-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Мая 2022, 12:14

Ауыл мәктәбендә эшләгән йәш уҡытыусылар грант рәүешендә 690 мең һум аҡса алырға мөмкин

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда ауылда эшләгән йәш уҡытыусылар өсөн гранттар 2019 йылдың июлендә булдырылғайны. Был ярҙам сараһы уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл мәктәбендә эшләгән йәш уҡытыусылар грант рәүешендә 690 мең һум аҡса алырға мөмкинАуыл мәктәбендә эшләгән йәш уҡытыусылар грант рәүешендә 690 мең һум аҡса алырға мөмкин
Ауыл мәктәбендә эшләгән йәш уҡытыусылар грант рәүешендә 690 мең һум аҡса алырға мөмкин

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда ауылда эшләгән йәш уҡытыусылар өсөн гранттар 2019 йылдың июлендә булдырылғайны. Был ярҙам сараһы уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыуға йүнәлтелгән. Күптән түгел Республика Башлығы Радий Хәбиров 2019 йылдың 11 июнендәге «Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында» указға үҙгәрештәр индерҙе. Документ республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Указдың яңы редакцияһына ярашлы, 2022 йылда йәш уҡытыусыларға 690-ышар мең һумлыҡ 25 грант тапшырыла. Был конкурста ауыл ерендәге мәктәптә эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнашырға мөмкин.

Фото: "Башинформ"дан.

 

Автор:
Читайте нас