+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Рәхмәт” акцияһында ҡатнаш

15-17 мартта үткән Президент һайлауҙары барышында “Рәхмәт” акцияһы үтә.

“Рәхмәт” акцияһында ҡатнаш
“Рәхмәт” акцияһында ҡатнаш

Һайлауҙа тауыш биргән һәр кем ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә. Приздар араһында автомобиль, шифаханаларға юлламалар, хатта фатир ҙа бар.

Һайлауҙарҙа ҡатнашҡан һәр кемгә QR-билет тапшырыла. Уны сканерларға һәм, рәхмәт102.рф сайтына үтеп, теркәлергә кәрәк.

“Рәхмәт” акцияһында ҡатнашыу талаптары ябай. Иң мөһиме - бөтә ғаилә менән Һайлау участкаһына барып, үҙ тауышыңды ҡалдырыу. Тулыраҡ мәғлүмәтте рахмат102.рф сайтында табырға мөмкин.

Бынан тыш, тауыш биргән һәр кем тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама менән файҙалана ала. Акцияға кибеттәр, автосервистар, матурлыҡ салондары, бөҙрәханалар, кафе-ресторандар, медицина үҙәктәре, сәнғәт учереждениелары һәм башҡа хеҙмәтләндереү өлкәһе ойошмалары ҡушылған.

#ВыбираемПрезидента
#Башкортостан
#БашВыбор2024   

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: