-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 15:24

Рок-хәрәкәткә яңы һулыш

Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды, «Без Башкортлар» төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хәрәкәте, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 7 декабрҙә «UFTANMA ижадханаһында башҡорт рок-музыканттарының кисәһен уҙғарҙы.

Рок-хәрәкәткә яңы һулыш
Рок-хәрәкәткә яңы һулыш

«UFTANMA» проектының авторы, билдәле актер Шаһитулла Хамматов әйтеүенсә, был улар ойошторған дүртенсе сара. “Бығаса сәхнәгә йәш шағирҙар, төрлө ижади йүнәлеш кешеләре сыҡһа, башҡорт рок йырсылары тәүгегә сығыш яһаны”, – ти ул.
Сараның төп үҙенсәлеге шунда: был «UFTANMA» проекты ҡунаҡтары рәтендә «Беҙ башҡортлар» хәрәкәте ағзалары булды һәм башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында сығыш яһаны.
«Без башкортлар» хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил музыкант булараҡ та үҫешкән, төрлө ижади ансамблдәрҙә ҡатнашҡан, үҙ йүнәлеше һәм стиле булған ижади шәхес булараҡ танылыу яулаған. Альберт Исмаил һәр саҡ тарих һәм мәҙәниәт менән дә ныҡлап ҡыҙыҡһынғанын, күп сығанаҡтарҙы өйрәнеүен билдәләй. Тап ошо шөғөлө арҡаһында ул шәжәрә төҙөү мәсьәләһенә килеп еткән һәм үҙенең тамырҙарын асыҡлай башлағас, атаһы һәм әсәһе яғынан ата-бабаларының аҫаба башҡорттар булыуын асыҡлаған. Белдереүенсә, атаһы яҡынан туғандары тамьян ырыуы вәкилдәре булһа, әсәһе яғынан – ҡырғыҙҙар.
Әлеге көндә Альберт Исмаил –төньяҡ-көнбайышта йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштереп торған рухлы шәхес. Уның ҡатнашлығындағы «Хаят-Исмаил» төркөмө сығышы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Сараны ойоштороусыларҙың береһе, ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Юлдаш Йосопов фекеренсә, был сара – башҡорт рок хәрәкәте традицияларын дауам итеүҙең бер аҙымы.
– Башҡорт рок йолалары бик бай, күп яҡлы, был йүнәлеште үҙ иткән йырсыларыбыҙ бихисап. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә үткән легендар “Дәрүишхан” төркөмө концертын ғына алайыҡ. Мәгәр бөгөнгө сара ошо йолаларға бөтөнләй икенсе һулыш өҫтәне, сөнки йырҙар башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында ла яңғыраны. Был - беҙ күнеккән төшөнсәләргә диалекттар призмаһы аша яңы ҡараш. Бығаса “Хаят-Исмаил” төркөмө, Филүс Беркет һәм Милли йәштәр театры артистары Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы төп нөсхәһендә – иҫке башҡорт телендә башҡарып тамашасы күңелен яуланы. Бөгөнго сара ошо башланғыстың дауамы, яңы мөмкинлектәрҙе асыу, - тине Юлдаш Йосопов.
Сара Башҡорт теле көнөнә арналған «Ете аҙым» марафонын башлап ебәрҙе. Унда яңы һәм күптән популяр булған рок- композицияларҙың акустик версиялары яңғыраны, әйтеүебеҙсә, йырҙар башҡорт теленең төрлө диалекттарында башҡарылды.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Ш. Бабичтың билдәле шиғырҙарын рок-аранжировкала тәҡдим итте.

Г. Балтабаева.

Автор:
Читайте нас: