+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
8 Декабрь 2021, 15:38

«Тәңкәләр сыңында – дәүерҙәр ҡайтауазы»

«Сулпыларҙың сихри моңон, тәңкәләрҙең көмөш сыңын тыңлап буй еткергән ҡыҙҙарыбыҙ, әсә булғас, сабыйҙарына ла шул илаһи аһәңде тапшырасаҡ», – ти Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының технология уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы ШАФИҠОВА. Баш ҡалабыҙҙа рухиәт үҙәге тип танылған уҡыу йортонда ике тиҫтә йылдан артыҡ эшләүсе мөғәллимә балалар күңеленә миллилек ҡәҙерен боронғо кейемдәребеҙгә ихлас ҡыҙыҡһыныу аша һалырға тырыша.

«Тәңкәләр сыңында – дәүерҙәр ҡайтауазы»
«Тәңкәләр сыңында – дәүерҙәр ҡайтауазы»

Сулпы-сәсмәүерҙәрҙең, ҡашмау-селтәрҙәге тәңкә­ләрҙең, һырға-алҡаларҙың сылтырауында әлмисаҡтан килгән, һис тыңлап туймаҫлыҡ тылсымлы көй ағыла. Дәүерҙәрҙең серле ҡайтауазы, сайпылырға торған өмөт-хыял менән мөлдөрәмә тулы һылыуҙарҙың тыйнаҡ дәрте, бейбисәләрҙең өҙә баҫыуы, ҡарт өләсәйҙәрҙең изге фатихаһы ишетелгәндәй унан... «Был моңдо бер тыңлау ҙа төпкөл аңыбыҙҙағы генетик хәтерҙе яңырта. Ғөмүмән, боронғо милли кейемдәребеҙҙә халҡыбыҙҙың булмышы – тәрән мәҙәнилеге лә, сабыр аҡылы ла, нескә әҙәбе лә сағыла. Дәрестәребеҙҙә ҡыҙҙарҙың, буласаҡ милләт әсәләренең, күңеленә ана шул байлыҡты һеңдереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ», – ти Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы.
...Ожмахтай хозур ерҙә – Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында тыуып, ҡотло, йәмле донъяла үҫкән Гөлсөмдөң бәләкәйҙән гүзәллеккә, камиллыҡҡа ынтылыуы һис ғәжәп түгел. «Атайым Ғәлимйән Низаметдин улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғүмер буйы умарта тотто. Колхоз эшенән бушамаған инәйем Ҡорбанбикә Минияр ҡыҙы өйҙө лә, ихата-баҡсаларҙы ла сынъяһауҙай, ҡыйып баҡҡыһыҙ итергә нисек өлгөргәндер! Ғаиләлә дүрт ҡыҙ, ике малай үҫтек, әле өсәүебеҙ иҫән. Бер апайым, Зәкиә Солтангәрәева, районыбыҙҙың Сурай ауылы мәктәбенә етәкселек итә, икенсеһе, Зәнүфә Хәкимова, шунда уҡ химия уҡыта, – тип һөйләй ул. – Һөнәр һайлауыма иһә 1-се һанлы башҡорт республика гимназия-интернатының хеҙмәт уҡытыусыһы – нәзәкәтле Людмила Алексеевна йоғонто яһаны. Сығарылыш кисәһенә хеҙмәт дәресендә үҙем нағышлап теккән күлдәкте кейеүем әле лә хәтерҙә...»
Мәскәү технология институтының Өфө филиалын тамамлап, уҙған быуаттың 80-се йылдар аҙағында бик абруйлы һаналған инженер-технолог һөнәрен алып сыға ҡыҙ. «Әлшәй ра­йоны халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында ике йыл технолог булып эшләгәндән һуң аяҡтарым үҙенән-үҙе мәктәпкә алып китте, – тип һөйләй Гөлсөм ханым. – Күңелгә һис тынғы бирмәгән ихтыяж – тормошто гөлдәй итеү теләген балалар менән уртаҡлашҡым, зауыҡ хаҡында күҙаллауҙарымды уларға еткергем килде».
Һуңғы йылдарҙа 20-се гимназияла хеҙмәт дәрестәрендә һәм дәрестән тыш ваҡыттарҙа уҡыусылар менән милли кейем тарихы яҡындан өйрәнелә. Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы башҡорт милли кейеме традицияларының сәхнәлә генә түгел, көндәлек тормошта ла торған һайын нығыраҡ урын ала барыуына ҡыуана. «Бөтә донъяны глобалләшеү баҫып алған заманда халҡыбыҙҙың уға ғына хас үҙенсәлеген һаҡлап ҡалырға, күрһәтергә ынтылыуының матур сағылышы ул. Ләкин шул уҡ ваҡытта ҡайһы берҙә, мәҫәлән, түшелдеректе беҙҙең өсөн бөтөнләй ят деталдәр менән биҙәү уны осһоҙлата, бәҫен ебәрә. Мәктәп уҡыусыларының ҡиммәтле материалдар алыу мөмкин­леге юҡ, әммә милли әйберҙәр әҙерләгәндә тарихилыҡтан ситләш­мәйбеҙ. Әлбиттә, улар замансалаштырылып, еңеләйтеп эшләнә. Тик, әйтәйек, конкурсҡа йыйыныусы ҡыҙыбыҙ түшелдерек биҙәргә булғас, төрлө иероглифтар төшкән арзан ҡытай тәңкәләрен түгел, ательенан алған тимер төймәләрҙең «аяҡтарын» киҫеп, фетрға йәбештерҙек – боронғо талир тәңкәләр, тиерһең!» – тип бүлешә ул.
Гимназия уҡыусыларының этник йүнәлештәге күп эштәрен һуңғы йылдарҙа ил кимәлендәге ярыштарҙа күрһәтеп, оло еңеүҙәргә өлгәшкәндәр. Мәҫәлән, «Йәйге калейдоскоп» проекты 2018-2019 уҡыу йылындағы Бөтә Рәсәй олимпиадаһында юғары баһа алған. Уның авторы – ҡыҙҙар өсөн милли биҙәкле стилләштерелгән еңел күлдәктәр ижад итеүсе Әминә Шафиҡова еңеүсе тип табылған.
«Әлбиттә, күп милләтлелек шарттарында башҡа халыҡтар мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләү бик мөһим. «Мәҙәниәттәр берҙәмлеге» тигән проектыбыҙ тап шул маҡсатты күҙҙә тота, – тип дауам итә әңгәмәсем. – Проектты тормошҡа ашырыусы Әминә Хөсәйенова ҡағыҙҙай йоҡа кейеҙҙән башҡорт, рус, татар милли кейемдәрен әҙерләне. 2019-2020 уҡыу йылының Бөтә Рәсәй олимпиадаһында был ижади проект беренсе урынға сығырға ярҙам итте. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә, олимпиада йомғаҡтары буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетына инеп, уңышлы уҡып йөрөй».
Рәсәй кимәлендәге ижади ярыш­тарға тәҡдим ителгән «Урал батыр» эпосына фантазия» триптихы, «Ваҡыт һулышы» проекты ла гимназияға хаҡлы еңеүҙәр килтергән.
Мөғәллимә технология буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыу балаларҙан киң яҡлы белем талап итеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Сөнки уларҙа ижад һәм ҡул эше генә түгел, башҡа фәндәргә бәйле ғилем бәйгеләре лә мөһим урынды биләй. Шуға күрә ил майҙа­нында көс һынаусыларға теүәл фәндәр, иҡтисад, тарих, әҙәбиәт буйынса ла етди әҙерләнергә тура килә.
Балаларға хеҙмәт мәҙәниәте тәрбиәләү – мәҫәлән, ризыҡ әҙерләр алдынан эш урыныңды дөрөҫ ойоштороу, артыңса ялт иттереп йыйыштырып ҡуйыу, һый-тәғәмде өҫтәлгә матурлап теҙеп, яҡындарыңды тәмле итеп ашатыу – тәү ҡарашҡа ябай ошо нәмәләрҙең ғаилә усағын һаҡлаясаҡ ҡыҙҙар өсөн мөһимлегенә Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы айырым туҡтала.
Хеҙмәтте сәнғәт кимәленә ҡуйған уҡытыусының үҙ улдары – Урал, Салауат, Данис та бик егәрле, эшһөйәр булып үҫкәндер, тигән тел осондағы һорауымды бирәм.
– Эйе. Тик уларҙа был сифаттарҙы тормош иптәшем Руслан Мөхәмәтғәни улы тәрбиәләне, тиһәм, дөрөҫөрәк булыр. Урал – финансист, Салауат – авиаконструктор, ә Данис әле 9-сы класта уҡып йөрөй. Өфө эргәһендәге йортобоҙҙо нигеҙенән алып ҡыйығына тиклем атайҙары менән бергәләшеп һалдылар, – тип яуапланы Гөлсөм ханым. – Ғаилә өсөн яуаплылыҡ, уңғанлыҡ иремә ҡайнымдан күскән. Күрше Ибрай ауылының иң егәрле һәм татыу ғаиләләренең береһенә килен булып төшөүемә яҙмышыма рәхмәт­лемен. Боронғоларҙың «Атай – алтын ҡаҙыҡ, әсәй – алтын ҡанат», тип ни тиклем хаҡ әйтеүенә һоҡланам. Ошо хазина-аҡылды йәш быуынға тапшырыу – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Аҫыл халыҡтың балаһы икәнен белеп үҫһен сабыйҙарыбыҙ.


Александр Данилов һәм архив фотолары.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: