+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
30 Август 2022, 10:07

Бишек бәүетеүсе ҡулдар

Индира Сәхәүетдинова – ғәжәйеп табип. Уны беҙҙең заман геройы тиергә лә була. Ябайлығы, кешеләргә ихтирамлығы арҡаһында уның менән туғандарса, дуҫтарса аралашырға, күңелеңдәген һис тартынмайынса теҙеп һалырға мөмкин. Ә эшләгән ғәмәлдәренә ҡарап, «ул Ерҙәге фәрештә» тип уйларһың.

Бишек бәүетеүсе ҡулдар
Бишек бәүетеүсе ҡулдар

2019 йылда «Башҡортостан ҡыҙы»ның 7-се һанында Индира Венер ҡыҙы хаҡында очергым баҫылып сыҡҡас, үҙен журналдың йомғаҡлау кисәһенә саҡырғайным. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның Мостай Кәрим исемендәге аудиторияла үткән сарала мөләйем ханымдың һылыу йөҙө күренде. Күрҙем дә аһ иттем: юғары ҡатҡа ул ҡултыҡ таяҡтарында килеп менгәйне. Ғәфү үтенде, гөлләмәне (ғүмерҙә онотасаҡ түгелмен – ҡыш уртаһында еҫтәре һушты алырлыҡ еләкле бәйләмде) ҡулыма тотторҙо. Белмәнем дәһә аяғы һынғанын, үҙе лә өндәшмәгәйне! Вәт кешеләге һынмаҫ рух! Сер бирмәү! Ғәфү үтендем. Әммә йөрәгемдә ошо хәтирә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Иҫләһәм, һаман да күҙҙәремә йәш тула.

Һөйөклө ҡыҙ бала
«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тергеҙеү медицинаһы һәм реабили­тация буйынса юл үҙәге дәүләт ҡарамағында булмаған һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының баш табибы, Башҡортостан Республикаһының «Акушер-гинеко­логтар ассоциацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Индира Венер ҡыҙы Сәхәүетдинова тап быйыл ғүмеренең матур миҙгеленә – елле иллеһенә аяҡ баҫа. 50 йәш йәшме ни ул? Республикала билдәле шәхестәр – алтын ҡуллы хирург, ғалим, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Венер Ғәзиз улы менән талантлы композитор Роза Хәйҙәр ҡыҙы ғаиләһендә тыуған ул. Атаһы юлынан, медицина буйынса китеп, ул вафат булғас, иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн бихисап эштәр башҡарһа, әсәһенә, 85-ен тултырған Роза Хәйҙәр ҡыҙына, матур бүләк яһаған: уның тормош, ижад юлын тасуирлаған, төрлө йылдарҙағы фотоһүрәттәр, кита­бының тышлыҡтары, афишалар менән байытылған «Үткәндәр беҙҙең менән» йыйынтығын сығарған.
– Роза Хәйҙәр ҡыҙы ҡыуан­ғандыр? – тием, китапты ҡулға алғас, телемде шартлатып.
– Ҡыуанысынан күҙ йәштәре атылып сыҡты. Китап яҙам тигәс, һинән ниндәй яҙыусы сыҡһын, тиеберәк әйтеп ҡуйғайны. Ултырҙым да бер ай эсендә яҙҙым. Атайымдың китабын да күп тапҡырҙар мөхәррирләргә, нәшер итергә тура килгәйне, шуға бик тәүәккәл тотондом был эшкә һәм аҙағынаса алып барып сығарҙым, – ти ғорурланып.
– Уҡып ҡара, бәлки, һиңә оҡшар, тип алдына һалғас, бер тынала уҡып сыҡты һәм үкһеп иланы, уға мин дә ҡушылдым. Мемуарҙарҙы рус һәм башҡорт телдәрендә уҡый алаһығыҙ, текстар бер-береһенән айырыла, – ти Индира Венер ҡыҙы.

Аҡ халатлы фәрештә
«Миңә – 48 йәш, Динара булам. Ҡыҙымдың исеме Асель, уға – һигеҙ йәш. Баламды 40 йәшемдә таптым. Әгәр ҙә бик яҡшы кеше һәм Хоҙайҙан булған табипты, Индира Венер ҡыҙын осратмаһам, был мөғжизә лә тыумаҫ ине. Ошо юлдарҙы яҙғанда күҙемә йәштәр төйөлә. Оҙаҡ ваҡыт балаға уҙа алманым. Ныҡ теләп, уға өлгөрөп еткәс, ул мәсьәләгә үтә яуаплы ҡараным. Быға әсәйемдең үлеме лә сәбәп булғандыр. Ул ваҡытта миңә 28 йәш ине. Ни хәтлем һуңыраҡ табам, шул тиклем балама иртәрәк әсәйһеҙ ҡалыу янаясағын аңлағайным. Нисек кенә тырышһам да, ниндәй генә тикшеренеү үтһәм дә, ауырға ҡалманым. Түлһеҙлектең сәбәбе иремдә булып сыҡты һәм беҙ айырылыштыҡ. Йәнә кейәүгә сыҡтым – шул уҡ хәл тағы ҡабатланды, өс йыл ваҡытымды әрәм иттем. Табиптар, ғәйеп һиндә түгел, үҙең сәләмәт, сәбәбе – түлһеҙ ирҙәреңдә, тине. Ваҡыт үтә торҙо, миндә маҡсатыма ҡаршылыҡ та барлыҡҡа килде – миома үҫте. Һаман ныҡышып хыялыма ынтылдым, бала тыуҙырыу йәше үтмәҫ борон өлгөрөргә тырыштым. Миомамдан ҡотолорға ярҙам итерҙәй доктор эҙләргә тотондом. Йәшәгән урындағы клиникаларҙа, артабан яфаланып тормаҫ өсөн, балаятҡыны тотошлай төбө-тамыры менән алып ташларға кәңәш итәләр ине.
Аллаһ Тәғәлә Индира Венер ҡыҙы менән осраштырҙы. Ул 21-се дауаханала миңә операция яһаны. Лапароскопия түгел, ә ҡорһаҡты ярып, ауырға ҡалған хәлдә тегелгән урындар асылып китмәһен өсөн ныҡлы ямау һалды ул.
Шуның менән генә мөғжизә тамамланманы, ә дауам итте. Ике айҙан мин ауырға ҡалдым. Әммә был хәл көтөп алынған булһа ла, планлаш­тырылмаған ине. Ул ваҡытта ирем менән айырылышҡайным һәм ипо­текаға фатир алғайным. Атай-әсәйем дә мәрхүм... Таяныр кешем юҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, биш мең түләнгән декрет ялына китәсәгемде уйлап, сәстәрем үрә торҙо. Ҡурҡыныс ине, шундай үкенесле хәл килеп тыуғайны. Ауырымды алдырырға булдым. Ярҙам һорап Индира Венер ҡыҙына шылтыраттым. Ул минең менән оҙаҡ әңгәмәләште. Яҡшы психологтың өмөтһөҙлөккә бирелгән пациент менән һөйләшеүенә ярашлы ине был әңгәмә. Шулай итеп, аралашыу аҙағына бәхетһеҙ илаҡ ҡатындан мин, ҡорһағын һыйпап, бәләкәсе менән осрашыу көҫәгән бәхетле әсәйгә әйләнгәйнем. Ул мине күндереп кенә ҡалманы, күҙәтеү аҫтына алырға, бала тапҡан ваҡытта ярҙамлашырға вәғәҙә итте, ҡатын-ҡыҙҙар консуль­тацияһына шылтыратып, минең хаҡта һөйләште. 2014 йылдың 27 февралендә Дим биҫтәһенең 3-сө бала табыу йортонда ҡыҙым тыуҙы, уны Индира Венер ҡыҙы ҡорһағымды ярып алды. Операция уңышлы үтте. Шуныһы ғәжәп: фатирға түләү менән бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ килеп сыҡманы, бөтә һорауҙар анһат ҡына хәл ителде. Ҡыҙымды табырға ҡарар итеүемә бер тапҡыр ҙа үкенмәнем.
Беҙ ҡыҙым менән йыл да Тылсымсы апайҙы тыуған көнө һәм башҡа байрамдар менән ҡотлайбыҙ. Ҡотлауҙарыма, открыткаларыма яуап итеп, ул Аселдең фотоларын ебәреүемде һорай. «Беҙҙең матурҡайыбыҙ нисек буй еткереүен күргем килә!» – ти ул. Ошо ғәжәп кешене осратмаһам, тормошом ҡайһы юҫыҡҡа боролор ине, әйтеүе ҡыйын. Яҙмыш уның менән осраштырғанға Аллаһы Тәғәләмә рәхмәттәр уҡыйым. Ул минең тормошомдо ыңғай яҡҡа үҙгәртте һәм әсәй булыу хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Индира Венер ҡыҙына бөтмәҫ рәхмә­темде белдерәм һәм һөнәри оҫталығына, медициналағы уңыш­тарына ғына түгел, башҡа һәләттәренә һәм белемдәренә һоҡланам. Ҙур булмаған ваҡыт арауығында уның фәндә, һөнәрендә һәм хеҙмәт баҫҡыстарында шундай ҙур уңыш­тарға өлгәшә алыуына ҡыуанам. Был бит бөтәһенә лә бирелмәгән», – Динараның тарихын тулыһынса килтерҙем, стилен дә һаҡланым. Сөнки уның кеүектәр Индира Венер ҡыҙының ғүмер юлында берәү генә түгел. Әсәнең һөйләгене – әсе хәҡиҡәт. Уйлап сығарылмаған.

 

Балалар һөйөндөрә
25 йәшлек Кәрим Австрияның Линц ҡалаһында уҡый. Уның белемле, юғары эрудициялы булыуына әсә һөйөнөп бөтә алмай. Кесе улдары Камилға – 23 йәш. Ул һөнәре буйынса – инженер-технолог, икенсе белеме менеджмент, кредиттар менән бәйле, страховкалау компанияһында эшләп йөрөй. Индира Венер ҡыҙы улдарының үҙен киленле итеүен көтә, ҡәйнә, өләсәй булыу шатлығын татығыһы килә. Европала йәшәгән улдары менән әлеге ваҡытта күрешеү еңел түгел. Ә 50 йәшлек юбилейын ул бала сағы эҙҙәре ҡалған Мәләүез ра­йоны Томансы ауылында дуҫтары менән бергәләп билдәләргә йыйына.
Ниндәй үрҙәр билдәләгән, барыһына ла етешкән ул. Әммә һөнәри йәһәттән үҫеү, белемен камиллаш­тырыуҙан бер ваҡытта ла туҡтамай. Спорт менән шөғөлләнә. Башҡаларҙы дауалау өсөн табип иң тәүҙә үҙе һау-сәләмәт булырға тейеш бит. Күнекмәләр яһамай, тир түкмәй тороп, кәүҙәне һығылмалы итеү мөмкин түгел. Шпагатҡа ултырыу хаҡында хыялланыу – көн дә күнекмәләр яһаған кешегә ап-анһат яуланыр бейеклектер. Индира Венер ҡыҙы, үҙенә үрҙәр билдәләп, уларҙы яуларға күнеккән. Уның асылы – кешеләргә хеҙмәт итеү. Шуны ул иң ҙур бәхет һанай. Ә кешеләр өсөн алтын ҡуллы табип – бәхеттең үҙе.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: