+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
11 Декабрь 2022, 19:38

Оло юғалтыу

Бөгөн Башкортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, билдәле драматург Мөҙәрис Басир улы Багаев мәңгелек йортона күсте.

Оло юғалтыу
Оло юғалтыу

Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлап, оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләй. Әҙәбиәткә һуң ғына киләһә лә, ул "Йәшлек" гәзите, Р.Солтангәраев исемендәге "Аманат" журналы һәм " Илһам шишмәләре" фестивале лауреаты. Артабан Мөҙәрис Багаев театрҙар менән ихлас хеҙмәттәшлек итә. " Аҡса булһа, бер муҡса", "Бер заман ҡалала", "Мөхәббәт утрауы", "Ике төш" драматик әҫәрҙәре Республика театрзарында бара. Яҙыусы, драматургтың ижады, яҡты исеме хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр.
Улдары Флорид менән Фидаристың, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаклашабыҙ. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә 12.12 сәғәт 11-ҙә Цветочная урамында.

Автор:
Читайте нас: