+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Изгелеккә тоғролоҡ

Ғүмер юлын балалар дауалауға, йәш быуындың сәләмәтлеген нығытыуға арнаған фиҙакәр табип Ләлә Миңнулла ҡыҙының, яҡындарының йылы хәстәренә төрөнөп, өйҙә йәм тыуҙырып, аш-һыу төрләндереп, сабыр ғына тормош көткән татлы мәле бөгөн. Һөйөклө тормош иптәше, кеше һаулығы һағында торған билдәле невролог Ришат Сөләймән улын эштән көтөп ала, тәмле тәғәмдәре менән һыйлай. Балалары ла терәк хәҙер. Өс улдары ла, данлыҡлы Күзбәковтарҙың табиптар династияһын дауам итеп, тынғыһыҙ ҙа, ҡатмарлы ла һөнәргә хеҙмәт итә. Был тоғролоҡ профессияла ғына түгел, ә ғаиләлә, бер-береңә мәрхәмәтле мөнәсәбәттә лә сағыла.

Изгелеккә тоғролоҡ
Изгелеккә тоғролоҡ

Татыу, уңған һәм белемгә ынтылған өлгөлө уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫә Ләлә. Атаһы Миңнулла Хәбибулла улы физика һәм математиканан белем бирә, мәктәп директоры булып та оҙаҡ йылдар эшләй. Әсәһе Римма Шәкирйән ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Тигеҙ генә барған күркәм тормоштары бер мәл туҡтап ҡалғандай була: алты йәшлек Ләләнең әсәһе ҡаты сирләп китә. Ғәзизе өсөн йөрәге өҙөлгән, әллә өс йәшлек Айҙар ҡустыһын йәлләгән саҡта яраламы күңелендә табип булыу хыялы?! Римма апай табиптар ярҙамы менән яйлап аяҡҡа баҫа. Кешеләрҙе ҡотҡарыу, ваҡытында үлем тырнағынан йолоп ҡалыуҙың ни хәтлем мөһим икәнен аңлай ҡыҙсыҡ һәм инде үҫә бара киләсәген тик аҡ халатта ғына күҙ алдына килтерә.
Үрге Ҡыйғы мәктәбен «биш» билдәләренә тамамлаған һылыу Өфө дәүләт медицина институтының педиатрия факультетына уҡырға инә. Әсәһе, балалар табибының эше икеләтә яуаплы, ауыр, бәлки, башҡа һөнәр һайларһың, тип тә өгөтләп ҡарай, әммә ҡыҙ хыялына тоғро ҡала. Әйткәндәй, Римма апай Үрге Ҡыйғыла әле лә матур итеп донъя көтә, 87-се яҙын ҡаршылай ул.
Башкөллө сума Ләлә күп ҡырлы ла, мөғжизәле лә медицина донъяһына. Ғүмерлек тормош иптәшен дә шунда таба. Егет менән танышыуы үҙенсәлекле, йәғни ысын мосолмандарса килеп сыға. Бергә уҡыған Әлиә әхирәтенең ата-әсәһе, аҡыллы, сабыр холоҡло, һәйбәт уҡыған Ләләне оҡшатып, ипле, алсаҡ ҡыҙ Ришат улдарына һәйбәт кәләш булыр ине, тип уйлай. Килендәрен педиатр итеп күрергә теләүҙәре лә үҙ ролен уйнай, күрәһең. Был хаҡта егеттең үҙенә еткерәләр.
«Ришаттың медицина институтын тамамлап, Мәләүез дауаханаһында невролог булып эш башлаған сағы. Уҡығанда уны күреп, һоҡланғаным хәтеремдә: оҙон буйлы, баһадир кәүҙәле, тыныс холоҡло, ышаныслы, бөркөт ҡарашлы... Тап ошондай егет кейәүем буласаҡ, тип теләнем. Бер көн Әлиә миңә, Ришат ағайымдың һиңә өйләнергә ниәте бар, оҙаҡламай Өфөгә килә, тип әйтеп ҡуйҙы. Ғәжәпләндем дә, ҡыуандым да, әлбиттә. Тәүәккәл егет тәүге осрашыуҙа уҡ тәҡдим яһаны, бер-ике көндән өйләнештек. Бер-беребеҙҙе оҙаҡлап өйрәнергә тура килмәне. Беренсе күрешеүҙән һүҙҙәребеҙ беректе, йөрәктәребеҙ ҡушылды, ә алда икебеҙгә бер маҡсат – оя ҡороу һәм кеше һаулығын хәстәрләү бурысы тора ине. Йүнәлтмә менән иремдең тыуған яғына – Мәләүез район үҙәк дауаханаһына педиатр булып эшкә ҡайттым һәм шул бәрәкәтле ерҙә, уның изге халҡына 35 йыл тоғро хеҙмәт иттем. Бәләкәстәрҙе йәндәй күреп яратыуым эшемде күңел һалып башҡарырға ярҙам иткәндер, ауырлығын тойманым. Инде быйыл апрелдә Ришат Сөләймән улына 65 йәш тулды, ә уның менән бергә бәхетле донъя көтөүебеҙгә – 40 йыл, өс улыбыҙ ҙа Мәләүездә тыуып буй еткерҙе», – тип һөйләй яғымлы әңгәмәсем.
Тәү күреүҙән күңелдәренә хуш килгән Ләлә килендәре аҡлай абруйлы ҡайныһы менән ҡәйнәһенең ышанысын. Иштуған ауылында мәктәп директоры булған Сөләймән Ғәле улы менән химия-биология уҡытыусыһы Вәсилә Билал ҡыҙының тормошсан аҡылы, зирәклеге балалары бәхетенә, бәрәкәтенә юл аса.
Ире өсөн өҙөлөп торған, донъяһын геүләтеп көткән, аш-һыуға оҫта, уңған, эшен намыҫ менән башҡарған, балаларын мәрхәмәтле итеп, атайға оло хөрмәт менән тәрбиәләгән Ләлә Миңнулла ҡыҙын яратып өлгөрә район халҡы һәм, бала һаулығына бәйле мәсьәләләрҙә генә түгел, төрлө ауыр осраҡтарҙа ла уға ярҙам һорап килә. Һәр кемде иғтибарлап тыңлап, йылы һүҙен, кәңәшен йәлләмәй ул. «Приемға килгән йәш әсәйҙәр күкрәк сабыйы илаһа: «Ниңә аҡыраһың?» – тип, уға өлкәндәргә кеүек өндәшә. «Үҙең тыныслан, бәләкәсте күкрәгеңә һал, ярат, иркәләп өндәш, ул һине һағынып илай», – тип әйтә тор­ғайным. Кескәйҙәр әсәгә ныҡ бәйле, уның йөрәк тибешен тоя, тыныс­һыҙлыҡ һиҙһә, хафалана башлай. Үҙем дә өс бала әсәһе булғас, аңлайым, һәр сабый үҙ холҡо менән тыуа, әммә һәр кеме иғтибарға, һөйөүгә мохтаж. Бишкә бүленерҙәй минуттарҙа ла баланың донъялыҡ­тағы иң мөһим һәм иң ҙур байлыҡ икәнен оноторға ярамай. Орлоҡто уңдырышлы ергә сәсеп, ҡояштай йылылыҡ һирпеп, һыу һибеп торһаң, ул япраҡтарын өҫкә йәйеп үҫә. Балаға ла, ҡанатын киреп нығынһын өсөн, яратыу, йүнәлеш биреү, кәрәк саҡта ярҙам итеп ебәреү зарур», – ти тәжрибәле әсә.
Участка табип-педиатры, балалар поликлиникаһы мөдире, унан балалыҡ һәм бала табыу буйынса баш табип урынбаҫары вазифаһына тиклем лайыҡлы хеҙмәт юлы үтә Ләлә Миңнулла ҡыҙы. Һәр эштә лә ул тәрән һөнәри оҫталығы, шәфҡәтлеге, ярҙамсыллығы менән ышаныс яулай. Ләлә Миңнулла ҡыҙының фиҙакәр эшмәкәрлеге «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы», «Юғары категориялы табип-педиатр», «Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» тигән исемдәр менән баһаланған. «Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә – ҡатын», ти халыҡ мәҡәле. Аңлаусан тәбиғәтле, хәстәрлекле, оло йөрәкле Ләлә ханым – яратҡан иренең һәр башланғысын ҡеүәтләп, яңы үрҙәргә, асыштарға ҡанатландырып тороусы ла. Башҡор­тостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, невролог Ришат Сөләймән улы Мәләүез үҙәк район дауаханаһында баш табип вазифаһын оҙаҡ йылдар намыҫлы башҡара. Өс улдары ла, тырышып уҡып, киләсәктәрен һаулыҡ һаҡлау тармағы менән бәйләй. Өлкәндәре Шамил – офтальмолог, медицина фәндәре кандидаты, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында медицина буйынса баш табип урынбаҫары, ҡатыны Нелли – кардиолог, улар өс балаға ғүмер биргән. Азат – невролог, кәләше Регина менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Солтан – табип-рентгенолог.
Ришат Сөләймән улы менән Ләлә Миңнулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, балаларына яҡыныраҡ булыр өсөн, баш ҡалаға йәшәргә күсә. Улдары Азат, Өфөлә неврология һәм ортопедия буйынса шәхси клиника асып, неврологик ауырыуҙар буйынса тәжрибәле белгес һаналған атаһы менән бергә ең һыҙғанып шунда эш алып бара. Хәҙер Солтан да – Азат ағаһының уң ҡулы, әлеге көндә атай һәм ике ул иңгә-иң терәшеп бергә хеҙмәттәшлек итә.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: