-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
30 Ғинуар , 16:01

Сулпан йондоҙлоғонда

Бормаланып аҡҡан Һаҡмар йылғаһы янында кескәй генә ҡыҙ бала, хыялдар донъяһына сумып, һап-һары балсыҡ менән булыша. Көләс ҡояш нурҙары ҡыҙсыҡтың сәстәрен иркәләй, әүәләгән һындарын «һә» тигәнсә киптереп тә ҡуя. Киләсәктә күңел һөйгән һөнәренә юл башы шулай Һаҡмарҙың зәңгәр тулҡындарынан, тыуған яҡтың гүзәл тәбиғәтенән, ҡояш яҡтыһын үҙенә һеңдергән һары балсығынан башлана Сулпандың. Тыуған йортона яҡын ғына йәшәгән Фәниә ҡартәсәһе менән Тәлғәт ҡартатаһының наҙ тулы ҡосағына сорналып үҫкән һылыу бәләкәйҙән ижадҡа тартыла. Ҡартәсәһе гел генә телевизорҙан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының спектаклдәрен яратып ҡарай, барлыҡ артистарҙың да исемдәрен белә, ҡолонсағы Сулпанды ла янына ултырта. Шулай ҡәҙерле кешеһе, үҙе лә һиҙмәҫтән, ейәнсәре күңелендә сәнғәткә тәүге һөйөү орлоҡтарын һала. Ул саҡта Фәниә апай, әлбиттә, киләсәктә ейәнсәре легендар театрҙа эшләр, тип уйламай ҙа.

Сулпан йондоҙлоғонда
Сулпан йондоҙлоғонда

Талантлы йәш ижадкәр Сулпан Азаматова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында рәссам-декоратор, ҡуйыусы-рәссам булараҡ, инде ун тиҫтә йылға яҡын сәнғәт киңлектәрен иңләй.
Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған ҡыҙ мәктәп йылдарында скульптура менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, китапханалағы гәзит-журналдарҙан был серле һөнәр хаҡында мәғлүмәт йыя, билдәле рәссамдарҙың һүрәттәрен ҡырҡып алып, дәфтәренә теркәй бара.
– Әсәйем «Башҡортостан ҡыҙы» менән бергә «Крестьянка» журналын яратып алдырҙы, уларҙың эсендә билдәле рәссамдар картиналарының репродукциялары урын алған, мин шуларҙы, алтын бөртөгөләй күреп, иҫем китеп йыя инем. Ҡартәсәйем­дәрҙең өйөндә лә матур картиналар эленгән, уларға ҡараған саҡта йөрәгем әйтеп аңлата алмаҫлыҡ аһәңгә тулыша торғайны, – тип бала сағының йәйғорло хәтирәләре менән бүлешә һылыу.
Бәләкәйҙән Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға барырға хыялланған Сулпан башта Өфө сәнғәт училищеһының скульптура бүлегенә инә. Ижад серҙәренә өйрәткән талантлы уҡытыусыһы Хәлит Хәлил улы Ғәлиуллинға рәхмәтле ул. «Скульптураға тартылыуым ҡан хәтеренән дә киләлер, әсәйемдең атаһы, ҡартатайым Айрат Рамаҙан улы Шәйхисламов, күңел талабы буйынса ныҡлап ошо ижад төрө менән шөғөлләнгән була. Донъяларҙан иртә китһә лә, яҡын кешемдең гипстан эшләгән скульптуралары менән төшкән фотолары һаҡланған. Уның бер ижад эше хатта Мәскәүҙә хәрби музейҙы биҙәй. Минең иң ҙур хыялдарымдың береһе – илебеҙҙең баш ҡалаһындағы шул музейҙы табып, ҡартатайымдың ижад емешен күреү һәм йән бәйләнешен тойоу», – ти ул был хаҡта.
– Кеше һындарын, портреттар эшләү күңел ләззәте биргәнгә, белем алғанда һөнәрем нескәлектәрен кинәнеп өйрәндем, уҡыу еңел булды. Исемдәре үк ижад юғарылығын билдәләүсе Йәлил Сөләймәнов, Георгий Калита кеүек оҫталарҙан һабаҡ алыу бәхете тейҙе, – ти ул ҡабатланмаҫ студент саҡтарын иҫләп. Тырыш ҡыҙ училищела уҡыу менән бергә Магнитогорск дәүләт университетында дизайнер һөнәрен дә үҙләштерә. Училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай, юғары уҡыу йорто дипломын да ҡулына алып һөйөнә.
Театрға рәссам-декоратор булып аяҡ баҫҡан ҡыҙ башкөллө ижад донъяһына сума. Ябай декораторҙан башланған хеҙмәт юлы уны тотош сәхнә әҫәренең ҡуйыусы-рәссамы булырлыҡ кимәлгә күтәрә.
– Бала саҡ хыялымды барыбер тормошҡа ашырып, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына ситтән тороп уҡырға индем, – ти ныҡышмал ҡыҙ. Башта скульптура буйынса уҡыным, һуңынан, эшмәкәрлегемә яҡыныраҡ тип, театр һынлы сәнғәте бүлегенә күстем. Шунда диплом эштәренең ҡуйыусы рәссамы булып тәүге аҙымдарымды яһаным. Профессиональ кимәлдәге тәүге эшем – Рөстәм Хәкимов режиссерлығында «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театрында сәхнәләштерелгән «Алладин» әкиәте. Сихри ижад донъяһы Сулпан Рәжәп ҡыҙының бар булмышын биләй. Уны яңынан-яңы сәхнә әҫәрҙәрен биҙәргә саҡыралар. Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур дәүләт татар драма театрында – «Алмас тауының сере» (режиссеры – Борис Мәхмүтов), Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында – «Фронтовичка» (режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев), Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең «Урал һәм Шүлгән» тәүге музыкаль хореографик спектакле лә (ҡуйыусы-хореографы – Йәмилә Бикбаева, режиссеры – Фирғәт Ғарипов) уның күңел кәрәҙен байыта.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: