-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
4 Сентябрь 2021, 19:48

Балтас районында 9 сентябрҙә мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ

Мишәрҙәр тарихы. Балтас районында 9 сентябрҙә мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ. Мәҙәни үҙәктә тарих-этнография музейы ла эшләйәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова әҙерләгән яҙмала. https://bash.news/bash/news/159337-baltas-rayonynda-9-sentyabrze-misher-tarikhi-mezeni-uzege-asylasak 

Балтас районында 9 сентябрҙә мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ
Балтас районында 9 сентябрҙә мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге асыласаҡ

Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге рәсми бина эсендәге бүлмәлә урынлашасаҡ. Әлеге ваҡытта рәссамдар биҙәкләү эштәрен тамамлай. Стеналағы һүрәттә мишәрҙәрҙең тормош- көнкүреше һәм йәшәгән мөхите сағылдырылған. Панорамалы рәсемде ҡарап һәр кем уны үҙенең ауылына оҡшата ала. Мишәрҙәҙең яратҡан ағасы балан да алғы планда һүрәтләнгән.

Был экспонаттар тәртипкә килтерелгәндән һуң мишәр тарихи-мәҙәни үҙәгенең музейына ҡуйыласаҡ. Бында бишек, тормош-көнкүреш йыһаздары, донъя көткәндә ҡулланылған әйберҙәр тупланған. Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәген асыуҙа ҙур көс һалған мәҙәниәт белгестәре фекеренсә, экспонаттар халыҡ тарихын өйрәнеү, милли-мәҙәни мираҫ һәм йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа мөһим урнын алып тора. Бөртөкләп йыйылған тарихи ҡомартҡыларға белгестәр һаҡ ҡына ҡағылып эш итә.

Мишәр ауылдары Түбәнге Новгород, Пенза, Ульяновск, Һамар өлкәләрендә, Татарстандың һәм Мордовияның көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә, Сыуашстандың көнсығышында урынлашҡан. Беҙҙең республикала мишәрҙәр Борай, Ҡариҙел, Кушнаренко, Саҡмағош, Дәүләкән һәм Балтас райондарында йәшәй.

1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән беҙҙең республикала ғына 166 меңгә яҡын мишәр йәшәгәнлеге билдәле. 1926 йылда улар һаны 136 мең кеше тәшкил иткән. Әммә һуңынан халыҡ иҫәбен алғанда мишәрҙәрҙе рәсми документтарға теркәү туҡтатылған.Тиҙҙән асыласаҡ тарихи-мәҙәни үҙәк үткәндәргә байҡау яһап, мишәр этносы вәкилдәрен берләштерергә булышлыҡ итәсәк тип көтөлә.

Мишәр тарихи-мәҙәни үҙәге музейына 200-ҙән ашыу экспонат райондың 14 мишәр ауылында йәшәгән халыҡтан йыйылған. Экспонаттар араһында мишәр нағыштары менән биҙәлгән ошо һандыҡ айырым урын алып тора. Ҡыҙҙар бирнәһе өсөн тәғәйенләнгән һандыҡ мишәр нағыштары менән биҙәлгән һәм музейҙа иң ҡәҙерле ҡомартҡыларҙың береһе буласаҡ.

Гүзәл Борханова.

Автор:
Читайте нас: