+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
29 Сентябрь 2023, 15:37

Аҡ фәрештә

Нескә кәүҙәле, ипле генә йәп-йәш ҡатын-ҡыҙ хирург ихлас ҡаршы алды беҙҙе, баламдың һәр һүҙен бүлдермәйенсә тыңланы, һорауҙарын бирҙе...

Аҡ фәрештә
Аҡ фәрештә

Операция кәрәклеге һәм уның нисек үтәсәге хаҡында үҫмергә еңел генә аңлатты. Улым шунда уҡ риза булды. Балалар яҡшы тоя шул кешене. Әйтергә кәрәк, уға тиклем бик тәжрибәле генә өс хирургта булғайныҡ. Ниңәлер уларҙың береһенә лә ышанманы ул. Яҙған дарыуҙарын да теләр-теләмәҫ эсте. Ә бында шундай мөғжизә! Балаларҙы, үҙ эшен яратҡан оҫта белгескә, алтын ҡуллы хирургҡа эләгеү ысынында ҙур уңыш икән ул. Һәр ата-әсә өсөн сабыйы – ғәзиз. Бысаҡ аҫтына һалыр алдынан мең уй йөрәгеңде телгеләй. Йәшәү менән үлем йөҙгә-йөҙ осрашҡан, көрәшкән сиктә, еңеү һағында шундай көслө, аҡыллы, һөнәрен яратҡан ҡатын-ҡыҙ хирургтарыбыҙ булыуы һөйөндөрә. Ауыр хеҙмәтте йүгәнләгән башҡорт һылыуы, Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы хирургы Диана Илгиз ҡыҙы Кремешная менән әңгәмәбеҙ – киләсәккә аяныс менән янаған балалар сирҙәре хаҡында.

 

– Диана Илгиз ҡыҙы, һеҙҙең еңел булмаған һөнәр – балалар хирургы эшен һайлауығыҙға нимә этәргес булды? Ысын хирург ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Нисек кенә романтик рухта яңғырамаһын, медицина йүнәлешен йөрәгеңде тыңлап, күңел ҡушыуы буйынса ғына һайларға кәрәк. Бала саҡтан эске тойомлауым менән үҙемдең табип булырымды белә инем. Башҡорт дәүләт медицина институтының беренсе курсынан киләсәгемде бары тик хирург итеп күҙ алдына килтерҙем. Шул ҡарарыма һис үкенергә тура килмәне. Хирургия – ул ир-аттар даирәһе, нығынған ошо ҡараш хөкөм һөргән ерҙә ҡатын-ҡыҙға, әлбиттә, еңел түгел. Шуға миңә был һөнәрҙә ир-ат коллегаларым араһында үҙ тотҡан урынымды көн дә эшем, белемем, оҫталығым менән иҫбатларға һәм балаһын дауаларға ышанып тапшырған ата-әсәләрҙең өмөтөн аҡлар өсөн күп көс һалырға тура килә. Хирург ҡыйыу, ныҡлы, талапсан, белемле һәм шул уҡ ваҡытта кешелекле булырға тейеш! Бәләкәстәрҙең ата-әсәләре менән һөйләшкәндә, ваҡытында йылы һүҙ табыу, «мин һеҙҙе аңлайым» тип әйтеү ҙә – тынысландырыусы, күңелде көйләүсе бер асҡыс ул. Сөнки баланы дауалау – ул һәр ваҡыт табип менән атай-әсәйҙең команда хеҙмәте. Әгәр улар һинең менән бер тулҡында булһа, операциянан һуң һауығыу һәм реабилитация осоро ла күпкә тиҙерәк һәм еңелерәк үтә.
– Нисә йәштәге балаларҙы дауалайһығыҙ?
– Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы тәүлек әйләнәһенә яңы тыуған сабыйҙарҙан башлап 18 йәшлек үҫмерҙәргә тиклем ҡабул итә. Өсөнсө ҡатта хирургия һәм урология менән андрология бүлексәләре урынлашҡан. Көн һайын 15-ләп планлы операция башҡарабыҙ. Юл фажиғәһендә ҡаза күргән, тәҙрәнән осоп йәрәхәтләнгән балаларҙы килтерәләр. Спорт түңәрәгендә йә һуғышып эске ағзалары, бөйөрө иҙелгән осраҡтар ҙа була. Бөйөр, енес, бәүел сығарыу системаһы ағзалары патологиялары менән мөрәжәғәт итәләр. Крипторхизм (тыумыштан бер йә ике күкәйҙең дә тоҡсаға төшмәйенсә ҡорһаҡта ҡалыуы), варикоцеле (орлоҡ бауы веналарының төйөрләнеп киңәйеүе) диагноздарының йышайыуы ла һағайта. Һәр осраҡ айырым ҡарала һәм дауалау курсы йәки тәғәйен операция билдәләнә. 2023 йыл башында мин урологияла лапароскопик операциялар эшләү буйынса Мәскәүҙә өҫтәмә белем алып ҡайттым. Беҙҙең дауахана хәҙер Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып балалар урологияһы һәм андрологияһы өлкәһендә миниинвазив ысул менән операциялар яһай башланы.
– Башҡортос­танда һеҙҙең был өлкәлә тәүгеләрҙән булып яңы алым ҡулланып операциялар яһай башлауығыҙ – ҙур асыш, алға китеш. Шул хаҡта һөйләгеҙ әле.
– Пациенттарыбыҙ – балалар, шуға ла беҙ уларға ҡарата хәстәрлекле, аяулы мөнәсәбәт һаҡларға тейеш. Дауахана­быҙҙың заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы һәм белемебеҙҙе камиллаштырыу мөмкинлеге һөҙөмтәһендә беҙ яңы ысулды үҙләштерә алдыҡ. Бөгөн уны эштә киң ҡулланабыҙ. Лапароскопик, йәғни тәнде ярмайынса, өс кенә тишек яһап эшләнгән операцияның ыңғай яҡтары бихисап. Беренсенән, ул бәләкәс­тәрҙе операция ваҡытында күп ҡан юғалтыу, тән туҡымаһының ҙур өлөшө йәрәхәтләнеү, спайкалар барлыҡҡа килеү хәүефенән аралай. Унан тыш, яңы алым хатта ҡатмарлы операцияларҙан һуң да балаларға тиҙ генә аяҡҡа баҫырға һәм бер нисә көндән уларҙы өйҙәренә ҡайтарырға мөмкинлек бирә.
– Балалағы ниндәй билдәләр ата-әсәне һағайтырға тейеш?
– Пациенттарҙың иң ҡатмарлылары – «Ашығыс ярҙам» менән эләккәндәре. Урологияла төрлө ҡурҡыныс ауырыуҙар бар, мәҫәлән, аталыҡ биҙҙәренең ишелеүе (перекрут яичка). Ул һәр ваҡыт ашығыс операция талап итә, шуға һәр минуты ҡәҙерле һәм саҡ ҡына һуҙғанда ла операция ағзаны алып ташлау менән тамамланыуы ихтимал. Әгәр баланың эсе, енес ағзалары ауыртһа, ҡаҫа (мошонка) ҡыҙарып тығыҙланһа, шундуҡ табип-хирургҡа йәки урологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өфөлә дежур бригада тәүлек әйләнәһенә эшләй.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2023) һанында уҡығыҙ.

Аҡ фәрештә
Аҡ фәрештә
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: