+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
23 Март 2023, 14:48

Беҙ бергә булғанда

Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова – Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, тарих фәндәре кандидаты. Абруйлы уҡытыусы һәм ғалимә генә түгел, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та билдәле ул: оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы бишҡарма комитетын етәкләй. Республикабыҙҙың һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының ижтимағи тормошондағы ҡаҙаныштары өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы – «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнгән. Аҫыл милләттәшебеҙҙең күп яҡлы шәхес булараҡ балҡыуы һоҡланыу, ихтирам уята.

Беҙ бергә булғанда
Беҙ бергә булғанда

– Ләйсән, һеҙҙең арҙаҡлы ижадсылар – тележурналист Йәркәй Яҡшыдәүләтов менән яҙыусы Нажиә Игеҙйәнованың ҡыҙы икәнегеҙҙе беләбеҙ. Үҫкән саҡта атай-әсәйегеҙҙең һеҙгә ниндәй йоғонто яһауы хаҡында һөйләһәгеҙ ине.
– Ғаиләлә тәүге бала булып тыуғанмын. Минән һуң донъяға килгән Гөлфиә һәм Айсыуаҡ туғандарым менән йәш араларыбыҙ ҙур түгел: һеңлем минән ике йәшкә, ҡустым өс ярым йәшкә бәләкәйерәк. Атайым менән әсәйем эштә саҡта, апай булып, туғандарымды ҡарап ҡала торғайным.
Ата-әсәбеҙ һәр беребеҙҙе шәхес итеп күрҙе. Улар беҙҙе бик иртә китап иленә алып инде, бөтәбеҙ ҙә мәктәпкә барғансы уҡ уҡырға, шахмат уйнарға өйрәндек. Беҙҙең өсөн «Веселые картинки», «Мурзилка» журналдарын яҙҙыра торғайнылар. Ул заманда балалар өсөн башҡортса журналдар сыҡмай ине, шуға күрә Гөлфиә Юнысова, Кәтибә Кинйәбулатова һәм башҡа шағирәләрҙең китаптарын ҡулдан төшөрмәй уҡыныҡ.
Хәтеремдә: совет заманында Матбуғат йортонда гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы фильмдар күрһәтә торғайнылар. Өсөбөҙҙө лә атайым менән әсәйем мотлаҡ рәүештә ул фильмдарҙы ҡарарға, шулай уҡ театрҙарға премьераларға алып бара. Ундағы ижади мөхиттән ныҡ тәьҫирләнеп ҡайтабыҙ. Фильмдар хаҡында фекер алышыуҙарҙы тыңлап, әҙәби әҫәрҙәрҙе дәрестәгенән дә нығыраҡ хәтерҙә ҡалдыра инек.
Алғараҡ китеп шуны әйтәм: әсәйем менән атайымдың күп матур тәрбиә алымдарын үҙ балаларымды үҫтергәндә лә файҙаландым. Мәҫәлән, уларҙы мәктәпкә барғансы уҡ уҡырға, һанарға һәм шахмат уйнарға өйрәттем. Был иһә балаға мәктәптә яҡшы өлгәшергә, ҡатмарлы мәсьәләне еңел сисергә, ауырлыҡты үтергә әҙер булырға ярҙам итә.
Өсөбөҙ ҙә юғары белем алдыҡ: мин – тарихсы, һеңлем – филолог, ҡустым – ихтиолог, ул БДУ-ның биология факультетын тамамланы. Айсыуаҡ һөнәре буйынса бер нисә йыл эшләне лә «БАЛ» авиакомпанияһына бортпроводник булып күсте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғаныбыҙҙың ғүмере 2002 йылдың 2 июлендә Германия күгендә Боден күле өҫтөндә булған авиаһәләкәттә өҙөлдө. Дүрт көндән уға 31 йәш тулырға тейеш ине...
– БДУ-ның тарих факультетын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡҡа юлланғанһығыҙ. Ғилми һәм уҡытыусылыҡ эшегеҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Тарих донъяһының мәңгелек серенә ғашиҡ иткән уҡытыусыларым – күренекле ғалимдар Әнүәр Әсфәндиәров, Софья Овруцкая, Рим Йәнғужин, Марат Ҡолшәрипов, Ирек Аҡманов, Нәзир Ҡолбахтин, Айһылыу Юнысованы остаздарым тип иҫәпләйем.
Студент йылдарында дәртләнеп университеттың «Ирәндек» бейеү ансамбленә йөрөнөм. Уға БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Екатерина Варламова етәкселек итә ине.
Хеҙмәт юлымды Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының Ватан тарихы кафедраһы ассистенты булараҡ башланым. Тәүге көндәрҙән үк студенттар менән уртаҡ тел таптым, йәш уҡытыусы өсөн был бик мөһим ине.
90-сы йылдар аҙағында тарихҡа иғтибар ифрат ҙур булды. Сал быуаттарҙы байҡап, тарихты яңыса аңлап, тормошсан күп һорауҙарға дөрөҫ яуаптар эҙләгән дәүер ине ул. Студенттар менән мәҡәләләр яҙабыҙ, конференцияла шул эштәр менән сығыш яһайбыҙ. Уҡыта башлағандың тәүге йылында кандидатлыҡ минимумы имтихандарын тапшырып, диссертациям темаһын раҫланым. Ғилми эшем «XIX быуаттың беренсе яртыһында Ырымбур губернаһы төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының социаль-иҡтисади һәм сәйәси тарихы» тип аталды.
Диссертация яҡлағанда ғаиләм, ике балам: улым Илһам менән ҡыҙым Миләүшә бар ине. Архивта, китапханала эшләр өсөн Мәскәүгә киткән сағымда Өфөлә йәшәгән әсәйем ҡыҙымды үҙенә алып ҡараны. Ә мәктәптә уҡыған улым атаһы менән Стәрлетамаҡта ҡала торғайны. Яҡындарымдың оло ярҙамын тойоп, балалар өсөн йәнем тыныс булып, башкөллө ғилми эшкә сумдым... Тормош иптәшемә һәм әсәйемә шул осорҙағы хәстәрлектәре өсөн рәхмәтлемен.
– Ни өсөн диссертацияғыҙҙы төньяҡ-көнсығыш башҡорттар тарихына арнарға булдығыҙ?
– Әсәйем – сығышы буйынса Ҡыйғы районынан. Минең мәктәп каникулдарым әкиәти тәбиғәтле Ҡыйғы районындағы ауылда өләсәйем янында үтте. Унда халыҡ башҡорт теленең үҙенсәлекле диалектында һөйләшә, милли кейемдәре лә ныҡ айырыла. Диссертация өҫтөндә эшләгәндә шул яҡтарҙың ҡабатланмаҫ хозурлығы, үҙем белеп күргән матур күңелле кешеләре күҙ алдымда торҙо. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының төбәк үҙенсәлектәрен мотлаҡ рәүештә башҡа этнографик төркөмдәр менән сағыштырып тикшереү зарур – бөтә Башҡортостан тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеүгә йәнле ынтылыш тап шул рәүешле тыуа.
Бөгөнгө көндә 180 ғилми хеҙмәтем, шул иҫәптән өс монографиям донъя күргән. Улым Илһам менән берлектәге эштәрем дә бар. Береһе «Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйлап 3D туристик маршрут» булһа, икенсеһе – «Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте» электрон дәреслеге. Мин был хеҙмәттәрҙең ғилми йөкмәткеһен әҙерләнем, ә улым уларҙы виртуаль программаларға күсерҙе.
Бына шулай бер юғары уҡыу йортонда 32 йыл күҙ асып йомғансы үтеп тә киткән. Йыл һайын студенттар алмашына, хатта уҡыу йорто, кафедралар, факультеттар исеме үҙгәрә, яңынан-яңы эш программалары яҙабыҙ, ләкин ошо уҡыу йорто төп эш урыным булып ҡала. Бынан тыш, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла тарих дәрестәре алып барам. Шайморатов класы балалары менән дә эшләйем, уларға Башҡортостан тарихын уҡытам.
– Ваҡытығыҙ үтә тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эше менән дә әүҙем шөғөлләнәһегеҙ. Барыһына ла нисек өлгөрәһегеҙ?
– Ике йыл Стәрлетамаҡ ҡала округының Йәмәғәт палатаһында эшләнем. 2015 йылда «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаһының Стәрлетамаҡ бүлексәһенә килдем. 2021 йылда «Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы» урындағы йәмәғәт ойошмаһы» коммерция булмаған ойошмаһын астыҡ.
«Беҙ бергә» этнофестивале» тигән проектыбыҙҙың Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды гранттарының дүртенсе конкурсында еңеп сығыуы күңелдәргә илһам өҫтәне. Төрлө кимәлдәге башҡа бәйгеләрҙә ҡатнашыуға ла ғариза биргәнбеҙ.
Һуңғы йылдарҙа ҡаҙаныштарыбыҙ бихисап. Башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән 2020 йылда республика ҡалалары ҡоролтайҙары араһында икенсе урын алдыҡ, 2021 йылда, Башҡорт тарихы йылында, беренселеккә сыҡтыҡ. Стәрлетамаҡ тарихы, яҙмыштары ҡалабыҙға бәйле билдәле башҡорт шәхестәре хаҡында китаптар сығарабыҙ. Күренекле милләттәштәребеҙгә һәйкәлдәр ҡуябыҙ. Мәҫәлән, 2021 йылда – мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевҡа, былтыр шағир, сәйәсмән Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл асылды.
Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге конференциялар үткәреүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Ә йыл һайын яҙҙың беренсе көнөндә уҙғарылған «Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө» республика байрамын күптәр Стәрлетамаҡ бренды тип атай.
Төп эшеңдән тыш, ижтимағи тормошта әүҙем булыу өсөн, иң элек янып ижад итеү, башҡаларға ярҙамлашыу теләге булырға тейештер. Һәм, әлбиттә, ғаиләңдең аңлап тороуы кәрәк.
Тормош иптәшем Илшат Тимерғәли улы Йосопов Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында инженер булып эшләй. Улыбыҙ Илһам БДУ-ның технология һәм эшҡыуарлыҡ факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланы, әле ул – SMM-маркетолог. Өйләнгән, ейәнебеҙ Иҙелгә – өс йәш.
Миләүшәбеҙ Ҡазан федераль университеты эргәһендәге Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын бөтөрҙө. «Яңы мәктәп» мәғариф онлайн-үҙәгендә инглиз телен уҡыта, япон телен дә белә. Ул да ғаиләле, Өфөлә йәшәй.
Мин ҙур ғаиләбеҙ бергә йыйылған ялдарҙы һәм байрамдарҙы яратам. Ундай көндәрҙә өйөбөҙ шау-гөр килеп тора. Бергә булғанда йөрәктәр көс-дәрт менән һуғарыла, һәм бәхеттең иң олоһо ошо инде, минеңсә.

Эльвира Халиҡова
әңгәмәләште.

Беҙ бергә булғанда
Беҙ бергә булғанда
Автор:
Читайте нас: