-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
8 Август 2021, 12:05

Бейеүсе тигән даны бар

Көньяҡ райондарҙың бейеү сәнғәте республикала айырым урын биләп тора. Уның инеше халыҡ араһынан сыҡҡан үҙенсәлекле Йомабай Барлыбаев, Йәнғәле Вәхитов, Йәүҙәт Бикбирҙин кеүек данлыҡлы бейеүселәрҙән килә һәм был сылбырҙы дауам итеүселәр төбәктә әле лә бар.

Бейеүсе тигән даны бар
Бейеүсе тигән даны бар

Бейеү алымы үҙгәрә бара, әммә ерлелеге, темпераменты ҡала. Баймаҡта ошо күсәгилешлекте дауам итеүселәрҙең береһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров үҙен иң элек хореография педагогы булараҡ асты. Баймаҡ, Сибай ҡалаларында балалар өсөн «Саптар» студияһы ойоштороп, һәләтле, йәш бейеүселәр әҙерләүгә өлгәште.

Баймаҡ еренең билдәле Буранбай сәсән төбәгенән сыҡҡан әсәһе Йәмилә, Күгәрсен районында тыуған атаһы Шамил – Радик  Бакиров атлы егетте донъяға тыуҙырған һәм ижадына нигеҙ һалған кешеләр. Ул атаһының тыуған яғында донъяға килгән, ә балалыҡ, үҫмер йылдары Баймаҡ менән бәйле. Бейеү оҫталығын да ошонда нығыта. Тәүге уҡытыусылары – Гөлсинә Баязитова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динислам Исҡужин. Радиктың һәләтен күргән Гөлсинә Ғаяз ҡыҙы үҫмерҙе коллектив, парлы, яңғыҙ бейеүҙәрҙә солист итеп ҡуя башлай. Үҫә төшкәс, урындағы мәҙәниәт йортоноң «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле менән сәхнәгә сығырға хыяллана егет. Ысынлап та, ансамблдең ул ваҡыттағы етәксеһе, оҫта бейеүсе, тағы бер күренекле хореограф Динислам Исҡужиндың ҡанаты аҫтына эләгеүе өр-яңы сәнғәт  донъяһына юл яра. 

– Ижадыма нигеҙ һалған кеше – Динислам ағай Исҡужин. Уға ҙур рәхмәтлемен. Бейеүҙәр ҡуйған ваҡытта уның стилен онотмайым. Башҡорт бейеүенең тәмен йөрәккә һеңдереп бирә торғайны. Минең өсөн ул – остаздарҙың остазы, – ти Радик Шамил улы.

Радик Бакиров Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлай, унан йүнәлтмә буйынса Борай районына эшкә бара. Төбәктә халыҡ, эстрада бейеүҙәре ансамблен төҙөүгә ирешә, бейеүселәр менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулай. 

– Борай районында 7 йыл эшләнем. Ул ваҡыттағы район хакимиәте башлығы Борис Нурисламов, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәдис Солтановтар менән уртаҡ тел табып, бик матур, емешле ижад иттек. Тәүге хеҙмәт тәжрибәһе алдым. Шул осорҙа уҡ күңелемдә буласаҡ ансамблемә «Саптар»  исемен биреү теләге бар ине. Был атаманы өйрәндем, тоҡомло, гел сабып, уйнаҡлап торған ярыш аты тигәнде аңлата ул. Хыялымды, тыуған яғыма ҡайтып, Баймаҡта мәҙәниәт йорто директоры вазифаһын башҡарғанда ла, унан һуң Татарстанда эшләгән саҡта ла күңелемдә йөрөттөм. Студия асыу хаҡында пландар ҡорҙом, уның концепцияһын уйланым.

