+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
7 Декабрь 2021, 20:50

Республикабыҙҙағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар түләүҙәрҙән азат ителә

Республикабыҙҙағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар түләүҙәрҙән азат ителә.   Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы республикабыҙҙағы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеүен дауам итә.

Республикабыҙҙағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар түләүҙәрҙән азат ителә
Республикабыҙҙағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар түләүҙәрҙән азат ителә

Пандемия осоронда республика иҡтисадының тотороҡло үҫешен һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында, коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмалар дәүләт милкен ҡуртымға алыуға йүнәлтелгән килешеүҙәр буйынса түләүҙәрҙән азат ителәсәк. Был ташлама 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем төҙөлгән килешеүҙәргә генә ҡағыла.

– 2021 йылдың 3 декабренә ҡарата беҙҙә 42 коммерциялы булмаған социаль йөүнәлешле ойошма түләүҙәрҙән азат ителде, – тип хәбәр итә Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Артур Аманбаев. – Коммерцияға ҡоролмаған бындай ойошмалар йәмғиәткә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын табырға мөмкинлек бирә. Социаль йүнәлешле ойошмаларға дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһендә, беҙҙең республика кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн өҫтәлмә инвестициялар йәлип итеү йәһәтенән ҙур ҡыҙыҡһындырыу уята. Әйтәйек, уңышлы социаль климатлы төбәктә эшҡыуарлыҡты үҫтереү күпкә уңайлы һәм хәүефһеҙ.

Коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға күрһәтелгән дәүләт ярҙамының дөйөм күләме – 9 миллион һум самаһы. 

Әлеге ташламалар Республика Башлығының “2021 йылда сит факторҙар, шул иҫәптән,  яңы короновирус инфекцияһы йоғонтоһонда Башҡортостандың иҡтисади үҫешен һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән өҫтәлмә саралар” тураһындағы бойроғона һәм Республика Хөкүмәтенең “Коммерция булмаған социаль йүнәлешле ойошмаларға дәүләт милкен ҡуртымға алыуҙа мөлкәт ярҙамы тураһындағы” ҡарарына ярашлы ғәмәлгә ашырыла.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: