+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
6 Сентябрь 2021, 17:17

Тиҙҙән бәйге башлана

Башҡортостанда сираттағы “Айыҡ ауыл -2021” республика конкурсы башлана. Мәғлүм булыуынса, былтыр конкурс халыҡ араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, муниципалитеттар араһында унда ҡатнашыу буйынса әүҙем эштәр алып барылды.

Тиҙҙән бәйге башлана
Тиҙҙән бәйге башлана

Былтыр бәйге август айында башланғайны. Ноябрь аҙағына тиклем барған муниципаль этапта республиканың барлыҡ 54 районы ҡатнашты. Әйткәндәй, 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән конкурстың приз фонды ун тапҡырға арттырылғайны.
“Айыҡ ауыл – 2021” республика конкурсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы(конгресс) , Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары һәм башҡа ведомстволар ҡатнашлығында ойошторола. Бәйге саралары респубика Башлығы гранты саралары иҫәбенә үткәрелә.
Конкурс республика өсөн яңылыҡ түгел: бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле һәм ыңғай башланғыс итеп танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм дәрт-дарман, хуплау уятты. Бәйгенең маҡсаты бер: кешеләрҙең күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу.
Атап әйткәндә, “Айыҡ ауыл” конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ул ҡабаттан тергеҙелде.
Былтыр бәйге тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итте: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, йәмғеһе 2114 ғариза ҡабул ителгән, конкурста республиканың 54 районы ла ҡатнашҡан. Проектта ҡатнашыуға сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаусы журналистар, эстрада йондоҙҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йәлеп ителә. Урындағы һәм дәүләт власы органдары иһә уның һөҙөмтәләре буйынса төрлө ҡануни акттар, башҡа документтар тәҡдим итә.
“Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар ҡабул итә башлау ваҡыты тураһында ойоштороусыларҙан өҫтәмә мәғлүмәт буласаҡ. Бәйгелә ҡатнашырға дәғүә итеүселәр алкоголизм менән көрәшеүгә нигеҙләнгән саралар үткәрергә, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Конкурстың тәүге этабына һөҙөмтәне муниципаль райондағы ойштороу комитеты презентация метариалдарына нигеҙләнеп яһай.

Автор:
Читайте нас: