Редакциябыҙға бик матур эстәлекле хат килеп төштө.
“Беҙҙең әсәйебеҙ Фәрзәнә Әхмәҙей ҡыҙы Рахманғолова 1942 йылда Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылында тыуған. Бала сағы hуғыштан hуңғы ауыр йылдарға тура килә. Иҫке Яҡуптан күрше Йомағужа ауылына галуш кейеп уҡырға йөрөйҙәр. Ете класс бөтөп 17 йәшенән фермаға эшкә сыҡҡан ҡәҙерлебеҙ 40 йыл hауынсы булып хеҙмәт юлы үтә. Атайыбыҙ Ишмөхәмәт Ибраhим улы Рахманғолов менән сәстәрен сәскә бәйләп, дүрт балаға ғүмер бирҙеләр. Улар Йомағужа ауыл фермаhында хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙ күптән гүр эйәhе инде. Беҙҙең ғаилә электән хоккей ҡарарға яратты. Әсәйебеҙгә 81 йәш булыуға ҡарамаҫтан ул бик әүҙем көйәрмән, хоккейҙың бөтә ҡағиҙәләрен, уйынсыларҙың исем-шәрифтәрен белә. Әсәйебеҙ әлеге ваҡытта Йомағужа ауылында Вилдан ағайыбыҙ менән Гөлниса еңгәйебеҙҙең ҡотло донъяһында йәшәй. Ҡышын Стәрлетамаҡтағы Әлфиҙә апайыбыҙҙа һәм алыҫ Себерҙәге Шәрифә менән Альбина ҡыҙҙарында үткәрә. Әсәйебеҙҙең Өфө-аренала ысын хоккей ҡарарға тигән күптәнге хыялы бар ине. Аллаға шөкөр, һөйөклөбөҙҙөң был теләген ейәне Ринат тормошҡа ашырҙы. Ул Әсәйҙәр көнө уңайынан яратҡан өләсәһенә, әсәһенә, инәһенә һәм һеңлеһенә хоккейға билет бүләк итеп ҡыуандырҙы. Әлеге көндә һигеҙ ейән-ейәнсәргә, дүрт бүлә-бүләсәргә өләсәй булған әсәйебеҙгә бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!” – тип яҙа беҙгә Фәрзәнә инәйҙең ҡыҙы Альбина.