+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ яҙмыш

Муйылдар күперек аҡ күбеккә күмелгәндә, алмағастар шау сәскәгә төрөнгәндә, күктәр иһә зәп-зәңгәргә мансылғанда аҡ бәхеттең үҙе булып донъяға ауаз һала Әлфирә. «Ошо зөмрәт май мәңгегә йөрәккә уйылған, өс малайҙан һуң көтөп алынған иң ҡәҙерле бүләгебеҙ, иң ҙур һөйөнөсөбөҙ – һин ул, бер бөртөгөбөҙ», – тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп, ҡабатларға ярата әсәһе. Ысынлап та, Рәсүл менән Әнисә Йортбәковтар ҡыҙҙары Әлфирәнең тыуыуына һөйөнөп бөтә алмай. Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылының абруйлы инәйҙәре, апай-еңгәйҙәре йәш ғаи­ләнең ҡыуанысын ихлас уртаҡлаша: бәпесте тәмле аш-һыу табыны янында матур күлдәк, йүргәк, ойоҡбаш менән ҙурлап ҡаршы ала улар.

Аҡ яҙмыш
Аҡ яҙмыш

даштары баҫыуҙа эшләп йөрөгән ғаилә башлығын «Рәсүл, тағы ла малайың бар»: – тип шаярта. Был хәбәргә ышанған һәм эстән генә көйәләнгән атай кеше Икенсе Этҡол ауылында урынлашҡан бала табыу йортона өс көндән һуң ғына бара һәм, әлбиттә, хәләленән ғәфү үтенә. Шуға ла Әлфирәне үҫкән сағында уйынлы-ысынлы «Рәсүлдең дүртенсе улы» тип тә йөрөтәләр. Матур ғаиләлә үҫкән һылыу ағайҙары тураһында яратып телгә ала: «Иң өлкәне Рәфил 16 йыл мәктәп директоры йөгөн тартты, бөгөнгө көндә алтын ҡуллы балта оҫтаһы булып даны таралған ағайым ошо йүнәлештә камиллаша. Үҙ ҡулдары менән төҙөгән мунсаһы ла хатта юғары сәнғәт өлгөһө уның, донъялары ла иҫ киткес зауыҡлы, матур. Рәсих ағайым, балаларға спортҡа һөйөү тәрбиәләүсе физик культура уҡытыусыһы, йылҡысылыҡ менән мауыға. Бала сағынан ат йәнле ҡәҙерлебеҙ башҡорт аттарын үрсетә. «Терра Башҡортостан» ат ярышында, Баймаҡта уҙғарылған «Башҡорт аты» фестивалендә алдынғылыҡты бирмәгән рухлы ир-уҙаман ул. Халҡыбыҙҙың тоғро юлдашы – ат хаҡында бөтә мәғлүмәтте белгән, аҡыллы йән эйәһен бар булмышы менән тойған, аңлаған, яратҡан туғаныма һоҡланыуым сикһеҙ. Иң кесе ағайымдың исеме – Рәис, ул иһә егерме йыллап умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ғаиләбеҙҙәге иң эшлекле, сабыр кеше – улдыр, моғайын. Сөнки умарталарҙы тотоу өсөн бал ҡорттарылай егәрле булыу мөһим, шул уҡ ваҡытта тәбиғәт мөғжизәһе нәҙекәйбилдәргә айырым бер йылы, һаҡсыл мөнәсәбәт тә кәрәк. Рәис ағайымдың иң ҙур ярҙамсыһы, уң ҡулы – әлбиттә, атайыбыҙ. Тормошто бөтә сағылышында яратҡан, һис ҡасан донъяға зарлана белмәгән, юғары кәйефле, етмеште уҙған мут һәм шаян ҡәҙерлебеҙ – беҙгә ысын мәғәнәһендә өлгө һәм оло таяныс-терәк. Ә әсәйебеҙ – ғәжәйеп тәрән аҡыллы, шәп хәтерле, табындарҙа барыһын ауыҙына ҡаратып ҡуйған йор һүҙле ҡатын-ҡыҙ – тыуған йортобоҙ биҙәге», – ти ул яҡындары хаҡында.
...Әлфирә һылыу бер йәшендә күрше инәйе ҡотлап бүләк иткән матур тәпешкәләрендә атлап китә. Ҡарағайҙай ағайҙарына иркәләнеп тә, улар кеүек эшкә әрһеҙ ҙә, сая ла булып буй еткерә ҡыҙсыҡ. Бәләкәйҙән актриса булырға хыялланған һылыу, мәктәпкә бармаҫ борон уҡ әхирәт ҡыҙҙарын, ауыл малайҙарын ағас төбөндә репетицияға йыйып, театр уйнарға, тамашалар ҡуйырға ярата. Шаян, отҡор бала уҡығанда ла бик әүҙем була, мәктәптә үткән сараларҙа моңло тауышы сәхнә түрен биҙәй. БДУ-ның Сибай институтында белем алғанда иһә биш йыл буйы Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов етәкләгән театр студияһына йөрөп, ҡулына махсус сертификат ала. «Сулпан» балалар театрында йәш ижадхана ағзалары тамашасыларға спектакль дә ҡуя. Бына бит, тормоштоң бер мөғжизәһе – бөгөн Әлфирә Ҡоланбаева легендар театрыбыҙ – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ун йылдан ашыу актерҙарҙы репетицияға йыйыусы, уларҙың икенсе әсәйе ролен үтәүсе баш режиссер ярҙамсыһы йөгөн тарта. Тәү ҡарамаҡҡа еңел күренгән был һөнәрҙең нескәлектәре бихисап – ул йыйнаҡлыҡ, ойоштороу һәләте менән бергә эске ныҡлыҡ талап итә. Спектакль барышында һәр бутафор реквизиттың үҙ урынында булыуы өсөн дә режиссер ярҙамсыһы яуаплы. Кешеләр менән еңел уртаҡ тел тапҡан, тырыш, ихлас, үҙ һөнәрен яратып, күңел һалып башҡарған Әлфирә Рәсүл ҡыҙын театр коллективы ла хөрмәт итә. Оҙайлы гастролгә сыҡҡанда: «Әлфирәү, һин беҙҙең менәнме, һин барһаң ғына эшебеҙ уңа», – тип тора улар. Бигерәк тә, оло быуын артистарына Әлфирәнең күңел наҙы, йөрәк йылыһы, хәстәр-иғтибары ҡәҙерле.
«Театрҙың алтын фондына ингән, халыҡ яратып ҡараған тамашаларҙың ҡуйыусы режиссеры, талантлы, шул уҡ ваҡытта үтә талапсан Айрат Абушахманов менән бергә эшләүҙе, уның уң ҡулы булыуҙы – яҙмышыма яҙған иң ҙур бәхеттәрҙең береһеләй ҡабул итәм. Әсәйем гел: «Ҡыҙым, юлыңа аҡ һөт имеп үҫкән бәндәләр генә тап булһын, тип теләй торғайны. Бөгөн мин ул теләктәрҙең алтын асылын аңлайым һәм аҡлыҡҡа туйынып үҫкән кешеләрҙең генә тормошомдо уратып алыуына шөкөр ҡылам. Талантлы ижадкәрҙең һәр һүҙен ынйы бөртөгөләй зиһенемә, күңелемә һала барам, театрҙа эшләү дәүерендә Айрат Әхтәм улы менән 11 спектаклде сәхнәгә сығарҙыҡ», – ти Әлфирә Рәсүл ҡыҙы, яҙған яҙмышына һөйөнөп.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Аҡ яҙмыш
Аҡ яҙмыш
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: