«Миңә гел башҡорт төркөмөндә эшләү бәхете тейҙе, – тип бүлешә тәрбиәсе. – Үҙенсәлектәре күп уның. Баштараҡ методика ла юҡ, дәреслек, материал аҙ ине. Көнө-төнө китаптарҙа, гәзит-журналдарҙа соҡоноп, үҙебеҙ материал табабыҙ. Шуға ла башҡорт төркөмөндә эшләгән тәрбиәселәрҙә эҙләнеү сәме көслө. Ҡайҙалыр шиғыр йә һүрәт күреп ҡалһам, папкаға һалып ҡуям. Әле интернет ресурстары күп булһа ла, был ғәҙәтемде тулыһынса ташламайым, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле итеп үткәрәм тиһәң, эҙләнергә кәрәк. Был йәһәттән төрлө бәйге ойошторолоуы ла – һәйбәт күренеш. Йөрөгән таш шымара, тәжрибә туплана. Шамонин ауылында – республикабыҙҙың төрлө төбәгенән тупланған халыҡ. Һәр кеменең – үҙ йолаһы, ғөрөф-ғәҙәте. Балалар баҡсаһында фольклор байрамдары үткәрә башлағас, күптәр уны яңылыҡ итеп ҡабул итте, атай-әсәйҙәр дәррәү ҡушылды. Әле лә был юҫыҡта әүҙем эшләйбеҙ».
«Лилиә Фәһим ҡыҙының хеҙмәттәштәре араһында абруйы ҙур. Ул һәр эшкә ижади ҡарай, яңы идеялар тәҡдим итә. Әүҙем тормош алып барған тәрбиәсе заман менән бергә атлай, яңылыҡтарҙы нескә тойоп, үҙе аша үткәрә һәм эшендә киң ҡуллана. Әйткәндәй, компьютерҙы ла биш бармағы кеүек белә, методик кәңәштәрҙе туплаған үҙ сайтын булдырҙы. Йәштәр өсөн яҡшы остаз да ул. Кемдер берәй сарала ҡатнашһа, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер: идеялары менән бүлешә, сюжеттар ҡороша, сөнки үҙе лә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулай, проекттары менән сығыш яһап, еңеп сыға. Шундай үҙ эшен яратҡан хеҙмәткәрҙәр менән ил кимәлендә грант конкурстарында ҡатнашырға ла тәүәккәллек итергә мөмкин. Һуңғы йылдарҙа ғына, мәҫәлән, «Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсаһы» бәйгеһендә еңеүгә өлгәштек, тәрбиә һәм белем биреү башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы I төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе булдыҡ, туған телде һаҡлау һәм яҡлау буйынса федераль грант оттоҡ, «Рәсәй тәрбиәсеһе» бәйгеһендә лә еңеүселәребеҙ бар. Республика кимәлендә байтаҡ саралар күрһәттек. Әле лә федераль грант алыуҙа ҡатнашыу өсөн әҙерлек эштәре башлап торабыҙ», – ти «Аҡбуҙат» балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Дания Хәсән ҡыҙы.
Бар ижади һәләтен һалып, һәр дәресте үҙенсәлекле итеп үткәрергә ынтыла Лилиә Фәһим ҡыҙы. «Шулай итмәһәм, күңелемә ҡыйын, ҡәнәғәтлек кисермәйем, сөнки туплаған белемемде, тәжрибәмде үҙемдә йомоп ҡалыу дөрөҫ түгел. Заман менән балалар ҙа үҙгәрә. Элек улар тынысыраҡ, ябайыраҡ, һәр уйынсыҡты, ҡәләм-буяуҙы ҡәҙерләп тотонһа, хәҙерге бәләкәстәр энциклопедик белемгә эйә, өлкәндәр кеүек фекерләй, йәнһүрәттәр ҙә уларҙы өйрәтеүгә ҡоролған. Уйынсыҡтарҙан тиҙ ялҡалар, йәһәт кенә иғтибарҙарын башҡаға йүнәлтәләр, шуға ла уларҙы ҡыҙыҡтырыр өсөн бөтөнләй яңы алымдар ҡулланам. Кескәйҙәрҙең тарих, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһыныуы күңелде йылыта, барған һайын эшем нығыраҡ оҡшай. Хәҙер программаларҙың да күп, уларҙы һайлау мөмкинлеге булыуы тәрбиәселәр өсөн бик ҡулай. Үҙемдең дә методик әсбаптар, китаптар яҙырға теләгем бар», – тип бүлешә утыҙ биш йыл педагогик стажы булған тәрбиәсе.
Лилиә Фәһим ҡыҙының өйө лә, баҡсаһы ла гөлдәргә күмелеп ултыра. Һандар буйынса һүрәт төшөрөргә, буямдар буярға, сигергә әүәҫ ул, халыҡ медицинаһы менән ҡыҙыҡһына. Ейәнсәре Әминә, ейәне Тамерлан каникулдарын мотлаҡ өләсәләре янында уҙғара. «Үткәндәргә боролоп ҡараһам, тик матур хәтирәләр генә күңелде йылыта. Бар ауырлыҡты оноттороп, тормош мине аяймы, әллә көнө буйы гонаһһыҙ сабыйҙар менән аралашып, ваҡлыҡтарға иғтибар итмәҫкә, матурлыҡҡа, ихласлыҡҡа көйләнергә өйрәнәмме?» – тип уйлана бөгөн был һөнәрҙән башҡа үҙен күҙ алдына ла килтермәгән тәрбиәсе. Үҙ телендә иркен һөйләшкән, ихтирам иткән, иле менән ғорурланған киләсәк быуын вәкилдәре үҫтереү – хыялы. Шул хыялы яңынан-яңы алымдар эҙләтә, заман менән бергә атлата, еңел булмаған эшендә яңы үрҙәргә ынтылыр көс бирә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2023) һанында уҡығыҙ.