+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
1 Сентябрь 2021, 14:59

Уңышлы уҡыу йылы һеҙгә!

Өфө ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы 1 сентябрҙә йылдағыса ишектәрен асты. Мәктәптә 400-ҙән артыҡ уҡыусы белем алһа, быйыл беренсе класҡа 40 бала килгән. Яңыраҡ лицейҙа етәкселек алмашынған – директор итеп бай педагогик тәжрибә туплап килгән Миләүшә Гәйҙәр ҡыҙы Мырҙағәлина ҡуйылған.

Уңышлы уҡыу йылы һеҙгә!
Уңышлы уҡыу йылы һеҙгә!

Белем көнө менән ҡотлап, тантаналы йыйында мәртәбәле ҡунаҡтарҙан Өфө ҡала округы Ленин районы хакимиәтенең гуманитар һәм социаль мәсьәләләр буйынса начальник урынбаҫары Ольга Фәнил ҡыҙы Пескарева, шулай уҡ Ленин районының Фәнни-мәғлүмәти һәм методик үҙәгенең бүлек мөдире Дилә Рәшит ҡыҙы Таһирова, “Облака”хәҙерге сәнғәт үҙәге директоры Валериан Константинович Гагин сығыш яһаны. Балаларҙы ата-әсәләр исеменән Гөлнара Нагаева һәм Наталья Каледина ҡотланы. Беренселәрҙең уҡытыусылары Илүсә Вазил ҡыҙы Камалова һәм Илүзә Мәжит ҡыҙы Вәхитоваға уңыштар теләнде.
Тәүге ҡыңғырау биреү хоҡуғы 1-се класс уҡыусыһы Эсмира Азнабаева һәм 11 класс уҡыусыһы Эмиль Нагаевҡа бирелде.
Билдәле яҙыусының исемен йөрөткән мәктәпкә тәүге тапҡыр барҙым. Ҡурайсылар ансамбле лә, матур ғына ике ҡыҙсыҡтың ут сәсрәтеп бейеүе лә, йәш кенә уҡытыусыларҙан торған мөләйем педагогия коллективы ла миңә бик ныҡ оҡшаны. Балаларҙы ҡотлап, уларға үҙемдең шиғри йыйынтығымдан тыш, башҡорт телен өйрәнеү буйынса, халҡыбыҙҙың аҫыл хазиналарын туплаған - башҡорт халыҡ ижады тупланмаларын бүләк иттем. Бындағы уҡыусылар айырыуса һөйкөмлө күренде миңә. Күңел тантанаһын бергә кисергәнгә, яңы уҡыу йылын өр-яңы өмөттәр менән ҡаршылағанғалыр, был шулайҙыр тип уйланым. Ә, бәлки, был лицейҙа үҙенә генә хас йылы мөхит булыуынандыр. Баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан киң, яҡты башҡорт лицейында белем алыу үҙе бер бәхет бит!
Тағы ла бер тапҡыр барығыҙҙы ла Белем көнө менән! Белем үрҙәре текә, уларға тырыштар, уңғандар ғына етә. Тырышлыҡ, сыҙамлылыҡ юлдаш булһын һеҙгә был юлда, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар!

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: