+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
24 Ноябрь 2021, 09:54

Гүзәлдең гүзәл донъяһында

Кейемгә ҡарап кешене ҡаршы алалар: йәмғиәттә ниндәй дәрәжәгә эйә булыуын, уның донъяға ҡарашын, зауығын, аҡылын, холҡон, кәйефен – барыһын да уның нисек, ни рәүешле кейенеүенән уҡып була. Биҙәүестәр, кейемгә йәм өҫтәүҙән бигерәк, ауыр күҙҙән һаҡланыу, ҡарағандың иғтибарын йәлеп итеү өсөн дә тағыла. Башҡорт кейемдәрендә ниндәй генәләре юҡ! Тиренән эшләнһенме, тәңкә итеп баҫылһынмы – уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле төҫ бирә. Һәр ҡайһыһының  үҙ тәғәйенләнеше, урыны бар. Мәҫәлән, ирҙәр күлдәгендәге сәсәкте әсәһе улына төрлө ептәрҙән теләктәр теләп урап элеүҙән килеп сыҡҡан. Бетеү рәүешендә йөрөгән. Ен инмәһен тип күлдәктең ситенә биҙәктәр һалыу ҙа шунан. Нимәне генә алһаң да, боронғо ышаныуҙарға, халыҡтың донъяны ҡабул итмешенә, уның рухиәтенә юлығаһың.

Гүзәлдең гүзәл донъяһында
Гүзәлдең гүзәл донъяһында

Күлдәк, кейем  тегеү фәлсәфәһен бик үҙенсәлекле, тәрәндән аңлай  Өфөләге «Ай» оҫтаханаһы хужабикәһе Гүзәл Ирек ҡыҙы Әбйәлилова. Был һөнәр – уның булмышында, ҡанында.

«Маһинур өләсәйемдең юҡсыллыҡ ваҡытта, 1947 йылда, тыуған әсәйемә нисек күлдәк тегеүен һөйләгәне хәтеремдә. Мәктәптә ҙур атлас эленеп торған. Шуны алып ҡайтып, елеменән таҙалап, туҡыма әҙерләгән. Һатып алырға аҡсалары ла булмаған. Трудоденгә эшләгәндәр бит инде ул ваҡытта. Үҙенә теккән башҡорт милли күлдәге һаман да миндә һаҡлана. Ярты быуат ашыу ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, төҫө лә уңмаған әле уның», – ти Гүзәл. 

Гүзәл Ирек ҡыҙы Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылында тыуһа ла,  йәш ярымға тиклем Үргеһаҙҙағы олаталарында йәшәй. Бик күп шәхестәр сыҡҡан ул ауылдың әлеге көндә бөтөп барыуы борсой Гүзәлде. Ҡартатаһының өйө буш тора хәҙер. Сәғиҙә Нәжметдин ҡыҙы Көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинатына мөдир итеп ҡуйылған һәм йәй буйы велосипед менән Үргеһаҙҙан Мәҡсүткә, йәш ярымлыҡ Гүзәлде олатай-әләсәй ҡарамағына ҡалдырып, йөрөп эшләгән.  Көҙ, торлаҡ биргәс, ике ҡатлы йорттағы бер бүлмәле фатирға күсенәләр. Бәләкәстәр – Марсель ағаһы менән Гүзәл – икәүләп кенә өйҙә ҡала. Аҙаҡ балаларҙы ҡарашырға Маһинур өләсәһе күсеп килә. «Бәләкәй саҡта ательеға алып барһалар, тәҙрә төбөндә уйнап ултырғаным хәтерҙә. Шуға тегеү эше ҡаныма һеңгән. Өләсәйемдең  дә теге донъяға киткәнсе ҡулынан энәһе төшмәне. Сантиметр, линейка тигәнде белмәне, бармағы менән кешене үлсәй ҙә күлдәк тегә лә бирә торғайны. Һәр кемдең үлсәмен нисек иҫендә тотҡандыр...» – ти ул, аптырап.

Олатаһы Исмәғил Әбйәлилов 112-се квалерия дивизияһы сафында һуғышта ҡатнашҡан. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Миңзифа өләсәһе менән Үргеһаҙ мәктәбен ҡарайҙар.  13 йәшенә тиклем өләсәй-олатай ҡурсыуында йәшәгәс, уларҙың күңел йылыһы, кешеләргә алсаҡ, ихлас мөғәмәләһе лә Гүзәлдең ҡанына һеңгән. Әле ошо сифаттары уға ҡулланыусылар менән яҡын, дуҫтанә мөнәсәбәт ҡороуға булышлыҡ итә.

Ҡул араһына ингәс тә, әсәһенә булыша башлай ул. Ҡыҙын хеҙмәткә ылыҡтырыр өсөн эш хаҡы ла түләй. Уйындан, дәрестәрҙән бушау менән Гүзәл оҫтаханаға ашыға.

Ғаиләләре тарҡалғас, Гүзәл әсәһе менән Түлгәнгә күсә. Урта мәктәпте шунда тамамлай. Ағаһы хеҙмәткә алына. Тормош юлында иҫ киткес шәп уҡытыусыларға эләгеүе менән ул үҙен бәхетле һанай. Мәҡсүт мәктәбендә уҡытҡан Флүзә Хәмит ҡыҙы Ҡотлоғужинаны һағынып хәтерләй.

Тегә белеүе үҙенә йыш ҡына ярҙам итә. Түлгәнгә күсеп килгәс, аҙнаһына бер тапҡыр «Етештереү» тигән дәрес ингән. Малайҙар столяр эшенә өйрәнә, ҡыҙҙар тегеү цехында мәш килә. Ул ваҡытта Гүзәл уҡытыусыларға күлдәк тегә башлай. Сығарылыш кисәһендә Анастасия Петровна Любимованың Гүзәлдең оҫталығын танып, уның менән тормош иптәше кейемһеҙ йөрөмәйәсәген, ә үҙе бер ҡасан да эшһеҙ ултырмаясағын әйтеүе иҫендә. Ысынында Гүзәл, ҡайҙа ғына барһа ла, юғалып ҡалмай. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетының урман һәм парк хужалығы факультетына уҡырға инә. Иҡтисадсы булам тип тоҫмаллап килгән ҡыҙҙы, конкурс әҙерәк тип, документтарын ошо факультетта ҡалдырта Өфөлә йәшәгән апайы. Гүзәл бының нисек килеп сығыуын үҙе лә аңламай ҡала. Әммә бер курсты тамамлағас, үҙе теләгән факультетҡа күсә. Һыҙма геометрияны ярата. Шуға ла бесеүсе һөнәре уға яҡын. Кешенең күсермәһен туҡымала күреү һәләте шунан. Туҡыманы йыйғас, күтәреп тағы уның кәүҙәһенә ултыртырға, 3Д һүрәтте күрә белергә кәрәк. Был кешенең үҙенең талантынан да киләлер. Атаһы Ирек Исмәғил улы иҫәпкә шәп була. Гүзәл дә ошо яҡтан маһир. Әсәһе яҡлап тегеү оҫталығы бирелгән.

Юғары белем алғас, бухгалтер булып урынлаша Гүзәл. Тик был эшкә күңеле ятмай. 90-сы йылдарҙа, илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып торғанда, ситтән тороп уҡыуға күсә. Кейәүгә сыға. Ҡыҙы Юлиә тыуғас, эшкә урынлаша алмай интегә. Икенсе балаһы – улы Вадим  донъяға килгәндән һуң, гүйә, юлдары асылып китә: Башҡорт дәүләт киностудияһына бутафор цехына эшкә саҡыралар. Ошонда таныша ул сәхнә кейемдәре тигән ғәжәйеп донъя менән. Бәләкәй саҡтан артистарҙың кейемдәре ҡыҙыҡһындырған була уны. Үҙе лә университетта уҡығанда бейеү ансамбленә йөрөүе сәнғәткә булған һоҡланыуҙан, ошо сихри донъяға арбалыуҙан килеп сыҡҡандыр.

– Тота килеп ательеға эшкә барыу минең өсөн ҡыҙыҡ түгел ине. Ә бында бөтөнләй сихри бер донъя асылған кеүек булды лаһа! – ти ул хәҙер.

Сәхнә кейемдәренең тегелеше, биҙәүестәре – икенсе. Хатта ғүмер баҡый күлдәктәр теккән әсәһенә нимә менән шөғөлләнеүен аңғартҡан саҡта ул хайран ҡала. Тегеү эшенең дә төрлө йүнәлештәре бар икән, баҡтиһәң. Кемдер ирҙәр костюмдары тегә, кемдер – туй күлдәктәрен... Гүзәлгә сәхнә кейемдәре тыуҙырыу оҡшай. Киностудияла эшләгәндә нимә генә текмәйҙәр – сумкалар, шаршауҙар... Был да ҡыҙыҡ. Бутафор цехтары – үҙе бер мөғжизәүи донъя.

Киностудияла оптимизация башланғас, барыһы ла ябыла – шул иҫәптән цех та. Өс йыл тирәһе эшләп, оҫталығын шымартыу, тәжрибә туплау майҙаны булып ҡала ул осор. Шулай ҙа боронғо кейемдәрҙе тергеҙеү Гүзәлдең күңеленә ята. Цех начальнигы Ильясова Гөлисә Рәшит ҡыҙы, «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре предприятиеһында коммерция буйынса директор булып эшләп килгән тәжрибәле ханым, Гүзәлгә сигеү, халыҡ кәсептәре өлкәһенән бик кәрәкле һабаҡтар бирә. Бер заман уға Бородино яуын сәхнәләштереүҙә ҡатнашыу өсөн кейемдәр тегеп биреүҙәрен һорап, тарихсы Илдар Шәйәхмәтов мөрәжәғәт итә. Боронғо кейемдәр буйынса бик күп тарихи мәғлүмәттәр менән танышыла, китаптар ҡарала, шул рәүешле бихисап өлгөләр тергеҙелә. Асыҡ һауала яу яланын сәхнәләштергән беренсе һабантуйға байтаҡ эш эшләнә. Ошонан китә боронғо әйберҙәрҙе тергеҙеү буйынса хеҙмәттәр.

«Ритм» ателье-салонында эшләү ҙә Гүзәлгә ҡанаттар ҡуя. Хор йәмғиәтенә кейемдәр тегеүҙе Гүзәлгә ышанып тапшыралар. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле өсөн кейемдәр тегеү ҙә уның үҙ-үҙенә ышанысын арттыра. Уларҙың кейемгә талаптары ла юғары. Бүленгән ваҡыт та ҡыҫҡа ғына. Әммә Гүзәл, эшлекле нәҙекәй бил бал ҡорто ише, барыһына ла өлгөрә.

Кейемдәр буйынса рәссам Сәрүәр Аслаева менән Гүзәлде оҙаҡ йыллыҡ ижади дуҫлыҡ бәйләй. Бер-береһенә ярҙам итешеп, аңлашып, аралашып йәшәйҙәр. Был оҫтанан  да күп нәмәләргә өйрәнә Гүзәл. Ҡайҙа ғына булһа ла тормошҡа ижади күҙлектән баҡҡан эшлекле ханым, гүйә, әйләнә-тирәһен бәхет нуры менән тултыра. «Һөйөү менән, кешене яратып ниәт итһәң, уңыш яҙа китмәй, эштәр ҙә үҙенән-үҙе килеп сыға, юлдар ҙа уңышлы була», – тиүендә Гүзәлдең асылы сағыла.

– Бөтә башҡорт бомондын кейендерҙем, тиһәм дә яңылышмам. Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт бейеү ансамбле егеттәренең барыһын да «ҡосаҡлап» сыҡтым. Баһадир, матур, әҙәпле егеттәр – Башҡортос­тандың йөҙө. Ипле генәләр. Әйтелгән ваҡытҡа теүәл киләләр. Улар менән эшләү оҡшаны. Киностудияла ваҡытта Азат Айытҡоловҡа елән тектек. «Сит илгә сыҡҡанда кейемем мине ғорур башҡорт ире итеп күрһә­тергә тейеш», – тине ул теләген әйткәндә. Ҡара туҡымаға көмөш еп менән ҡайылған елән шәп килеп сыҡты! Ишморат Илбәковҡа ла камзул, еләнде мин тектем. Ҡурҡма­йынса билдәле кешеләрҙән башлауым әле һаман аптырата. Беҙ бөйөк тип ҡараһаҡ та, улар шундай һөйкөмлө, ябай. Берәй теләктәре булһа, ипле генә аңғарталар.

Ноғай мәҙәниәт йортондағы бөтә төр костюмдар – минең ижад емештәрем. Төрөк, испан, мексикан, рус, татар, балалар кейемдәре... Күргегеҙ килһә, минең эштәрем менән шунда танышырһығыҙ. Алексеевский, Миловка һәм башҡа район мәҙәниәт йорттары ла кейемдәрҙе минән тектерҙе. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өсөн сит өлкәләрҙә: Татарстандың өс ҡалаһында – Түбәнге Кама, Яр Саллы, Ҡаҙанда, йәнә лә Мәскәүҙә, Һамарҙа, Санкт-Петербургта йәшәүсе милләттәштәребеҙгә милли кейем тегеп бирҙем. Шулай итеп, костюмдарым бөтә Рәсәй буйлап таралды. Берәүһен Канадаға оҙаттыҡ. Архангелдә йәшәгән оло ғына апайға теккән инем, уныҡын Японияға алып киткәндәр икән», – ти Гүзәл Ирек ҡыҙы.

Республика «Һылыуҡай» конкурсының бағымсыларының береһе булараҡ ҡатнашып, 21 ҡыҙға ҡара бәрхәттән бушлай күлдәк тегеп кейҙерә ул. Евгения Машкоға байтаҡ кейемдәр теккән.

Бер ваҡыт уға билдәле Ҡыш Бабай Денис Яковлев Яңы йылға костюм тегеп биреүен һорап килә. Уның аша танышып китәләр Евгения менән. Бер юлы өс күлдәк тегеп биреүен һорай билдәле ханым. Әлбиттә, Гүзәл был заказдарҙы лайыҡлы үтәп сыға. Хеҙмәтен күрәләр, баһалайҙар. Күп тамашасы йыйған сәхнәлә ул «Йыл һәләте» дипломын ала. Дрескод буйынса аҡ йә көмөш төҫөндәге кейемдә килергә тигәстәр, Гүзәл ике сәғәт эсендә туҡымаһын һыпырһаң – аҡ йә көмөш төҫкә әйләнгән коктейль күлдәге тегеп кейеп бара.

– Булам тигән нәмә уйламаған ерҙән үҙенән үҙе килеп сығыусан, – ти Гүзәл. – Эвелина Бледанс, Евгения Машко, Ангелина Босс кеүек билдәле шәхестәргә күлдәк тегермен тип уйыма ла инеп сыҡмағайны ул!

Башта әйбергә тотона алмай йөрөй. Илһам килһә, бер көндә йә иһә бер нисә сәғәттә килә лә сыға. Уй эшләгәнгә ҡарағанда ваҡытты күберәк ала. Иң мөһиме, ул теккән күлдәктәр кешенең кәүҙәһенә ҡойоп ҡуйған кеүек ултыра, уның яҡшы сифаттарын аса, кәмселектәрен йәшерә. Ә бында оҫтаның донъяны, кешеләрҙе яҡшы тойоуы, үҙе менән гармонияла йәшәүе лә сағылыш таба.

Гүзәлдең ижад донъяһы киң, яҡты. Кешеләрҙе ул саҡ ҡына матурыраҡ, сағыуыраҡ күрергә теләй һәм шуның өҫтөндә ал-ял белмәй хеҙмәт итә.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: