-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Май 2023, 09:35

Бәхетле ҡарт монологы

«Мөхәббәт белдереү» рубрикаһы аҫтында тәүге мәҡәлә журналыбыҙҙа былтыр донъя күргәйне. «Ғүмер үтеп бара, күпме генә ҡалғандыр инде, тип уфтанып йәшәүсе оло кешеләргә йыуаныу табыу, рух ныҡлығы, дәрт алыу өсөн, бәлки, мөхәббәтле йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтыу зарурҙыр», – тигән фекер әйтә хат авторы.

Бәхетле ҡарт  монологы
Бәхетле ҡарт монологы

Ниҙер күрергә теләгәндәй, ҡараштарыңды алыҫтарға төбәйһең дә йыш ҡына тәрән уйҙарға талаһың. Айырыуса һуңғы йылдарҙа.
Беленер-беленмәҫ һырҙар баҫа башлаған йөҙөңә ҡарай-ҡарай, салланған сәстәреңдән һыйпап, тик үҙеңә генә әйтә торған һүҙҙәрем бар, ҡәҙерлем. Хәйер, мин әйтәсәк нәмәләрҙе һин үҙең дә яҡшы беләһең.
Хәтерләйһеңме, бынан илле ете йылға яҡын элек, һинең менән тәүге осрашҡан көндәрҙең береһендә, ҡалын сөм ҡара сәсеңә баҙнатһыҙ ғына ҡағылып, күҙҙәреңә баҡҡан килеш бер йыр һуҙғайным:
Ҡарлығандан ҡара, ай, күҙҙәрең,
Бөрлөгәндәй йөҙҙәрең.
Шәкәрҙәрҙән тәмле, ай, балдан татлы,
«Һөйәм», тигән һүҙҙәрең...
Ошо көндәрҙә һиңә 65 йәш тула, ә күҙҙәрең һаман шул уҡ та баһа!.. Шундай уҡ матур, тик ни өсөндөр һағышлы. Ни өсөн икәнен дә беләм, әсәһе: сәскәләй йәш сағыңды һағынаһың. Болан балаһылай етеҙ, йылға балығылай йылғыр, яҙғы гөрләүектәй шаян бала һәм үҫмер мәлдәреңде иҫләйһең, һаман онота алмайһың.
Әле ун алты – ун ете йәштәрҙә генә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, тик үҙеңә генә үлеп ғашиҡ булып йөрөгән мәлдәрем, ысынлап та, төш һымаҡ ҡына булып ҡалған. Һине һәммә етешһеҙлектәрҙән азат булған, камил ҡыҙ итеп күреп, уйҙарымдан көн-төн сығара алмай, мөхәббәт утында янып йөрөгән минуттарҙа, кемдер һинең үҙеңдән дә һылыуыраҡ апайың барлығы хаҡында әйткәс, шундай ныҡ ғәжәпләнгәйнем. Сөнки был яҡты донъяла һинән сибәрерәк ҡыҙҙарҙың булыуы мөмкин түгел, тигән инаныуҙа инем. Тәүге мөхәббәт тойғоһо ана шулай булалыр инде һәр кемдә...
Һине әйттерергә 45 йыл элек ағайҙарым менән килдек. Өҙөлөп һөйгән йәрем – берҙән-бер мөхәббәтем менән ҡауышҡан йәш кеше булараҡ, мин шул саҡ үҙемде донъялағы иң бәхетле йән итеп тойҙом. Икебеҙ ҙә студент булыу сәбәпле, ҡала әбейҙәренең фатирында тар ғына бүлмәлә йәшәү ҙә беҙҙе әллә ни борсоманы. Сөнки һиңә лә, миңә лә ул ваҡытта бергә булыуҙан да артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Көн дә бер-беребеҙҙе күреп йөрөү генә лә оло бәхет ине бит. Оҙаҡламай тыуасаҡ улыбыҙҙың яҡты донъяға килеүен икәүләшеп көтә башланыҡ. Уның еңелсә генә һиңә «эс яҡтан тибеп», әленән-әле үҙе хаҡында белдереүен мәҙәк күреп көлөшөп ала инек. Ул саҡта УЗИ-диагностика кеүек тикшеренеүҙәр булмауына ҡарамаҫтан, нишләптер фәҡәт улыбыҙ тыуырына ышаныуыбыҙға ошоғаса ғәжәпләнеп бөтә алмайым. Уға Салауат тигән исем дә әҙерләп ҡуйҙыҡ бит... Аллаһ Тәғәлә беҙгә, ысынлап та, ғәйәт теремек малай бүләк итте! Улыбыҙҙың тәү тапҡыр ай-һай тороуына, тайыш-тойош баҫып атлап китеүенә, «атай», «әсәй», тип әйткән тәүге һүҙҙәренә шатланыштыҡ. «Ҡолонсағыбыҙ»ҙың һәр хәрәкәтен, артабан көн дә үҙләштерә барған «һөнәр»ҙәрен оло кинәнес менән күҙәттек. Оҙаҡламай, һин миңә шундай уҡ ҡәҙерле икенсе улыбыҙ Азатты «туп иттереп» табып бирҙең...
Ғүмер үтә, тиҙәр. Ә мин, ул атҡан уҡтай оса, тиер инем! Бергәләшеп кискән ғүмеребеҙҙә һәр төрлө ауырлыҡтар, һынауҙар күп булды, әлбиттә. Хәҙер улдарыбыҙ ҙа инде бишенсе тиҫтәһен ҡыуа. Тыуыр баланың ҡыҙ йә иһә малай булыуы атаһынан тора икәнлеген күҙ уңында тотоп: «Йә берәй ҡыҙ ҙа таптырта алманың...» – тип уйынлы-ысынлы «ризаһыҙлы­ғыңды» белдерә торғайның. Аллаһ Тәғәлә һинең теләктәреңде ҡабул итеп, ике ейән һәм бер түгел, дүрт ейәнсәр бүләк итте бит үҙеңә! Бына ниндәй бәхетле ҡәртәсәй һин! Ә минең бәхетем хаҡында хатта әйтеп тораһы ла түгел...

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2023) һанында уҡығыҙ.

 
Бәхетле ҡарт  монологы
Бәхетле ҡарт монологы
Автор:
Читайте нас: