Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр башҡалар менән бер рәттән тауыш биреүҙә ҡатнаша алһын өсөн, алдан уҡ ҙур хәстәрлек күрелгән. Йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә эшләүсе журналистарға Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, "Моратов һәм партнерҙары" Адвокаттар коллегияһы адвокаты Булат Сафин һәм Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко шул турала һөйләне.
Һайлау участкаларының 89 проценты беренсе ҡатта урынлашҡан. 1600-ҙән ашыу участкала пандустар бар, 852-һендә уңайлы түшәмәләр урынлаштырғандар, 1200-ендә хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу төймәләре ҡуйылған. Һуҡыр һәм насар күргән һайлаусылар өсөн махсуслаштырылған биш участка булдырылған (Өфөлә – ике, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Белорет ҡалаларында – берәр). Насар күреүселәргә махсус трафареттар, лупалар әҙерләнгән, мәғлүмәттәр эре шрифт менән яҙылған. Уларға волонтерҙар ярҙам итергә әҙер.
Әгәр кеше бара алмай икән, ул көндөҙгө сәғәт өскә тиклем үҙ һайлау участкаһына шылтыратып, комиссия вәкилдәрен өйөнә саҡыра ала. Ҡарттар һәм инвалидтар йорттарында йәшәүселәрҙе һайлау участкаларына алып барыу ойошторолған, ә хәрәкәт итеүе ауыр булғандар янына комиссия вәкиле үҙе киләсәк.
#БашкортостанВыборы2023