Рәсәй сәнғәт академияһы Президенты Зураб Церетели: "Минең исемем Салауат" фильмының төп геройы Салауат Александрович Щербаков арҙаҡлы шәхес, ул танылған скульптор, Рәсәй сәнғәт академияһы академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, профессор, монументаль сәнғәт өлкәһендә ил һәм халыҡ-ара кимәлдәге конкурстар лауреаты, бик күп халыҡ-ара академиялар академигы. Бөгөнгө замандан киләсәк быуынға сәнғәт әҫәрҙәре ҡала, улар араһында Салауат Щербаковтың һәйкәлдәре, монументаль композициялары, мемориаль комплекстары ла бар. Уның ижад өлгөләрен Рәсәй һәм сит илдәр музейҙарында һаҡлана. Салауат Александровичта милли үҙаң көслө үҫешкән, ул үҙенең тамырҙарын юллап, шәжәрәһен дә төҙөнө, ата-бабалары Башҡортостандан булыуына бик ғорурлана.
Салауат Щербаков хаҡындағы документаль фильм, талантлы ижад коллективы тарафынан юғары профессиональ кимәлдә төшөрөлгән. Унда бөгөнгө заман һулышы ла, дөйөм кешелек идеялары, тәрән образлы философия яңыса асыла. Фильм актуаль һәм ихлас ҡабул ителә. Күренекле шәхестәргә һәм тарихи ваҡиғаларға арналған документаль фильмдар Башҡортостандың данлы йылъяҙмаһын тәшкил итә».