Мәғрур Рәз ташына һыйынып ултырған Белорет районының Үткәл ауылында Әминә менән Фәтих Мөхәмәтдиновтарҙың мөхәббәтле ғаиләһендә тыуып үҫә улар. Бәләкәйҙән бер-береһенә таяныс-терәк тә, серҙәш-әхирәт тә, апалы-һеңленең матур өлгөһө лә булған һылыуҡайҙарға ҡарап бар ғәм һөйөнә. Ҡустылары Рәзифте яратып-ҡурсалап, ата-әсәләренең уң ҡулы, күрше-күлән өсөн бар йәһәттән дә үрнәк булып буй еткерә ҡыҙҙар. Ауыл мәктәптәрендә башланғыс белемде алғас, күрше Шығайға йөрөп уҡыйҙар. Күңелле интернат тормошоноң уртаһында ҡайнап, мәктәптең иң алдынғы уҡыусылары һаналалар. Ауылдар араһындағы биш саҡрымлыҡ юлды үткәндә, киләсәктә иң изге һөнәр эйәһе – уҡытыусы булабыҙ, тип зәңгәр хыялдар донъяһын гиҙеп ҡайтырға ярата ике бер туған.
Уй-ниәттәрҙең тормошҡа аша торған матур ғәҙәте бар: бөгөн Гөлфирә Ғәлиәстәнова менән Нурсилә Йомағужина тыуған ауылдарының йөҙөк ҡашы, мәктәп коллективының иң егәрле уҡытыусылары, хеҙмәттәренән йәм табып йәшәгән абруйлы остаз булып танылған...
Ришат Хәйбуллин фотоһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2023) һанында уҡығыҙ.