+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
27 Ғинуар 2022, 14:57

Тормош үҙе ике бишле ҡуйған

Билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлдәриә Йосопова Башҡортостан юлдаш телевидениеһын даими ҡараусыларға яҡшы таныш. Ул бөтә ижади ғүмерен  республика радиоһында, унан зәңгәр экранда башҡорт телендә тапшырыуҙар алып барыуға, журналист эшенә бағышлай.  Яңы йылдың тәүге айында героинябыҙ матур юбилейын ҡаршы алды.

Тормош үҙе ике бишле ҡуйған
Тормош үҙе ике бишле ҡуйған

– Телевидениела эшләргә хыялланманым. Ул ваҡытта зәңгәр экран ябай кешеләр барып етмәҫлек серле бер донъя һымаҡ күренә торғайны. Ләкин бала саҡтан матбуғат сараларына, «зәңгәр» экранға битараф түгел инем. 80-се йылдар – телевидениеның үтә популяр ваҡыты.  Башҡортса спектаклдәр булһа, бөтә күрше-күлән йыйыла. Башҡорт дикторы Рәсимә Кәримова, Валерий Ермоленконың сығыштары айырыуса иҫемдә ҡалған, – тип башланы һөйләшеүҙе юбилярыбыҙ.

Гөлдәриә Йосопова Федоровка ра­йоны Бала Сытырман ауылында тыуып үҫкән. Әсәһе Дамира Ҡыйуам ҡыҙы Вәлишина матди байлыҡтарға ҡарағанда, күберәк китапҡа һөйөү уята. Ауылда бик матур китап кибете була. Әсәһе, китапҡа аҡса йәлләмәгеҙ, тип әйтә гел. Күңеле бәләкәйҙән журналистикаға тартыла Гөлдәриәнең. Хәйер, ул осорҙа һәләтле балаларҙың, үҫмерҙәрҙең тәүге мәҡәләләренә һәр баҫма иғтибар бирә ине. Төбәк матбу­ғаты уҡыусыларҙың ҡанатын нығы­тыуға, ижади һәләтен асыуға күп көс һалды. Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы ла «Башҡортостан пионеры»нда («Йәншишмә») – йәш хәбәрсе, район гәзитендә ауыл хәбәрсеһе булып китә. Ошо һуҡмаҡтар уны башта Башҡорт дәүләт университетына, һуңынан Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына алып килә.

– Беренсе курстан һуң йәй буйы район гәзитендә эшләнем. Баҫмала сыҡҡан үҙеңдең мәҡәләңде, исем-шәрифеңде күреү бер шатлыҡ була торғайны. Ә Мәскәүгә күскәс, илдең оло юғары уҡыу йортоноң гәзитселәр әҙерләү буйынса милләт-ара бүлегенә эләктем. Милли кадрҙар үҫтереү маҡсаты ҡуйылғайны. Бер курста 18 төркөм булды. Унда матбуғаттың төрлө өлкәһе бар: гәзит, радио, телевидение, халыҡ-ара журналистика. Йәй Өфөгә ҡайтып, баҫмаларҙа практика үтә торғайныҡ. Матбуғат йорто – минең өсөн тәжрибә мәктәбе. Ул дәүерҙә ошо мөхит башҡорт журналистикаһының бер Мәккәһе ине. Бик ҙур шәхестәрҙән яҙырға өйрәндем мин унда, – тип дауам итә ул һүҙен.

Гөлдәриә Йосопова Мәскәү университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Йәштәрҙең күбеһе хеҙмәт юлын матбуғатта түгел, ә Башҡортостан радиоһында башлай. Улар араһында Гөлдәриә лә була, артабан ул журналист хеҙмәтен телевидениела дауам итә, иртәнге «Сәләм» программаһын етәкләй.

– Телевидениела эшләү бик яуаплы, иртәнге тапшырыуҙы әҙерләү, уны алып барыу иһә тағы ла ҙурыраҡ көс талап итә. Ғаиләбеҙ менән баштан уҡ ҡаланан ситтә – шәхси йортта йәшәнек. Хәҙер генә ҡалаға биш минутта барып етергә мөмкин. Ул осорҙа йәйәү ҙә, яҙын юлды һыу баҫҡанда, кәмә, трактор менән дә йөрөгән ваҡыт­тар булды. Бәлки, йәш саҡта һиҙелмә­гәндер, юл йөрөүҙең, эштең ауырлығын тойманыҡ, – ти тележурналист.

Мәскәүгә китмәҫ элек, ул ваҡытта әле Гөлдәриә Вәлишина буласаҡ тормош иптәше Венер менән таныша. Йәштәр араһындағы дуҫлыҡ ҡыҙ ситкә уҡырға киткәс тә дауам итә. Иң үҙенсәлеклеһе шул: бер шылтырат­ҡанында егет ҡыҙға телефон аша тәҡдим яһай.

– Мин Венерға телефон аша ризалығымды бирҙем. Әле шул хәлде хәтерләп, көлөшөп алабыҙ. Венер, шунда түбәм күккә тейҙе, ти. Ул ваҡиға, оҙаҡ ваҡыт үтһә лә, һаман хәтерҙә. Иптәшем запастағы подполковник Венер Рафаил улы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бәхетле тормош юлы үткәнбеҙ, ике ул тәрбиәләнек, – тип матур хәтирәләргә бирелә героинябыҙ.

Журналистика – йәшәү рәүешен тулыһынса үҙ мәнфәғәтенә буйһон­дорған һөнәр. Айырыуса телевидениела эфир артынан эфир, тәүлек етмәй ҡала.  Гөлдәриә Йосопованың яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләүенә лә 20 йыл самаһы ваҡыт уҙған. Башта – махсус хәбәрсе, әлеге көндә баш белгес вазифаһын башҡара ул: яңылыҡтарҙың бөтә эшен көйләй, тәртипкә һала.

– Хеҙмәтемдең ярым хәрби ойошма кеүек булыуына күптән күндем, –  ти әңгәмәсем. – Иң мөһиме – ғаиләмдең аңлауы. Командировкаларҙан төнгө сәғәт өстә ҡайтҡан ваҡытта ла иптәшемдең килеп ҡаршы алыуы, балаларымдың һөнәремде хөрмәт итеүе, хеҙмәттәштәремдең яратыуы – оло таяныс.

Гөлдәриә 42 йәшендә икенсе улы Әмиргә әсә булыу бәхетен кисерә. Ике улы араһындағы йәш айырмаһы – 19 йыл. Өлкән улы Алмаз ғаиләле булып, ҡыҙҙары Юлиана тыуғас, йәнә өләсәй шатлығы өҫтәлә.

– Оҙаҡ йылдар  өсәү генә йәшәнек. Алмаз улыбыҙ бер ҡайҙа китһә, өй буш, хатта бесәйебеҙ ҙә «Мыяууу!» тип уны эҙләп йонсота ине (көлә). Шунан ҡапыл ғаиләбеҙ ишәйеп китте. Тағы бер улыбыҙ, киленебеҙ, ейәнсәребеҙ булды. Балаға уҙыу бер ваҡытта ла һуң түгел. Хәҙер медицина көслө, әсәйлек тойғоһон татырға теләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итәләр. Ейәнсәрем тыуғанда беҙ диңгеҙҙә инек. Өлкән улым: «Хәҙер һин – өләсәй!» – тип хәбәр һуҡты. Мин шатлығымдан хатта ҡысҡырып ебәрҙем. Әмир улым ағайлы, еңгәйле, һеңлеле булып үҫә. Бик татыуҙар, аралашып йәшәйҙәр. Малайҙар осрашһа, хатта ныҡ итеп шаярышып та алалар. Ишле, күмәк булып йәшәүгә ни етә! Тормошта ҡатын-ҡыҙҙың төп тәғәйенләнеше – барыбер ҙә әсә булыу, быуын ебен, кешелекте дауам итеү, – ти Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙы. – Йәшәй-йәшәй яҡындарыңдың, әсәйеңдең ҡәҙерен нығыраҡ баһалайһың. Ошо йәшемдә мин әсәйемдең, ҡәйнәмдең биргән һабаҡтарын ҡайтанан астым. Әсәйем, бик йәшләй тол ҡалып, беҙҙе яңғыҙы үҫтерҙе. Ләкин уның бер ҡасан да шау-шыу күтәреп, күкрәк һуғып йөрөгән сағын хәтерләмәйем. Маһайыу, маҡтаныу, юҡ-барға сәбәләнеү ғәҙәте юҡ унда. Әсәйемдә тормош аҡылы күп. Ҡәйнәм дә бик аҡыллы, сымыры, матур ҡатын булды. Мин уның яратҡан килене инем.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: