ иртә менән һайлау участкаларына тартылды. Бөтә хеҙмәттәр, бөтә һайлау комиссиялары уны лайыҡлы үткәреүгә әҙер. Мөһим кампанияның яҡшы шарттарҙа үткәрербеҙ, тип ышанам, - тине республика Башлығы, журналистарҙың һорауына яуап биреп.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлау участкалары өс көн дауамында иртәнге 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: