+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
26 Февраль 2022, 11:00

Иңкеш үрсетеүсе Гөлдәр

Үҙе лә эшһөйәр һәм нәзәкәтле Гөлдәр Зөфәр ҡыҙы Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалында тәжрибәләр үткәреү лабораторияһы менән идара итә. Әлеге көндә уларҙың төп бурыстарының береһе – иңкеш үрсетеп, ил аграрийҙарына ҙур уңыш алыуҙа һәм тыуған ер тәбиғәтен саф килеш һаҡлауҙа ярҙам итеү. Үҙ һөнәренең мөһимлеген тойоп, эшен яратып башҡарған өлгөлө белгес Гөлдәр Сибәғәтуллина ғаиләһендә лә бәхетле. Өйөндә йылы, йәмле мөхит тыуҙырып, яҡындарын һөйөүе, хәстәрлеге менән солғаған наҙлы ҡатын, сабыр әсә һәм оҫта хужабикә лә ул. Күңелендә бала саҡтан яралған тыуған ергә мөхәббәте уға ошо нескәлек, тәрән һиҙемләү, талымһыҙлыҡ талап иткән ҡатмарлы эште алып барырға көс-ҡөҙрәт бирәлер.

Иңкеш үрсетеүсе Гөлдәр
Иңкеш үрсетеүсе Гөлдәр

Ҡылғанлы сикһеҙ далалар, хәтфә яландар, мул уңышлы баҫыуҙар, ихлас халыҡ, еләҫ саф һауа... Тыуған ере – Хәйбулла районының Сиҙәм ҡасабаһын шулай яратып ҡылыҡһырлай Гөлдәр Зөфәр ҡыҙы. Фәниә Абдулла ҡыҙы менән Зөфәр Сәфәрғәле улының ҙур, татыу ғаиләһендә бәхеткә төрөнөп, киләсәккә матур өмөт-хыялдар ҡороп үҫә һылыу.
«Бала саҡ хәтирәләре күңелемдә иң йылы хис-тойғолар менән һуғарылған. Ғаиләлә дүртенсе бала булып тыуғанмын. Алтау үҫтек: биш ҡыҙ һәм бер ир бала. Атай-әсәйем ғүмер буйы совхозда эшләне. Ул йылдар иң бәхетле мәл булып хәтеремә уйылған: совхозыбыҙ гөрләп тора, сиҙәм ерҙәрен күтәреп, баҫыуҙарҙан мул уңыш ала инеләр. Атай беҙҙе ҡайһы саҡ эшенә үҙе менән йөрөтә, «Камаз»ында киң баҫыуҙарҙы «гиҙәбеҙ». Комбайндың иген урғанын, «Камаз»ға тейәгәнен ҡыҙыҡһынып күҙәтәбеҙ. Шунан әсәйҙең эш урынына – иген һаҡлағыстың үлсәү пунктына бойҙай, арыш бушатырға юлланабыҙ. Бәлки, шул ваҡытта күңелемә ныҡ тәьҫир иткәндер баҫыу эше, ялан батыр­ҙарының намыҫлы хеҙмәте, кешеләрҙең дәртләнеп йәшәүе, һоҡланғыс тәбиғәт... Туғайҙарға сығып, еләк-емеш, йыуа, төрлө шифалы үләндәр йыя инек. Тәбиғәткә һөйөү, уға һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләне атай-әсәй, эш­һөйәр, тырыш булырға өйрәтте. Ошо һыҙаттар бөгөн тормошомда ла, эшемдә лә ярҙам итә. Уларға шуның өсөн рәхмәтлемен!
Мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлегенә уҡырға индем. Уҡыу йылдарым күңелле һәм фәһемле үтте. «5»-легә бөтөп, артабан белемемде юғары уҡыу йортонда дауам итергә Башҡорт дәүләт аграр университетына юлландым. Агрономдар әҙерләү факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланым», – тип үҙе хаҡында бәйән итә Гөлдәр Сибәғәтуллина. Йәш белгес «Алексеевский» совхозында агроном ярҙам­сыһы булып эш башлай. 2011 йылда яуаплы хеҙмәткәрҙе иңкештәр үрсетеү лабораторияһы мөдире итеп ҡуялар. Тырышып эшләгән дүрт йыл эсендә ҙур тәжрибә туплап өлгөрә ул, егәрле иңкештәргә ҡыҙыҡһыныуы көсәйә. Шуға ла 25 йыл һөҙөмтәле эшләп килгән лабораторияны ябырға ҡарар итеүҙәрен бик ауыр кисерә.
«Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалынан саҡырыу алыуым мине ҡабат ҡанатландырҙы – әле лә иңкештәр менән эшләүгә оло теләк, дәрт менән тотонғанмын, сөнки уларҙы үрсетеү айырыуса мөһим һәм фәһемле эш икәнен аңлайым», – тип һөйөнә ул.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы лаборатория эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүлә, етәкселек уларға үҫеш өсөн төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. «Беҙҙең алда ҙур маҡсат – иңкеш, габробракон һәм алтын күҙ бөжәктәрен үрсетеп, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй аграрийҙарына ҙур уңыш алыуҙа, үҫемлектәрҙәге төрлө ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеүҙә ярҙам итеү. Бөгөн үҫемлекселек, теплицалар менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиелары бындай ярҙамсыларға айы­рыуса мохтаж. Уңған бөжәктәр – тырыш һәм яуаплы һеркәләндереүсе лә. Беренсе иңкештәрҙе илдең төрлө төбәгенән алып ҡайттыҡ. Эш ҡатмарлы, әммә мауыҡтырғыс. Киң күләмдәргә сығыр өсөн ҙур көс талап ителә, әлбиттә, уңыштарға өлгәшергә бөтә коллектив менән тырышабыҙ!» – ти тәжрибәле белгес.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: