+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
16 Сентябрь 2021, 09:55

Спорт һәм һаулыҡ - айырылғыһыҙ

Республикала 18 меңдән ашыу инвалид бала йәшәй. Ундай балаларҙы физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү бик мөһим. Беҙҙең паралимпиясылар һаулыҡтары сикләнгән кешеләр өсөн сиктәр юҡлығын раҫланы.

Спорт һәм һаулыҡ - айырылғыһыҙ
Спорт һәм һаулыҡ - айырылғыһыҙ

🥇🥈🥉Токиолағы Паралимпия уйындары йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан спортсылары 12 миҙал – биш алтын, өс көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы.

📌Башҡортостанда терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған, күреү, ишетеү һәләттәре боҙолған, интеллектуаль тайпылыштар булған 42 меңдән ашыу кеше физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был – республикала йәшәүсе инвалидтарҙың 24 процентҡа яҡыны. Аҙаҡҡы алты йылда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында спортсылар һаны 2,8 тапҡырға артҡан.

Әгәр иртә бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә башлағанда, улар һаны тағы ла күберәк буласаҡ, тип һанай Владимир Путин.. Уның ҡушыуы буйынса, илдең бөтә төбәктәрендә иртә физик үҫеш үҙәктәре төҙөй башланылар. Улар Рәсәй спорты системаһында тәүге “баҫҡыс” буласаҡ һәм чемпиондар тәрбиәләргә ярҙам итәсәк.

Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова, төҙөлөш темптары бик түбән, уларҙы тиҙләтергә кәрәк, тип иҫәпләй.

Автор:
Читайте нас: