+13 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
4 Сентябрь 2021, 19:52

“Төнгө бүреләр” – Шайморатовта

Башҡортостандың «Төнгө бүреләр» мотоклубы вәкилдәре Шайморатов ауылында булып китте. Делегацияны муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева ҡаршы алды. Сарала ҡатнашыусылар Рәсәй Геройы, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалды.

“Төнгө бүреләр” – Шайморатовта
“Төнгө бүреләр” – Шайморатовта

Артабан ҡунаҡтар Шайморатов ауылы күп функциялы мәҙәниәт йортона йыйылды. Унда краевед Резеда Әхтәмова йыйылыусыларҙы М.М.Шайморатовтың музейы менән таныштырҙы, ҡыҫҡаса уның бала сағынан алып герой исеме алыуына тиклемге тормошо тураһында һөйләп үтте. Артабан мотоклуб вәкилдәре 3Д маппинг аша 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһында фильм ҡараны.
- Бөгөнгө сараға Башҡортостандың барлыҡ ҡала-райондарынан мотоклуб составына ингән егеттәр килде. Иртәгә, 5 сентябрь,Өфө ҡалаһынан таңғы сәғәт 4-тә Луганск өлкәһенә ҡуҙғалабыҙ һәм Саратов ҡалаһында туҡтап, 6 сентябрь тәғәйенләнгән урынға барып етергә тейешбеҙ. Вирус арҡаһында делегацияны кәметтеләр һәм юлға дүрт кеше генә сығасаҡбыҙ. 8 сентябрь ҙур байрам – Донбасты немец илбаҫарҙарынан азат итеү көнө. Беҙҙең легендар 112-се кавалерия дивизияһы Донбасты азат итеүҙә ҡатнаша һәм ҙур өлөш индерә. Төп миссия – 8 сентябрь Саул-Ҡәберлегендә генерал-майор һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ғәскәрҙәре иҫтәлегенә Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған еренән алынғкан имән үҫентеләре ултыртыу. Шулай уҡ Бөтә Рәсәйҙән килгән “Төнгө бүреләр” вәкилдәре лә яугирҙар иҫтәлегенә ағас ултыртасаҡ. 2016 йылда “Төнгө бүреләр” башҡорт бүлеге Луганск өлкәһенә барғанда Донбасты азат итеүсе геройҙарға бағышланған йондоҙ алып барҙы. Ул йондоҙ Луганск тимер юлы вокзалында урынлаштырыла. Ләкин ике мәртәбә уны шартлаталар. Шулай ҙа уны кире тергеҙҙеләр һәм шундай уҡ йондоҙ уҙған йылы Донецк ҡалаһында ла барлыҡҡа килде. Ошо юлда йөрөгәндә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арнап Руслан Дорошенко “Йондоҙ” тип аталған йыр яҙҙы. Шул йырҙың беренсе тапҡыр Донецк ҡалаһында презентацияһы үтәсәк.
- Еңеү хаҡына үҙҙәрен аямай һуғышыусы ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ, үткәндәрҙең шаңы, атай-олатайҙарҙың даны яугирҙарҙың вариҫтары хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ,- ти “Төнгө бүреләр” мотоклубының Башҡортостан бүлеге президенты Семен Кулагин.
“Төнгө бүреләр” вәкилдәренә йәшел юл һәм изге эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Фирүзә Рәхмәтуллина.

Автор:
Читайте нас: