+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
1 Июль 2022, 11:35

Данлы нәҫел вариҫы

Кескәй генә ҡыҙсыҡ ҡурсаҡтарын теҙеп ултырта ла, мөкиббән китеп, дәрес бирә башлай. Фанер киҫәге, ултырғысҡа һөйәлеп, класс таҡтаһына әүерелә. Эй үҙенә оҡшай инде был шөғөлө, һылыу ғына ҡурсаҡтар, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, иҫтәре китеп уҡытыусыны тыңлаған уҡыусылар кеүек. Киләсәктә балаларға белем биреү яҡты хыялға әйләнә, изге уҡытыусы һөнәренә баҫҡыс тап шул нурлы бала саҡ иленән һалына.

Данлы нәҫел вариҫы
Данлы нәҫел вариҫы

Бөгөн Гөлнар Рим ҡыҙы Ғималова – Башҡорто­стандағы иң ҙур полилингваль мәктәптәрҙең береһе һаналған Стәрлетамаҡтағы 23-сө күп профилле мәктәбендә директор урын­баҫары. Иңенә йөкмәтелгән эште тулыһынса «бишле» билдәһенә атҡарып килгән көслө, абруйлы уҡытыусы – меңәрләгән уҡыусының яратҡан мөғәллимәһе.
Ә оло юлға илтер инеш башы Ишембай районының гүзәл тәби­ғәтле, күкһел тауҙар ҡосағына һыйынып ултырған Маҡар ауылынан башлана. Данлыҡлы Ҡарамышевтар нәҫеленә барып тоташа Гөлнар Рим ҡыҙының тамырҙары. 1977 йылда өс ағаһынан һуң тыуған, арыш араһындағы бойҙай төҫлө бер бөртөк кенә ҡыҙҙарын Наирә апай менән Рим ағай ел-ямғыр тейҙермәй, яратып ҡына үҫтерә. «Ғөмүмән, барлыҡ туғандарымдың һөйөү-наҙына ҡойоноп үҫтем», – ти ул, шат бала сағын иҫләп.
Бәләкәйҙән тырыш, телдәр Гөлнар уҡырға барғас та һынатмай, иң алдынғыларҙан һанала. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиа­даларҙа ҡатнашып, республика буйынса призер, еңеүсе була. Шиғыр һөйләү бәйгеләрендә лә һәр саҡ төп урындар яулай. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем, уҡыуҙа ла ал бирмәгән ҡыҙға 1994 йылда Халыҡ-ара пионер лагеры «Артек»ка барыу бәхете йылмая. Ошо еңеүҙәренең емешен Гөлнар Рим ҡыҙы юғары уҡыу йортона ингәндә лә татый. Уны Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына имтиханһыҙ ҡабул итәләр. Хеҙмәт юлын йәш белгес Стәрлетамаҡтың 5-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булып башлай. 2007 йылда уңған ханымды директор урынба­ҫары итеп тәғәйенләйҙәр, йәнә ете йылдан башланғыс кластар һәм методика, фән буйынса өҫтәмә эш тә йөкмәтәләр. Шулай егерме йыл туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү өлкәһендә ең һыҙғанып эшләгәс, Гөлнар Рим ҡыҙы полилингваль мәктәпкә күсә.
Заман менән бергә атлаған, ҙур идеялар менән янған уҡытыусы яңы эш урынында шәмбе көндәрендә ата-әсәләр һәм балалар өсөн «Алдынғы ата-әсәләр, башҡорт телен бергә өйрәнәбеҙ» тигән үҙ проектын асып ебәрә. Был үҙенсәлекле проекттың асылы шунда: урыҫ телле атай-әсәйҙәр башҡортсаға үҙ балалары ярҙамында өйрәнә. Йәғни уҡыусылар, Гөлнар Рим ҡыҙынан алған белемен ата-әсәләре менән уртаҡлашып, башҡорт теленән үҙҙәре дәрес бирә. Балаларҙы бөтә күңеле менән һөйгән, үҙен башҡа һөнәр эйәһе итеп күҙ алдына ла килтермәгән мөғәллимә һәләтле ойоштороусы булараҡ та таныла. Мәктәптәге бөтә сараларҙың уртаһында ҡайнай ул. Быйыл Стәрлетамаҡтағы коммерция булмаған «Стратегик күҙаллау үҙәге» ойошмаһы менән бергә Рәсәй Президентының 500 мең һумға яҡын грантына лайыҡ булып, мультимедиа технологиялы компьютер уйыны үткәрә башлаған. Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә алып барылған яңы форматтағы интерактив-уйын «Geoling – Илгиҙәр» тип атала. Башҡорт телен пропагандалау, йәш быуында күп телдәрҙе өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, илһөйәрлек рухы тәрбиәләү маҡсатында уйланып табылған был уйында «Урал батыр» эпосы, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы буйынса һорауҙар урын алған. Стәрлетамаҡта, Өфөлә, Нефтекамала үткәрелгән уйын-бәйге еңеүселәре финалға Стәрлетамаҡ ҡалаһына йыйылған. Конкурста тап 23-сө полилингваль мәктәп беренселеккә сыҡҡан һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәйәхәт менән бүләкләнгән.
...Нәҫелдәрендә ҡыҙ заттары һирәк булған һылыуға ике туған апаһы Гөлнур һирәк осрай торған исем ҡуштыра. Гөлнар – фарсы теленән, анар (гранат) сәскәһен аңлата. Гөлнар Рим ҡыҙы үҙе лә күҙҙең яуын алырлыҡ уттай баҙрап торған сәскәгә тиң. Йөрөгән ерендә ут сәсрәтер, тирә-яғында ҡот балҡытыр булмышы яратҡан эшендә лә, ҡорған донъяһында ла асыҡ сағыла. Күңелендәге яҡты нуры яҡындарын, ғаиләһен йылытһа, тәрән аҡылы, төплө белеме, киң эрудицияһы иһә уҡытыусылыҡ эшендә яңы ҡаҙаныштар яулар үр була. Гөлнар Рим ҡыҙы 2020 йылда, «Йыл уҡытыусыһы» бәйгеһендә ҡатнашып, Стәрлетамаҡта еңеүгә өлгәшә, һуңынан Өфөлә үткән конкурста «Иң яҡшы заманса дәрес» номинацияһында уңыш ҡаҙана һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының махсус бүләгенә лайыҡ була. Ҙур бәйгелә еңеүе, фиҙакәр хеҙмәте өсөн уға Хөкүмәт гранты тапшырыла.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: