-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
30 Сентябрь , 16:41

Cемәрле нағыш

Тормош йәмен, хеҙмәт тәмен татып йәшәй белгәндәргә һәр яңы көн оло асыштарға, ҙур мөмкин-лектәргә юл аса. Уңыш та бит тик уңғандарға ғына йылмая. Был алтын хәҡиҡәт кейем-дәргә милли биҙәктәр нағыш-лаған ҡул эше оҫтаһы, егәрле булмышлы һылыу Айгөл Фәйзуллина яҙмышында ла асыҡ сағыла.

Cемәрле нағыш
Cемәрле нағыш

Айгөл Билал ҡыҙы Баймаҡ ра-йоны Үрге Яйыҡбай ауылында 1980 йылдың 22 июнендә алты балалы ғаиләлә тыуа. Һөйөклө ата-әсәһенә, ике ағаһына, дүрт апаһына һыйынып ҡына үҫкән кинйәбикә ул. Атаһы Билал Сәғит улы 12 йәшенән генә үкһеҙ етем ҡала. Бәләкәйҙән колхоз эшенә егелеп, бар ғүмерен мал ҡарауға арнаған ир уҙаманы ауылдың данлыҡлы һунарсыһы була. Әсәһе Нурикамал Сөләймән ҡыҙы ла колхозда тир түгә: һауынсы ла, төнгө ҡарауылсы ла булып эшләй. «Татыу, эшһөйәр, ҡул оҫталары ғаиләһендә үҫеүем менән үҙемде бәхетле һанайым. Беҙҙең менән 1914 йылда тыуған, заманының иң ауыр һынылышлы мәлдәрен кисергән, алтын ҡуллы Рабиға өләсәйем йәшәне. Ул станогында иҫ киткес зауыҡлы аҫалы балаҫтар, шәлдәр һуҡты, бөтә ауылға нәҙек кенә итеп йөн, дебеттәр иләне, һуңғы көндәренә тиклем ҡулынан эш төшмәне, теген машинаһында матур ҡорамалар ҡораны. Ә уның ыҫланған ҡорот-эремсектәренең тәме һаман тел осонда тора. Атай-әсәйем менән 40 йыл бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер итеп, 84 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсте ул.

Әсәйем дә күпертеп дебет шәлдәр, күкрәксендәр бәйләне, ҡулдарында энәләре бейеп торған оҫтабикә ине. Күпләп кәзә-һарыҡ тотоп, шул ҡул эшенең көсөнә ағайҙарымды уҡытты. Аҡыллы кәңәштәр биреүсе, һүҙ-телгә оҫта әсәйем менән атайым, үҙҙәре уҡый алмағанға күрә, беҙҙе юғары белем алырға өндәне. Әсәйебеҙҙең хыялын тормошҡа ашырып, өс ҡыҙы уҡытыусы һөнәренә эйә булдыҡ. Атайыбыҙ иһә бөтә районға ат егеү ҡорамалдарын яһаусы оҫта булып танылды: ҡамыт, ыңғырсаҡтар, эйәрҙәр, сана-арбалар эшләне, дуға бөктө, септә үрҙе, мал тиреһен әсетеп, эшкәртеп ҡайыштар яһаны. Ситәүкә, кәрзиндәр, балыҡҡа ауҙар ҙа үрҙе», – ти ул, ҡәҙерлеләре хаҡында яҡты иҫтәлектәре менән бүлешеп.

Кескенәнән уңыштың тик әсе тир, оло хеҙмәт менән яуланыуын тойоп, ҡәҙерлеләренән үрнәк алып буй еткергән Айгөл дә бәләкәйҙән ҡул эшенә ылыға. Әсәһенән тиҙ арала бейәләй-ойоҡбаштар бәйләргә өйрәнә. Тыуған ауылында туғыҙынсыны тамамлағас, Сибай интернат-гимназияһына килә. Мәктәптә лә, гимназияла ла стена гәзитенең рәссамы була ул. «Үҙем дә һиҙмәҫтән, ниндәйҙер эске тойомлауым буйынса, гәзитте һәр саҡ башҡорт орнаменттары менән биҙәй торғайным», – ти ул милли биҙәктәргә булған һөйөүе тураһында. Ижади ҡарашлы, хисле ҡыҙ рәссам йә иһә теш табибы булам, тип хыялланһа ла, әсәһенең кәңәшен тотоп, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә. Ҡулдарынан нур тамған һылыуҡай уҡыуҙан һуң кистәрен төҫлө-төҫлө матур ептәрҙән юбка-кофталар, башлыҡ-шәлдәр бәйләй. «Бер мәл бәйләгән шарфымдың суҡтары осона сылтыратып тәңкәләр тектем, ҡыш буйы урам буйлап сыңлап йөрөнөм, миңә барыһы ла, шул иҫәптән сит милләт вәкилдәре лә,  таң ҡалып, был нимә ул, тип һорай ине. «Башҡорт милли биҙәүестәре – сулпылар», тип ғорурланып яуап бирә торғайным», –   ти ул.  Зауыҡлы, килешле итеп кейенә белгән икенсе курс студенткаһы башҡаларға ла бәйләм серҙәрен өйрәткеһе килә. Алтын ҡуллы Айгөлдөң «Башҡортостан ҡыҙы» журналында «Белгән – өйрәтә, белмәгән – өйрәнә» исемле рубрикаһында һөнәри оҫталыҡ серҙәренә төшөндөргән мәҡәләләре лә баҫылып сыға.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2024) һанында уҡығыҙ.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: