-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
20 Декабрь 2021, 20:41

Башҡортостанда 100 млрд һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлдө

Өфөлә үткән "Халыҡ-ара бизнес аҙналығы" сиктәрендә 100 млрд һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлдө. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, эшлекле саралар программаһында 1700-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән ун сит илдең рәсми делегация вәкиле, Рәсәй һәм сит ил компаниялары етәкселәре, иҡтисади үҫеш институттары эксперттары ҡатнашты.

Башҡортостанда 100 млрд һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлдө
Башҡортостанда 100 млрд һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлдө

"Халыҡ-ара бизнес аҙналығы" сиктәрендә 100 млрд һумлыҡ килешеүҙәр төҙөлдө. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, эшлекле саралар программаһында 1700-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән ун сит илдең рәсми делегация вәкиле, Рәсәй һәм сит ил компаниялары етәкселәре, иҡтисади үҫеш институттары эксперттары ҡатнашты.

Форум барышында онлайн форматта һәм Өфө майҙансыҡтарында Белоруссия, Төркиә, Тажикстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Һиндостан, Канада һәм Ҡытай вәкилдәре сығыш яһаны.

 "Халыҡ-ара бизнес аҙналығында" ҡатнашыусылар 100 млрд һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө. Рөстәм Моратов әйтеүенсә, был килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу барышын беҙ Республика менән идара итеү үҙәгенең мониторинг системаһы аша күҙәтеп барасаҡбыҙ. Форум сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестсәғәт”тең йөҙөнсө юбилей ултырышын уҙғарҙы. Инвесторҙар менән осрашыу барышында дөйөм күләме 815 млрд һум тәшкил иткән яңы проекттар ҡаралды.

Бынан тыш, форум майҙансыҡтарында “Рәсәйҙең 100 яҡшы тауары” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. “Лауреат предприятиелар” һаны буйынса Башҡортостаныбыҙ бәйгелә 2-се урын яуланы.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: