+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
17 Декабрь 2021, 21:24

Башҡортостан педагогтары «Рәсәй тәрбиәселәре» бәйгеһендә еңде

Башҡортостандан ике педагог «Рәсәй тәрбиәселәре – 2021» IX Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Финалистарҙы Мәскәүҙән онлайн бәйләнеш форматында тәбрикләнеләр. «Рәсәй тәрбиәселәре» конкурсы Рәсәй Мәғариф министрлығы, Рәсәй Президент гранттары фонды ярҙамында ойошторола. 

Башҡортостан педагогтары «Рәсәй тәрбиәселәре» бәйгеһендә еңде
Башҡортостан педагогтары «Рәсәй тәрбиәселәре» бәйгеһендә еңде

«Рәсәй тәрбиәселәре» конкурсы Рәсәй Мәғариф министрлығы, Рәсәй Президент гранттары фонды ярҙамында ойошторола. Бәйгенең төп маҡсаты – балалар баҡсалары тәрбиәселәре, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәренең эшендә инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, уларҙы таратыу, белемен камиллаштырыу, таланттарҙы асыу, педагог һөнәренең абруйын арттырыу һәм киләсәктә уңышлы эшмәкәрлеккә дәртләндереү.

«Бәйгелә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 14 меңдән ашыу мәктәпкәсә белем биреү педагогы көс һынашты», – тип белдерҙе Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Рәсәй тәрбиәселәре» ойошмаһы етәксеһе Лариса Тутова.

 «Быйыл иң һәйбәт тәрбиәсе, етәксе, өлкән тәрбиәсе һәм музыкаль хеҙмәткәрҙең эштәре менән бер рәттән, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы блогерының эшмәкәрлеген дә ҡараныҡ. Номинацияларҙы киңәйтеү мәктәпкәсә белем биреүҙең йылдан-йыл сифаты артыуына, ата-әсәләр һәм балалар өсөн ҡулайлыраҡ була барыуына йоғонто яһай», – тине Сифатлы мәғариф милли институты директоры урынбаҫары Татьяна Волосовец. 

Конкурстың төбәк этабы 15 апрелдән 15 сентябргә тиклем барһа, федераль этап октябрь айында уҙҙы. Яңы һынауҙар араһында – «Фән юлында» номинацияһы. Ул фәнгә һәләте, ынтылышы булған педагогтарҙы табыу маҡсатын күҙҙаллай. Был номинацияла II дәрәжә диплом менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 51-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миләүшә Шәфиева бүләкләнде. Миләүшә Рәшит ҡыҙының балалар менән эшләү тәжрибәһе – 20 йыл, ул бәйгегә «Иң кескәйҙәрҙең балалар баҡсаһы шарттарына өйрәнеү ысулдары» темаһына арналған диссертацияһының концепцияһын тәҡдим иткән.

«Беҙҙең эштә иң мөһиме – балаларға һөйөү. Һәр бала, хатта иң бәләкәсе лә – үҙ холҡо, үҙ теләге, үҙ мәнфәғәте булған шәхес. Һәр кемдең үҙенсәлеген күрә белеү мөһим. Һөнәремде ҡалдырып киткән мәлем булды, әммә балалар менән эшләү минең булмышым икәнде аңлап, кире әйләнеп ҡайттым. Унан бигерәк, быйыл мин психолог һөнәрен үҙләштерҙем һәм кескәйҙәр менән яңы йүнәлештә эшләргә теләйем. Хеҙмәтемде федераль кимәлдә баһалауҙары ҙур мәртәбә, әлбиттә, шул уҡ ваҡытта яҡшыраҡ эшләргә яуаплылыҡ та өҫтәй», – тине Миләүшә Шәфиева.

Римма Сәйғафарова ла оҙаҡ йылдар мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында эшләй. Ул – Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө балалар баҡсаһында физик культура буйынса инструктор. Балаларҙа үҙ өлгөңдә генә спортҡа, сәләмәт тормошҡа һөйөү тәрбиәләргә мөмкин, тигән фекерҙә педагог. Римма тәҡдим иткән видео-проект III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Фото «Башинформ»дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: