Хыялға тоғролоҡ
Оспанбаевтар – интернациональ ғаилә. Лилиәнең атаһы – рус, әсәһе – татар милләтенән. Ире Айҙарҙың ғаиләһе, Ҡаҙағстандан күсеп килеп, Дүртөйлөлә төпләнә. «Инженер булып эшләгән атайым өйҙә юҡ саҡта әсәйемде бала табыусы ҡатындар янына саҡыртһалар, өс-дүрт йәшлек мине лә үҙе менән ала. Уның бушағанын көтөп, кушеткала ятып тора инем.
Дауахана еҫе шул хәтлем күңелгә яҡын әле лә», – ти ул. 2001 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлағас та Лилиә Григорий ҡыҙы гүзәл зат һаулығы һағына баҫа.
2001–2004 йылдарҙа Өфөлә акушерлыҡ һәм гинекология буйынса интернатура, клиник ординатура үткәс, хеҙмәт юлын 21-се ҡала клиник дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында акушер-гинеколог булып башлай. 2005 йылда шул уҡ дауахананың гинекология бүлегенә акушер-гинеколог итеп күсерелә, унда 2018 йылға тиклем хеҙмәт итә.
2014 йылда халыҡ һаулығын һаҡлау эшендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы клиниканың Почет грамотаһы менән билдәләнә. Иң яҡшы акушер-гинеколог номинацияһында Лилиә Оспанбаева «2014 йылдың иң яҡшы белгесе» дипломы менән бүләкләнә. 2016 йылда күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы бирелә.
2017 йылдың ноябрендә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының аттестация комиссияһы ҡарары менән акушерлыҡ һәм гинекология йүнәлеше буйынса юғары квалификация категорияһына эйә була.
2018 йылдан «Рәсәй тимер юлдары-Медицина» клиник дауаханаһының гинекология бүлегендә эшләй
башлай һәм бер йылдан уны мөдир итеп тәғәйенләйҙәр.
Лилиә Григорий ҡыҙы гинекологияла ҡулланылған бөтә төр операцияларҙы ла башҡара. Ҡатмарлы клиник осраҡтарҙы тикшереүҙә, ҡала һәм республика ғилми-ғәмәли конференцияларында әүҙем ҡатнаша, үҙенең оҫталығын камиллаштырыуға ынтыла.
Оператив алымдарҙың заманса төрҙәрен үҙләштереү һәм гинекологияла диагностикалауҙың яңы ысулдарын индереүҙә, хирургия эшмәкәрлегенең сифатын һәм хәүефһеҙлеген булдырыу йәһәтенән дә ул үҙенең ныҡлы һүҙен әйтә.
Репродуктив медицина, гинекология ауырыуҙарын дауалауҙа яңы технологиялар индереү буйынса халыҡ-ара конгрестар эшенә йәлеп ителеүе – быға асыҡ дәлил.
2022 йылда тырыш хеҙмәте «Рәсәй тимер юлдары-Медицина» дирекцияһы филиалы начальнигының Рәхмәт хаты менән билдәләнә.
Өфө ҡалаһының Октябрь проспектында урынлашҡан, гөлдәргә күмелеп ултырған «Рәсәй тимер юлдары-Медицина» клиникаһына ингәндә үҙеңде дауаханала итеп тоймайһың. Балаларҙың ихлас төшөргән һүрәттәре эленгән бейек түшәмле был бинала бөхтәлек, тәртип. Оҙаҡ йылдар Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова етәкләгән коллективта бал ҡорто кеүек уңған, үҙ һөнәрен яратҡан кешеләр эшләй.
Заман менән бергә атлап
Бала ятҡыһына, аналыҡ муйынтығына, еңсәһенә операциялар нигеҙҙә лапароскопия алымдары менән яһала, дөйөм наркоз йәки арҡа мейеһенә анестезия ҡулланыла.
Операциянан һуң тамырҙарҙа ҡан төйөрләнмәһен, өҙлөгөүҙәр булмаһын өсөн, пациенттарға махсус кәңәштәр бирелә, эшкәртеү функцияларын тиҙерәк тергеҙеү, тын алыу һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын һаҡлау саралары күрелә. Ниңә тәфсирләп яҙа тимәгеҙ. Былар барыһы ла – табиптың күҙгә күренмәгән, ентекле, эҙмә-эҙлекле эшенең бер өлөшө.
Һуңғы йылдарҙа яман шеш осраҡтары көсәйеүе күҙәтелә. Уны иртә асыҡлау һәм тиҙерәк дауалау сараһын күреү үтә мөһим. Шуға акушер-гинеколог көндәлек эшендә яман шеш ауырыуҙарын билдәләүгә ҙур иғтибар бирә. Ошо маҡсатта цервикаль каналды һәм аналыҡ ҡыуышлығын айырым диагностикалау, биопсия, кольпоскопия, алынған материалды цитологик һәм гистологик тикшереү, ультратауыш тикшереүе (шул иҫәптән трансвагиналь), компьютер томографияһы, магнит-резонанс томографияһы, позитрон-эмиссия томографияһы үткәрелә.
Эндоскопия ысулдарын индереү (лапароскопия, гистероскопия) яман шеш үҫешеүен иртә диагностикалау мөмкинлеген бирә.
Лилиә Григорий ҡыҙы Эля Ягудинаның интим гимнастика мәктәбе-студияһы менән берлектә «Ҡатын-ҡыҙҙың икенсе йөҙө» проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Эстетик гинекология мәсьәләләре буйынса һылыу заттарға консультациялар бирелә. Кәрәккәндә эстетик операциялар һәм процедуралар (инвазив перинеопластика, вагинопластика, лябиопластика, филлерҙар ҡулланып контурлы интим пластика, G зонаһын аугментациялау, операцияһыҙ клитеропластика) башҡарыла. Интим зонаһын плазмолифтинг ярҙамында дауаларға теләүселәр күп. Эсе төшкән һәм аналыҡ муйынтығы бушаған һәм аналыҡтың лайлалы тышсаһы үҙгәрештәренән яфаланған (полип, гиперплазия, синехия булыуы асыҡланған) пациенттар арта.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2024) һанында уҡығыҙ.