Аҡмулланың тормош һәм ижад юлына арналған сәхнә әҫәрҙәре әленән-әле театрҙарыбыҙҙа күрһәтелеп тора. 14 декабрь Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә лә “Аҡмулла” спектакленең премьераһы була. Ул мәғрифәтсенең "Нәсихәттәр"енә – нәсихәттәргә, ҡобайырҙарға, шиғырҙарға, шулай уҡ 19-сы быуат аҙағы – 20-се быуат башы шағирҙарының ижад өлгөләренә яңыса ҡараш ташларға мөмкинлек биреүе менән үҙенсәлекле. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры БР-ҙың Ш.Бабич ис.дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов, балетмейстеры – БР-ҙың Ш.Бабич ис.дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Сулпан Асҡарова, композиторы – Вәсил Ғафаров, яҡтылыҡ буйынса рәссамы – Светлана Насонова. Спектакль башҡорт телендә рус теленә синхрон тәржемә менән бара.
Премьера көндәре – 14, 15 декабрь.