Сара сиктәрендә "Аҡбуҙат" журналы мөхәрррире, шағирә Лариса Абдуллина баҫманың йәш уҡыусылары Ансар һәм Дана Бүләковтар, Алина һәм Диана Йәһүҙиндар, Әминә һәм Рәшит Хамәтовтар, Самир Ибраһимов менән осрашты .
Балаларға журналдың махсус номеры, дүрт телдә сыҡҡан “Тере шишмә” китабы, милли орнаменттар менән биҙәлгән “Урал батыр” комикстары бүләк ителде.
Санкт-Петербург ҡалаһында йәмәғәт башланғысы менән башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе дәрестәре ойошторолған. Унда 15 бала шөғөлләнә.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, йәкшәмбе мәктәбенә ярҙам йөҙөнән алфавит, уҡытыу-методик ҡуланмалар, нәфис әҙәбиәт тапшырҙы. Исмағил Тасимов көндәрендә әүҙем ҡатнашҡан Артем Фәхриевҡа министрлыҡ дипломдары тапшырылды.
Башҡорт мәҙәниәте көндәре ҙур гала -концерт менән таамланды. Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Гөлназ Ибраһимова әйтеүенсә, сара бик матур үткән. Концерт программаһы “Ирәндек” фольклор ансамбле ойошторолоуға 35 йыл тулыуға арналған. Шулай уҡ, “Наза ” бейеү ансамбле лә сағыу сығыштары менән тамашасыларҙың алҡыштарын яулаған.
– Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алған осорҙа ошодай күркәм сара үткәрелеүе бик әһәмиәтле. Милләттәштәребеҙ ошо мөһим саранан ситтә ҡалмаҫ, әүҙем ҡатнашыр, тип ышанабыҙ. Санкт-Петербург башҡорттарына килгәндә, беҙ – берҙәм һәм әүҙем. Башҡортостанға ярҙам һәм хәстәр өсөн рәхмәтлебеҙ, артабан да был бәйләнештәр нығыныр тип өмөтләнәбеҙ, – ти Гөлназ Хәләф ҡыҙы.