+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 09:32

Башҡортостанда ауырыуҙарҙы асыҡлау буйынса яңы алым ҡулланыласаҡ

Өфөлә “ПЭТ-ТЕХНОЛОДЖИ” ядро медицинаһы үҙәгендә йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын асыҡлау мөмкинлеге биргән яңы тикшереү алымы сафҡа индерелде. Хәҙер ундай ауыр сир менән яфаланыусылар позитрон-эмиссия томографында ентекле ҡарала ала.

Башҡортостанда ауырыуҙарҙы асыҡлау буйынса яңы алым ҡулланыласаҡ
Башҡортостанда ауырыуҙарҙы асыҡлау буйынса яңы алым ҡулланыласаҡ

Был юғары теүәллектәге диагностика алымы Башҡортостанда Рәсәй төбәктәренән беренсе булып ҡулланыла. Кардиология өлкәһендә ПЭТ-диагностика – заманса медицинала яңы йүнәлеш. АҠШ-та, мәҫәлән, тикшеренеүҙәрҙең 40 проценты томограф ярҙамында башҡарыла, Европа был йәһәттән бер аҙ ҡалыша.  федераль клиникалар, шул иҫәптән Мәскәү, иҡтисади үҫешкән төбәк дауаханалары заманса ҡорамалдар менән һәйбәт йыһазландырылған, беҙгә лә был тарафта артта ҡалмаҫҡа кәрәк.    

Октябрь башында Башҡортостандың баш ҡалаһында кардиология өлкәһендә ПЭТ/КТ-тикшеренеүҙәр үткәреүгә бағышланған түңәрәк өҫтәл уҙғайны. Сараның ойоштороусыһы булып «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө сығыш яһаны. Һаулыҡ һаҡлау белгестәре фекеренсә, был тикшеренеүҙәрҙең заманса төрөн әүҙем файҙаланыу халыҡҡа күрһәтелгән медицина хеҙмәтенең сифатын арттырыу, ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дөйөм дауалау кимәлен күтәреү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә. Шул иҫәптән, тәү сиратта, ПЭТ ярҙамға мохтаждарға киҫкен осраҡта ваҡытында һәм дөрөҫ диагноз ҡуйырға булышлыҡ итә.

 Был йүнәлештә эш, кардиология өлкәһен борсоған көнүҙәк темаға һөйләшеүҙәр менән генә сикләнмәй, етди ҡаҙаныштар менән дә дәлилләнә. Республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселеге сирҙәрҙе иртә диагностикалауҙа һөҙөмтә биргән алдынғы медицина алымдарын әүҙем ҡулланыуҙы алға әйҙәй, был юҫыҡта төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙер. Әйтәйек, йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәре менән интегеүселәргә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 100 тикшеренеү үткәреү өсөн квота бүленеү хаҡында ҡарар ҡабул ителде.  

“Ошоғаса Башҡортостан халҡы федераль клиникаларҙа тикшеренеү үтергә мәжбүр булһа, хәҙер республиканан ситкә сыҡмай ғына, үҙебеҙә ошо уңайлы мөмкинлек менән файҙалана ала. Был ауырыуҙарҙың үҙҙәре өсөн дә, дөйөм алғанда, медицина хемәткәрҙәренә, тиҙ тикшереү үткәреп, уңышлы дауалау һөҙөмтәһенә өлгәшеү өсөн дә мөһим.  Халыҡ ғүмерен оҙайтыуға йүнәлтелгән беҙҙең маҡсаттың  «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмөнөң стратегик планы менән тап килеүе һөйөнөслө, әлбиттә. Кешеләрҙең оҙағыраҡ, сәләмәтлерәк йәшәү мөмкинлегенә туранан-тура йәки шәхси медицина аша йоғонто яһай  башлауыбыҙ  ҡыуандыра. Ә бит йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙары онкология менән бер рәттән – бөтә донъяла кешеләрҙең эш һәләтен юғалтыуҙың, үлем осраҡтарының төп сәбәбе”, – тип белдерҙе Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Автор:Альбина     Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: