Сарала «Технология системаларын автоматлаштырыу» йәмғиәтенең күҙәтеү советы рәйесе Зензин Андрей Валентинович ҡатнашты.
Проекттың төп маҡсаты – уҡыусыларға киләсәк һөнәр һайлауға йүнәлеш биреү, республикабыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итерлек белемле кадрҙар базаһы туплау, уҡыусылар араһында техник фәндәрҙе, шәхси, һөнәри һәм ижтимағи үҫеште популярлаштырыу.
«Беҙ төрлө эш биреүсе предприятиелар ҡатнашлығында мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү мәсьәләһен әүҙем тикшерәбеҙ. Хеҙмәт һәм мәшғүллек – төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн мөһим шарт. Алдағы 10–15 йылда ниндәй кимәлле кадрҙар аласағыбыҙ бик күп аспекттарға бәйле. Бөгөнгө көндә республиканың юғары уҡыу йорттарында йәки башҡа субъекттарҙа белем алған йәштәр төбәк предприятиеларына кире ҡайтһын өсөн шарттар булдырылыуы ла мөһим роль уйнай. Был проектты тормошҡа ашырыу гимназистарыбыҙға республикабыҙҙың электр энергетикаһы өлкәһе менән тәрәнерәк танышырға мөмкинлек бирәсәк, бәлки, кемдер был өлкәлә эшләй ҙә башлар, тип ышанабыҙ,» – ти Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зинуров.
Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә өлкән класс уҡыусылары өсөн бай йөкмәткеле белем биреү программаһы ҡаралған. Программа ғилми эксперттар, методологтар һәм техник белгестәр менән берлектә әҙерләнгән. Ул электр энергетикаһы өлкәһендә өҫтәмә белем биреү курстарын һәм шуға бәйле саралар теҙмәһен үҙ эсенә ала. Семинарҙар һәм тренингтар, лабораторияла һынауҙар уҙғарыу, спикерҙар, остаздар, проект кураторҙары менән аҙна һайын ике сәғәтлек оффлайн һәм онлайн дәрестәр, компания етәкселәренең нисек уңышҡа өлгәшеүе хаҡында мәғлүмәт биреүсе экскурсиялар һәм оҫталыҡ дәрестәре курста ҡатнашыусылар өсөн фәһемле булыр, тип ышанабыҙ.