Йәнә Баймаҡҡа ҡайтҡас, Радик Бакиров «Саптар» бейеү студияһын ойоштора һәм биш йыл арауығында коллектив, еңеү өҫтөнә еңеү яулап, илдең байтаҡ төбәктәрен гиҙеп сыға, «өлгөлө» тигән исем ала. Туапсела үткән «Диңгеҙ тулҡыны» конкурсында – Гран-при, унан һуң Мәскәүҙә «Континенталь дэнс» бәйгеһендә беренсе урын яулай, Сочи, Санкт-Петербург, Ҡаҙан ҡалалары тамашасылары ла башҡорт бейеүе алдында баш эйә. Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, студияның уңыштары тик Гран-при һәм беренсе дәрәжә дипломдар менән баһалана. 

– Студияның юғары кимәленә баштан ышандым. Бер урында ғына тормаҫҡа, фестивалдәргә йөрөргә, урындар яуларға, башҡа коллективтар менән аралашырға, тигән маҡсат ҡуйҙым. Хәҙерге балаларҙы бер урында тоторға ярамай. Шәхси үҫеш, ҡыҙыҡһыныу булырға тейеш. Фестивалдәрҙә еңеп ҡайтһалар, балалар бер башҡа үҫеп китә, йөҙҙәре асыла, үҙенә ышанысы арта, ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә, – ти әңгәмәсем.

Радик Шамил улының студияһына йылдың-йылы балалар килә тора, бейеү оҫталығына өйрәнеп сыға бара. Уларҙың һаны әле 300-ҙән ашҡандыр. Араларында юғары бейеү оҫталығына эйә булған йондоҙҙар ҙа бар. Бөгөн Башҡорт дәүләт университеты студенты Рәил Рәхмә­туллин, Рәсәй студенттары фестивалендә бейеү номинацияһында сығыш яһап, икенсе урын яуланы. Шулай уҡ Арыҫлан Сирбаев үҙе белем алған Өфө нефть-техник университетында бейеү ансамбле төҙөй. Сибай институты студенты, «Саптар» студияһының ҡалалағы филиалы педагогы Луиза Мөхәмәтйәрова, Ләйсән Мусина һәм башҡалар менән дә ғорурлана.

– Һәр бала – үҙе айырым шәхес. Уҡыусыларым, ҡанат нығытып, төркөмдән сығып китһә, йөрәгемде айырып алған кеүек. Көн дә уларҙы көтөп, бергә пландар ҡороп, бер ҡалаҡтан ашап йөрөгән балаларым. Һәр береһенең алдына юғары талаптар, маҡсаттар ҡуям. Шуға ынты­лырға көс-дәрт, ышаныс бирәм. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, бейеү һәр ваҡыт уларҙың күңелендә. Алмашҡа икенселәр килә, мин тағы шул уҡ юлдан үтәм, яңы бейеүселәр әҙерләйем. Уҡытыусының эше шуға ҡоролған, – тип яуаплай хореография буйынса педагог.

Радик Бакиров үҙе лә – ишле ғаилә башлығы. Улы Салауат  бейей, ҡыҙҙары Айсель менән Айнель әле сабыйҙар, әммә аталарына эйәреп, бейеү сәнғәтен үҙ итәләр. «Бейеү – ул иң элек сәләмәтлек», – тип ҡабатларға ярата Радик Шамил улы. Ҡатыны йөҙөндә ышаныслы ярҙамсыһын тапҡан. Йырлы-моңло Сыңғыҙ ауылында тыуып үҫкән Юлиә, иҡтисад белгесе булһа ла, иренең һөнәрен яҡшы аңлай. 

– Концерттар ойоштороу мәлдәрендә, студияның документацияһын алып барыуҙа ҡатыныма еткән белгес юҡ. Ул – минең уң ҡанатым. Бәхетлемен. Илһамландырыусы, ҡанатландырыусы, дәртләндереүсе яҡын кешем бар. Ғаиләлә аңлашыу булғас, эшемдә барыһы ла яҡшы. Ир менән ҡатын татыу, башҡаларға үрнәк булып йәшәүгә ни етә?!

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: