-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
15 Февраль 2022, 19:26

Камилә Вәлиева иң юғары мәрәй йыйҙы

 Олимпиадала бөгөн беҙ көткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың фигуралы шыуыу буйынса мотлаҡ программаһында Рәсәй фигуристары һоҡланғыс сығыш яһаны. Һуңғы улай уҡ күңелле булмаған ваҡиғалар бер аҙ тетрәтһә лә, һәләтле ҡыҙҙарыбыҙға юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығы буйынса еткәндәр табылманы.

Камилә Вәлиева иң юғары мәрәй йыйҙы
Камилә Вәлиева иң юғары мәрәй йыйҙы

“Башҡаларҙың ярышҡа әҙерләнеүен күҙәтеп кенә ултырмай, ә һәр көн үҙем боҙға шыуырға сыға алыуым – тыуған көн һымаҡ”, – тигәйне Камилә, артабан ярышта ҡатнашырға рөхсәт алғас. Камилә Вәлиева, Анна Щербакова, Александра Трусова – ҡыҙҙарҙың өсөһө лә көслө, әммә холҡтары менән бер-береһенә оҡшамаған. Камилә бик ауыр элементтарҙы ла еңел генә үтәй, һәр хәрәкәте нескә, камил, Анна ҡоростай ныҡлы характерлы, һәр аҙымы ышаныслы, тәүәккәл, ә Александра үҙенсәлекле әйләнеү һәм дүрт ҡатлы һикереү комбинациялары менән тамашасылар һөйөүен яулап өлгөргән.  

 Олимпиадала бөгөн беҙ көткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың фигуралы шыуыу буйынса мотлаҡ программаһында Рәсәй фигуристары һоҡланғыс сығыш яһаны. Һуңғы улай уҡ күңелле булмаған ваҡиғалар бер аҙ тетрәтһә лә, һәләтле ҡыҙҙарыбыҙға юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығы буйынса еткәндәр табылманы. Камилә  Вәлиева –`82,61, Александра Трусова – 74,60, Анна Щербакова  80,20 мәрәй йыйып, иртәгә уҙасаҡ ирекле программала призлы урындар өсөн көрәшеү мөмкинлегенә эйә булды. Еңеүҙәр теләйек, ҡыҙҙарыбыҙға!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: