-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
22 Февраль , 15:11

Асылы – аҫыл заттан

Күбәләктәй нәфис кәүҙәле, тауышынан сылтыр шишмә моңо яңғыраған, бар әйләнә-тирәне үҙенең илаһи ҡөҙрәте менән нурға сорнаған Роза Хөснуллинаның күңел донъяһы бай, йәшәйеше һоҡланғыс! Башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ теләге, белдеге менән өйрәнгән һылыуҙың иҫ киткес биҙәкле сопрано тауышы, күҙ яуын алырҙай рәсемдәре, оҫта бейеүе, ғәжәйеп маһир һүҙ оҫтаһы булыуы уны кеше күңеленә илһам, рух бирер өсөн яратылған талантлы шәхес итеп балҡыта.

Асылы – аҫыл заттан
Асылы – аҫыл заттан

Роза Дияс ҡыҙының йыр-моңға бай булмышы, тапҡыр зирәклеге, аҫыл затлылығы – нәҫел бүләге ул. Әсәһенең атаһы, ҡарағайҙай мыҡты кәүҙәле, күк күҙле, ҡара сәсле Хөснитдин ҡартатаһы – данлыҡлы Буранбай тоҡомонан. Мәҙрәсәлә белем алған, уҡымышлы, өйөр-өйөр мал тотҡан бай ир заты зәңгәр күҙле, бөҙрә һары сәсле Хәҙисәһен Баймаҡҡа барғанда осрата ла, етемлектә һөйөү-наҙ күрмәй үҫкән ҡыҙсыҡҡа ғашиҡ булып, ауылына алып ҡайта. Ҡыҙ баланың йәше тулғас, ҡатынлыҡҡа ала, тәүге хәләле Һандуғас менән Хәҙисә үҙ-ара бик татыу йәшәй. Ә шулай ҙа өләсәһенең: «Эх, егерме йыл булһа ла көндәшһеҙ йәшәһәң ине», – тигән саҡтары ла була. Ғәжәйеп бит ул донъя – теләге үтәлә йәш кәләштең, көндәше Һандуғастан һуң Хөснитдине менән өс ҡыҙ үҫтереп, теүәл егерме йыл йәшәйҙәр. Олоғайып, 1972 йылда мәңгеллеккә юллана ул.
Атаһы яҡлап Абдулла ҡартатаһы ла – Баймаҡ районы Юлыҡ ауылының белемле, дан нәҫелдәренең береһе. Әлмисаҡтан килеп төпләнгән Әҙеһәмовтар затынан улар. Абдулла ҡарт – өс һуғыш үтеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан бәхетле ир-уҙаман. Яу яланында ҡулында йән биргән 18 йәшлек Дияс дуҫының исемен улына – Розаның атаһына ҡуша ул. Ҡатыны – Әбйәлил һылыуы Хафиза менән һигеҙ балаға ғүмер бүләк итәләр.
Дияс менән Хәлидә Әҙеһәмовтарҙың мөхәббәтле ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә. Һуң ғына, егерме һигеҙ йәштәрендә генә өйләнешһәләр ҙә, алтын туй тәхетенең түрендә ултырыу бәхете яҙа уларға, бөгөн Розаның һөйөклө әсәһенә 83 йәш. «Әнейем – иҫ киткес матур кеше. Минең көләкәслегем, тормошто яратыуым, килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңел хәл итеүем – унан. Уны заманында данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт – ҡартатайым Хөснитдиндең иң яҡын дуҫы, ҡорҙашы, табындашы – үҙе дауалаған. Халыҡ әүлиәһенең тылсымын тойған әнейебеҙҙән шуғалыр ҙа һәр саҡ яҡты нур бөркөлөп тора. Халҡыбыҙҙың бай ижади мираҫына, моңона булған яҡты хистәр ҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булған әнейемдәндер. Алтын ҡуллы балта оҫтаһы атайым менән әнейем беҙҙең өсөн матур йәшәү өлгөһө булды», – ти һөйөклөләре тураһында Роза. Әйткәндәй, уның донъяға ауаз һалып, кескенәнән үлемдән тороп ҡалыуы ла бер мөғжизәгә тиң.
«1976 йылда Баймаҡ районында балалар күп тыуған. Кескәй сабыйҙарҙың ауыҙын ҡайнатылған шприцтағы махсус шыйыҡса менән эшкәрткәндәр, тик миңә ҡайнатылмаған шприц ҡулланып, инфекция эләктерәләр һәм бик ауыр – өҫкө яңаҡ остеомелиты диагнозы ҡуялар, был үҙ сиратында ҡан боҙолоуына килтерә. Табиптар 13 көнлөк сабыйҙың иҫән ҡалыуына бер өмөт тә ҡалдырмай. Тик әлеге лә баяғы әнейемдең иҫ киткес рухи көсө, ныҡышмал холҡо, ауырлыҡтарға бирешмәүе арҡаһында ғына мин ошо матур донъяла йәшәйем, мең шөкөр», – тип күңел ынйылары менән бүлешә Роза һылыу.
Шәфҡәтле әсә мөхәббәте, хәстәре менән һауыҡтыра күҙ нурын Хәлиҙә апай. Санитар самолет менән яңы тыуған баланы Өфөгә оҙаталар. Дауаханаларҙа оҙайлы дауаланыу, табиптарҙың игелекле мөнәсәбәте, әсәһенең йөрәк йылыһы, ышанысы килешә – Роза аяҡҡа баҫа. Тик шулай ҙа артабан да Өфө юлын тапауҙар, тикшерелеп кәрәкле дауа алыуҙар дауам итә. Иң ауыр мәлдәрендә баш ҡалала йәшәгән Хәнифә инәйе ҡурсалаусы фәрештә була. «Баймаҡ менән Өфө араһы яҡын түгел, сираттағы килеүебеҙҙә әнейем Республика балалар дауаханаһы янындағы бер мәктәпкә инеп уҡыу тураһында белешергә булды. «Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына», тигәндәй, был уҡыу йорто Республика һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты булып сыға. Мин 5-се синыфҡа шунда барҙым. Дауахана юл аша ғына, ун биш көн һайын барып тикшерелеп торам, сәфәр йөрөүҙән йонсоған әнейемдең дә күңеле тынысланды», – тип хәтирәләр ебен һүтә Роза Дияс ҡыҙы.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Асылы – аҫыл заттан
Асылы – аҫыл заттан
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: