-2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
28 Июнь 2023, 15:55

Ауыл уҡытыусыһы

Уҡытыусы һәм остаз кеше ғүмерендә бик ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡытыусылыҡҡа барыр алдынан уҡ ошо һөнәр эйәһе булып тыуыр кәрәктер. Булмыш йәшәү рәүешенә әүерелә, киләсәкте билдәләй. Учалы районы 6-сы Миндәк урта мәктәбенең башланғыс синыфтар, башҡорт һәм инглиз теле уҡытыусыһы Әлиә Гәрәй ҡыҙы Яныбаева, район кимәлендә үткән «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә ҡатнашып, үҙ һөнәренең серҙәрен асыуын дауам итә, тәжрибә туплай. Ысын мөғәллимә бер ҡасан да белем эстәүен ташламай, яңылыҡҡа ынтыла һәм үҙе артынан башҡаларҙы ла эйәртә, тиһең был уңған, бөтмөр ханымға ҡарап.

Ауыл уҡытыусыһы
Ауыл уҡытыусыһы

Әлиә 1987 йылдың 20 сентябрендә Баймаҡ ра­йоны Ишбирҙе ауылында Нәжиә Вафа ҡыҙы менән Гәрәй Фәйзрахман улы Тулыбаевтарҙың тәүге сабыйы булып донъяға килә. Урта белемде Ишбирҙе мәктәбендә ала. Бәләкәйҙән уҡытыусы булыу теләге менән яна ул. «Йәйге томра көндәрҙә лә, китап тотоп, дәфтәрҙәр ҡосаҡлап, уҡытыусы булып уйнай торғайным. Бер шулай уйнап йөрөгәндә, мине күреп, күрше инәй (мәрхүм инде ул хәҙер): «Китаптарҙан ялҡмаған был ҡыҙ, һине каникулға иртәрәк сығарғандар, ахыры», – тип ғәжәп иткәйне», – тип йылмая Әлиә. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, төплө белемгә эйә булыу ниәте менән ҡыҙыҡай БДУ-ның Сибай институты «Башланғыс синыф уҡытыусыһы» бүлегенә уҡырға инә. «Студент саҡ бик күңелле һәм етеҙ үтте. Төрлө тарафтарҙан йыйылған 40 студент дуҫ йәшәнек, ул дуҫлыҡ һаман да дауам итә, аралашып, осрашып торабыҙ. Төркөмөбөҙ институттың санитар дружинаһына инде. Ундағы күнекмәләр тәүге ярҙам күрһәтеү, укол ҡаҙау, дарыуҙарҙы танып белеү кеүек кәрәкле белем алырға ла булышлыҡ итте. Ярыштарға йөрөнөк, алдынғы урындар һәр ваҡыт беҙҙеке ине», – тип хәтирәләргә бирелә Әлиә Гәрәй ҡыҙы.
Йәш белгесте уҡытырға урман яғына, Әбйәлил районы Хәмит ауылына тәғәйенләйҙәр. «Бәләкәй генә булып, күҙемә мөлдөрәмә ҡарап ултырған уҡыусыларым хәҙерге ваҡытта төрлөһө төрлө яҡта уҡый, эшләй инде. Ул мәлдә мәктәп директоры Салауат Сәфей улы Ғүмәров (мәрхүм инде) ине. Бик иғтибарлы етәксе булды ул: көн дә тиерлек үҙенә саҡырып, хәлемде һорашты, хатта хәләл ефете менән өйөнә алып ҡайтып, сәй эсереп, күстәнәстәр биреп ҡайтарырҙар ине. Мәктәп коллективы ла бар яҡлап ярҙам итеүе менән күңелемдә тик йылы иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Мин уҡытҡан 2-се класс уҡыусыларының ата-әсәләре лә яратты, уларҙы ла һағынам», – ти мөғәллимә, хеҙмәт юлының тәүге осорон хәтерләп. Тырыш, белемгә ынтылыусан ҡыҙ Хәмит мәктәбендә эшләгәндә, ситтән тороп, БДУ-ның сит телдәр бүлегендә «Инглиз теле уҡытыусыһы» һөнәрен үҙләштерә. Хәмит ауылы егете Салауат Зиннур улы Яныбаевҡа кейәүгә сыға. Тормош иптәше менән өс балаға ғүмер биреп, мал ишәйтеп, баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтөп алып китәләр. Ире балта оҫтаһы була. «Ҡәйнәм Сәкинә Зәйнетдин ҡыҙы миңә мәктәпкә тәүге ишек асыусы кеше булды. Һылыу, мөләйем генә ҡатын йылмайып ҡаршы алғайны. Килене булып, уға ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итәсәгем башыма ла инеп сыҡмағандыр ул ваҡытта. Ҡәйнәм бик һәйбәт кеше ине. Ярҙамсыл, тыныс холҡо, тура һүҙлелеге, яғымлылығы менән ауылыбыҙҙа иң абруйлыларҙан һаналды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яман шеш был донъянан уны бик иртә алып китте», – ти Әлиә.
Тормош шыма ғына бармай шул. Әлиә, өс балаһын алып, тыуған ауылы Ишбирҙегә ҡайтып китергә мәжбүр була. Тиҙ арала тыуған мәктәбендә эш тә табыла. Уны 13 саҡрым алыҫлыҡтағы Бөрйән-Йылға ауылындағы Ишбирҙе мәктәбе филиалына алалар. Дәртләнеп эшкә сума йәш уҡытыусы. Мәктәп коллективының һәр ғәмәлгә дәррәү тотоноуы оҡшай. Ауыл бәләкәй генә булһа ла, халҡының татыулығы, берҙәмлеге сәм өҫтәй. Йәш белгескә бар яҡлап булышлыҡ итергә тырышыуҙары күңелендә рәхмәт хистәре яралта. Әлиә Гәрәй ҡыҙы, 2021 йылда «Ауыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып, еңеү яулай. Башҡортостандың 40 белгесе республиканың төрлө тарафтарына, күрше өлкә, республикаларға тарала. «Минең өлөшөмә Учалы районының 6-сы һанлы Миндәк урта мәктәбе төштө. Гүзәл Рәсих ҡыҙы Илһамова етәкләгән был мәктәп районда алдынғылар рәтендә һанала. Уҡытыусылар коллективы шул тиклем көслө, тәжрибәле. Бер яҡтан, яңы мөхит, яңы кешеләр менән танышыу ҡыуандырһа, икенсенән, тулҡынланыу, икеләнеү тойғолары кисерҙем. Аллаға шөкөр, мәктәп коллективы, уҡыусылар, ата-әсәләр ҡаушап ҡалырға ирек бирмәне, ярҙам ҡулы һуҙҙы, кәңәштәре менән һәр ваҡыт дәртләндерҙе, әле лә ҡанатландырып торалар. Мин 25 уҡыусым булған ике класты етәкләйем. Йәнә лә урта кластарҙа башҡорт, инглиз телдәре дәрестәрен алып барам. Уҡыусыларым менән төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар алабыҙ. Быйыл «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә бик уңышлы сығыш яһаным», – ти Әлиә Гәрәй ҡыҙы. Республиканы гөрләтеп үткән «Бураҡаева уҡыу­ҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһында райондың тәжрибәле уҡытыусылары менән берлектә ҡатнашыуын ул ҙур мәртәбә тип ҡабул иткән.

Булат Маликов фотоһы.
Учалы районы.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: