+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
22 Декабрь 2021, 16:03

«Йылдарым илтте йондоҙҙарға...»

Закон, тәртип һағы өлкәләре кешеләре үҙҙәре хаҡында бик һөйләп бармай, журнал-гәзит биттәрендә лә улар һирәгерәк күренә. Берҙән, һөнәр шуны үҙе талап итә, икенсенән, уларҙың холҡо ла ҡырыҫыраҡ, тормошта ла улар баҫалҡы ғына үҙ йөктәрен тарта бирә. Минең героиням – Өфө ҡалаһы Совет районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы Гүзәл Шәмсидин ҡыҙы Позднякова ла шундайҙарҙан. Аҙ һөйләр, күп эшләр, әммә алсаҡ һәм яҡты, һөйкөмлө зат ул.

«Йылдарым илтте йондоҙҙарға...»
«Йылдарым илтте йондоҙҙарға...»

Гүзәл Шәмсидин ҡыҙы Позднякова 1971 йылдың  6 декабрендә Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. Әсәһе – Фатима Әхмәҙулла ҡыҙы – тамырҙары менән Тирәкленән, Абзан 8 йыллыҡ мәктәбендә белем алғандан һуң, Өфө китапхана техникумын та­мамлай. Ялға ауылға ҡайтҡанда осрата ул буласаҡ тормош иптәшен, балаларының атаһын, 50 йыл бергә татыу ғүмер итер һөйөклөһөн – Ҡурғашлы ауылы егете Шәмсидин Хөсәйен улын. Уның, Баҡалдыла 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Силәбелә машина йөрөтөүсе һөнәренә уҡып ҡайтып, Архангел урман хужалығына эшкә төшкән сағы була. Үҙен күрергә тип килгән әхирәтен оҙатырға сыҡҡан ҡыҙға Шәмсидиндең күҙе төшә. Аҙаҡ ауыл клубында Фатиманың да, егетте күргәс, сикәләре алһыулана. Ә Шәмсидин унан күҙ ҙә алмай. Ошо йылдың декабрендә улар никах уҡыта. Аҙаҡ уны законлаштырып, гөрләтеп туй үткәрәләр. Шул ваҡыттан айырылмайҙар. Шәмсидин ғүмер буйына урман хужалығында хеҙмәт итһә, Фатима ауыл китапханаһында эшләп алғандан һуң, бала бағыу өсөн ялға китә лә унда ҡабат әйләнеп ҡайтмай, өй хужабикәһе була, дүрт баланы аяҡҡа баҫтыра, уларҙың барыһына ла юғары белем алыуға булышлыҡ итә, үҙе, быҙау ҡараусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

«Атайым 7-се кластан һуң класташтарым менән интернатҡа уҡырға ебәрмәне. Ике ҡустым – Азамат менән Айбулат  бәләкәй ине әле, уларҙы ҡарашырға кәрәк. Нурания һеңлем минән 4 йәшкә кесе. 8-ҙән һуң барыбер Өфөгә уҡырға китәм, тигән маҡсат ҡуйҙым һәм уға ирештем», – ти Гүзәл. Әсәһе, бәләкәй ҡустылары ауырып дауаханала ятҡанда һыйыр һауыу, ашарға бешереү кеүек ауыр эштәр, ул өйҙә булғанда ла йыраҡтан көйәнтәләп һыу ташыу, бөтә йорт мәшәҡәттәре ҡыҙыҡайҙың тал сыбыҡтай нескә иңенә төшә. Уҡырға киткән класташтары һағынышып октябрь айында кире ҡайтып төшкәс, күңеллерәк булып ҡала, әммә Гүзәл, Өфөгә уҡырға барам, тигән уйынан дүнмәй.

Ауылдан килгәндә киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағын белмәгән, әммә форма кейгәндәргә күҙе ҡыҙып ҡараған ҡыҙ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се интернат-мәктәптә уҡығанда, юрист булам, тигән ныҡлы ҡарарға килә. Тарих уҡытыусыһы Марат Хафизов был хыялға ҡанат ҡуя. Тап ошо интернат-мәктәп хаҡында ул күңелендә йылы хистәр йөрөтә. Юҡҡамы ни үҙ артынан гимназияға уҡырға Нурания һеңлеһен, аҙаҡ Азамат ҡустыһын эйәртә. «Уҡырға килгәс, уҡытыусылар, Фәйрузова фамилияһы буйынса сырамытып, һин Гүзәлдең һеңлеһеме ни, ныҡ тырыш бит ул, тип уны иҫкә алалар. Апайымдың абруйы яҡтыһы миңә лә төшә торғайны», –  тип хәтерләй хәҙер Нурания һеңлеһе.

Интернат Гүзәлгә лә ҡанаттар ҡуя. Бер бүлмәлә 20-ләгән ҡыҙ менән йәшәү ҙә, тәртип тә уға оҡшай. Койкалашы – Баймаҡ  ҡыҙы Яҙгөл менән ғүмерлек яҡын дуҫ, әхирәт булып ҡалалар. Әле лә класташтары менән аралашып, осрашып,  хәлдәрен белешеп торалар, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергәләр, яҡындар.

Әхирәте Яҙгөл менән бер йүнәлештә китәсәктәрен белгәс, уларҙың аралары тағы нығына. Ҡыҙҙар өлгөргәнлек аттестаты ала, документтарын БДУ-ның юридик факультетына илтә. Гүзәл конкурстан үтмәй, Башҡорт АССР-ы прокуратураһына секретарь булып эшкә төшә. Ул ваҡытта белдереү буйынса килгән ҡыҙҙы һис һүҙһеҙ алалар. 1989 йылдың 25 авгусынан алып әлеге көнгә тиклем ул шул бер урында, Өфөнөң Совет районы прокуратураһында эшләй. Икенсе йылына киске бүлеккә үҙе хыялланған БДУ-ның юридик факультетына уҡырға инә. Шулай итеп, ул көндөҙ эшләй, кискеһен лекцияларға йүгерә.

Бер курсты тамамлағас, ауыл мәктәбендә уҡыған ваҡыттан дуҫлашып йөрөгән егеткә кейәүгә сыға. Ҡыҙҙары Светлана тыуа. Бер йылға академик отпуск алып, тырышып уҡып бөтә. Тағы эшкә сума. Карье­раһы үҫә. Прокурор ярҙамсыһы, аҙаҡ прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы булып китә. Шул система буйынса ҡайҙа ғына эшкә саҡырһалар ҙа тәүге коллективын ташлап китмәй. Шулай итеп, ул бер ерҙә 25 йылдан артыҡ хеҙмәт итә. Көслө ҡатындар иңенә шундай һынау төшөүсән: ир-ат ҡатынының үҙенән юғарыраҡ дәрәжә яулауын кисерә алмай. Гүзәлдең яҙмышына ла төшә яңғыҙ ҡалыу, ҡыҙын үҙе генә уҡытыу...  Светлана буй еткерә. Юғары белемле юрист дипломы алғас, яратҡан кешеһенә кейәүгә сыға. Әлеге ваҡытта Һалым инспекцияһының юридик бүлегендә эшләй.

Гүзәл Позднякованың ил, халҡыбыҙ алдындағы хеҙмәт­тәре лайыҡлы баһаланған: «Рәсәй прокуратураһына – 290 йыл» миҙалы, «Законға тоғролоғо өсөн» I дәрәжә айыр­малыҡ билдәһе, «Рәсәй хеҙмәт ветераны» исемен ул ғорур йөрөтә. Иртәнән ҡара кискә тиклем эш урынында булған, закон һағында торған, кешелеклелек, ғәҙеллек тантана итһен өсөн барлыҡ көсөн һалған Гүзәл Шәмсидин ҡыҙы өсөн хеҙмәте изгелектең тантанаһы хаҡына булыуы ҡиммәт.

Бер ваҡыт шулай ҡарт ҡына өләсәй ейәнсәре менән килеп һаулыҡ һораша.

– Бына ошо апайыңа рәхмәт әйт. Уның арҡаһында һинең фатирың ситтәр ҡулына күсмәне, – тип уға танып өндәшә әбей.

Ысынында, етем ҡыҙҙың бер нәмәһеҙ тороп ҡаласағын күҙ алдына килтергәс, Гүзәл үҙе уның документтарын прокуратура исеменән судҡа әҙерләп бирә. Дөрөҫлөк тантана итә. Бындай осраҡтар берәү генә түгел. Улар – бихисап.

...Фатима апай, Гүзәлдең әсәһе, юҡҡа ғына китапхана техникумына уҡырға бармай бит инде. Китап уҡырға ярата ул. Әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәтен «Башҡортостан ҡыҙы»н уҡып ҡандыра. Йылдың-йылына журналға яҙыла, һәр һанын ҡәҙерләп һаҡлай. Әле уның бер бәләкәй генә хыялы – ҡыҙы Гүзәл хаҡында шул яратҡан баҫма биттәрендә яҙһындар ине, ул лайыҡ бит, тигән теләге тормошҡа аша. Фатима инәй яҡты донъяларҙа юҡ инде. Уның баҡыйлыҡҡа күсеүе лә көтөлмәгәндә була. Йүгереп йөрөгән, етенсе тиҫтәһен артылыуға ҡарамаҫтан, еләк йыйғанда бер кемде лә үҙенә еткермәгән кешене бер аҙна эсендә вирус һәләк итә. Һаулығы буйынса ауыр һынауҙар үткән Шәмсидинен тәрбиәләгән, балалары ҡайтыуға тәмле бәлештәр һалып, мунса яғып көтөп ултырған, ҡайтмаһалар, шелтәләп тә алған әсәй хәҙер юҡ. Донъялар бушап ҡалғандай. Әммә артабан йәшәргә кәрәк. Шәмсидин ағайға ауырыраҡ. Әммә балалары уны ташламай. Ҡала тормошон, ике диуарҙа бикле ултырыуҙы атай кеше күҙ алдына ла килтермәй. Шуға алмаш-тилмәш ҡайтырға тырышалар. Азамат, район үҙәгендә йәшәгәс, уның янына йышыраҡ йөрөй.  Ул Гүзәл апайы юлынан киткән. Юғары юридик белемле, Архангел районы эске эштәр бүлегендә 20 йыл участ­ковый булып хаҡлы ялға сыҡҡан. Хәҙер ғаиләлә – бер түгел ике майор. Нурания, тормош иптәше менән Шамонин ауылында төпләнеп, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ә кеселәре Айбулатты яҙмыш Себер тарафтарына ташлаған. Дүрт бала – дүрт яҙмыш. Дүртеһе лә, мөхәббәтле атай менән әсәй фатихаһынан көс-ҡеүәт алып, лайыҡлы тормош көтә, бер-береһенә терәк булып йәшәй. Баш бала булған Гүзәл өсөн шул да бик мөһим.

Декабрь айында бишенсе тиҫтәһен түңәрәкләгән Гүзәлде ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Тормош уға көтөлмәгән ҡыуаныстар алып килһен, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: