+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
11 Август 2023, 14:16

Яугирҙәребеҙ “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡый

Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫы, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко әленән-әле махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ янына барып, хәлдәрен белеп, күстәнәстәр, кәрәк-яраҡ илтеп тора. Быны мөһим бурыстарының береһе итеп һанай.

Яугирҙәребеҙ “Башҡортостан ҡыҙы”н  уҡый
Яугирҙәребеҙ “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡый

Зөһрә Мәүлетбай ҡыҙы сираттағы сәфәрендә яугирҙәребеҙгә “Башҡортостан ҡыҙы” редакцияһынан да ҡайнар сәләм, иң изге теләктәребеҙҙе тапшырып, журналыбыҙҙың үҙе хаҡындағы матур очерк баҫылған һанын бүләк иткән. Һәм егеттәребеҙҙең журналыбыҙҙы ҡыҙыҡһынып уҡыған саҡтарын фотоға ла төшөрөп алып, был һүрәтте беҙгә ебәргән.
Батырҙарыбыҙҙың рух ныҡлығына һоҡланабыҙ, улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм тыуған яҡҡа имен-аман әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

 

Яугирҙәребеҙ “Башҡортостан ҡыҙы”н  уҡый
Яугирҙәребеҙ “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡый
Автор:
Читайте нас: