-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ҡәрҙәштәр ижады
29 Август 2018, 12:13

«Йән юлдашым булсы, торнам, Ҡун далаға, сатыр ҡорам...»

Гөллө Каранфил – Төркиәлә йәшәп ижад итеүсе ғағауыз шағирәһе, төркиәтсе-ғалимә. Әлеге көндә Истанбулда университетта студенттарға белем бирә. «Йондоҙҙар усымда кеүек» (Баҡы, 2005) һәм «Сәләм килтерҙем» (Ҡомрат, 2012 ) тигән ике шиғыр китабы авторы. Үҙ иҫәбенә ғағауыз телендә Истанбулда «Айна» («Көҙгө») исемле журнал сығара. Тыуған яғы – Молдованың Ғағауыз автономияһы менән тығыҙ бәйләнештә тора, әүҙем йәмәғәтсе. Тормош иптәше менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләй.

Гөллө Каранфил

Мин – бер ҡарҙың бөртөгө
Мин – бер ҡарҙың бөртөгө,
Аҡ болоттан айырылдым.
Ел-дауыл ҡыуалағас,
Яфаланам яңғыҙым.
Ел-дауылдың тотҡоно,
Ҡул-ҡанатым ҡайырылды.
Йөрөһәм дә алыҫтарҙа,
Мин бит илемдең ҡыҙы.
Осоп барып Дунайыма,
Тупрағына төшәйем.
Йәнһеҙ, ҡоро бойҙайына
Йән биреп, йәшәртәйем.
Тик мин ҡарҙың бөртөгө,
Ел-дауылдың тотҡоно…
* * *
Мин хуш еҫле сәскә менән тулы
Силәгелер ыуыҙ яҙҙарҙың.
Аяғымды сырмар йәш бакуйҙың
Йән илерткес кенә наҙҙары.
Һуш китерлек матур рәсемдәге
Боҙ иретер һарғылт нурҙыр мин.
Халҡым күргән ғазаптарҙы һөйләр
Ҡара көйлө оҙон йырҙыр мин.
Рухым мәңгелеккә дәрүиш ҡылған
Ҡыпсаҡ далаһының саңымын.
Гел саҡырған, булмышыма һеңгән
Әрем еҫле ҡырҙар сыңымын.
Ҡарауыл мин алһыу шәфәҡтәргә,
Һыҙылыусы йортом янында.
Мин елберҙәк төрки байрағының
Зәңгәрлеге – өмөт таңында.
Һылашып ҡатҡан төҫлө буяумын
Диуана бер рәссам ҡулында.
* * *
Һөйлә әле таңға ҡәҙәр, атай,
Тамырым һәм затым тураһында.
Һанап сыҡ һин йот йыл киткәндәрҙе,
Нисек йәнең сыҡмай ҡалды һындан?
Нимә ейҙең астан шешенгәндә?
Шул ҡәһәрле ҡышты һөйлә ҡабат!
Хәсрәт сыҡһа, тормаҫ йәнең ҡанап!
Күҙ алдыма баҫһын ул афәттәр,
Улым был хәтерҙе минән алыр.
Йәне менән тойһа телен, халҡын,
Ас киткәндәр тыныс ойоп ҡалыр.
Һөйлә әле таңға ҡәҙәр, атай!
Торнам
Эй, күктәрҙә осҡан торнам,
Ҡайҙан килдең, аңлат, торнам.
Алтайҙан килгән юлсымын...
Ниҙәр күрҙең унда, торнам!
Сәләм еткер дуҫтарыма,
Бөйөк тупраҡ Тураныма,
Эй, күктәрҙе ярған торнам,
Сәләм күндер Ватаныма!
Осма, зинһар, ят яҡтарға,
Һары һағышҡа тарыма.
Дунай күҙле яҡташ торнам,
Алтын ситлеккә ҡарама.
Ирек уртла йотом-йотом.
Емерелгән иҫке йортом.
Йән юлдашым булсы, торнам,
Ҡун далаға, сатыр ҡорам.
Ҡорҡот утын тоҡандырам,
Ҡәрҙәшеңмен, көтөп торған.
Һағыш һәм һөйөү сәсәһең,
Зәңгәр күктә осҡан торнам.

Ғағауыз теленән Әхәт Сәлихов һәм Гөлнара Хәлфетдинова тәржемәләре.
Читайте нас: