+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Октябрь 2021, 16:13

Мәскәүҙә «Меня зовут Салават» фильмының премьераһы үтте

Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Меня зовут Салават» исемле документаль фильмының исем туйы үтте. Ул күренекле скульптор Рәсәй сәнғәт академияһы академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың тормош һәм ижад юлы тураһында. Салауат Александрович менән телевидение, радио, баҫма мәғлүмәт саралары өсөн йөҙҙән ашыу интервью әҙерләгән. Документаль фильм уның яҙмышына арналған беренсе таҫма.

Мәскәүҙә «Меня зовут Салават» фильмының премьераһы үтте
Мәскәүҙә «Меня зовут Салават» фильмының премьераһы үтте

Тәүҙә республиканың Рәсәй ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Умарпаша Ханалиев картинаны әҙерләүсе ижади төркөм һәм фильм геройы менән осрашты. Ул төркөмдө исем туйы менән ҡотлап, артабан да уңыштар теләне. Фильмдың продюсеры Гәүһәр Батталова менән Салауат Щербаков: «Беҙ киләсәктә лә Башҡортостан мәҙәниәтен илебеҙ башҡалаһында әүҙемләштереү эшендә ярҙам итергә әҙер» - тип белдерҙе.

Фильмдың исем туйына килгән ҡунаҡтар араһында – Салауат Щербаковтың туғандары, һөнәрҙәштәре, яҡташтары. Республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиле исеменән Умарпаша Ханилиевтың ярҙамсыһы Ришат Халиков сығыш яһаны Ул: «Башҡортостан Рәсәйгә, СССР-ға 3 генераль штаб етәксеһе тәрбиәләгән ер. Салауат Александровичты оло ышаныс менән 4-се алтын ҡуллы маршал тип атарға була», - тине.

 Федерация Советының тарихи-мәҙәни комиссияһы рәйесе Марина Сирота: «Легендар скульптор тураһындағы ғәжәйеп фильм Рәсәйҙең дәүләт премияһына һәм илдең «Культура» федераль телеканалында күрһәтеүгә лайыҡ», - тип билдәләне.

Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиленең беренсе урынбаҫары Евгений Кравцов: «Ошондай фильдың исем туйы беҙҙең бинала үтеүенә ифрат шатбыҙ. Ижади төркөмдөң оҫталығына хайран ҡалдыҡ», - тине.

Башҡортостандың Мәскәүҙәге яҡташтар ойошмаһы рәйесе Инга Юмашева: «Фильм шис шикһеҙ юғары баһаға лайыҡ», - тип белдерҙе.

Кисәне алып барыусы, Башкортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең милли мәҙәниәтте үҫтереү бүлеге етәксеһе Азат Ҡаҙаҡбаевтың: «Фильмды Һеҙҙең атай-әсәйегеҙ нисек ҡабул итер ине икән», -тигән һарауына Салауат Щербаков: «Бөгөн минең атайым өсөн иң бәхетле көн булыр ине. Кинотаҫманы әҙерләүсе төркөмдө һис шикһеҙ илебеҙҙең мәҙәни ҡаҙанышы тип атарға мөмкин»,- тине.

Фильм Башҡортостан башлығы һәм республика Хөкүмәте ярҙамында донъяға сыҡты. Ул Мәскәү, Өфө ҡалаларында, Башҡортостандың Архангель районында республиканың мәҙәниәт министрлығы заказы буйынса төшөрөлдө. Картинала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла исемдәре илдә билдәле рәссам – скульпторҙар, күренекле шәхестәр. Улар араһында Рәсәй сәнғәт академияһы ректоры Зураб Церетели, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы, Рәсәйҙең хәрби-тарих йәмғиәте рәйесе Владимир Мединский, армия генералы Рәшид Нурғәлиев һәм башҡалар.

Ни өсөн уның исеме Салауат, фамилияһы Щербаков? Фильмдың авторы һәм продюсеры Гәүһәр Батталоваға был һорауҙы бик йыш бирәләр. Салауат ағайҙың атаһы Дәүләтхужа тарихи Башҡортостандан бүленеп ҡалған Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районы Ҡолсом ауылынан.1921 йылғы ҡот ваҡытында ул тома етем ҡала. Балалар йортонда уға  Александр Ишкилдов тип яңы исем бирәләр. Салауат Александрович башҡорт егете Дәүләтхужа Сиражетдиндың улы. Бөйөк скульпторҙың тамырҙарында башҡорт ҡаны аға. Салауат ағай үҙен «йәш башҡорт» тип иҫәпләй. Фильм алты өлөшкә бүленгән. Уның исемдәрен ижадсы башҡорт телендә үҙе әйтә.  «Минең атлап йөрөүем, самбист алымдарым башҡортса тиҙәр, йылдар үткән һайын мин башҡорт икәнлегемде нығыраҡ һиҙә барам»,-ти ул.

Фойела тамашасыларға Салауат Александровичтың проекттары менән танышыу бәхете лә тейҙе. Оҫтаның Рәсәй геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатовты һынландырған һәйкәле киләһе йылда Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында урын аласаҡ.

Яңы фильм өҫтөндә ижади төркөм ярты йылдан артығыраҡ эшләй. Режиссер Әлфиә Арыҫланова, ҡуйыусы кинооператор Урал Ғатауллин, композитор Илшат Хәлилов, продюсер Айбәк Ғәлиевтың иҫ киткес таланты – фильмды бер бөтөн итте.

Проектты әҙерләүсе команда Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә фильмдың исем туйын ойоштороуҙағы ярҙамы өсөн оло рәхмәт белдерҙе.

 «Меня зовут Салават» фильмының исем туйы тәүге тапҡыр илебеҙҙең башҡалаһында үтте. Тамашасылар картинаның икенсе серияһын көтөп ҡалабыҙ тип таралышты.Матур башланғыстың дауамы булыр тип ышанайыҡ.

Автор:
Читайте нас: