Бөтә яңылыҡтар

Күңел бөтөнлөгөнә ынтылыш

Һәр мәктәптең йөҙөн билдәләгән уҡытыусылар була. Уҡыу йортоноң абруйын күтәреүҙә ундай шәхестәрҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Әбйәлил районының Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһы хаҡында һүҙ алып барғанда, иң элек профсоюз ойошмаһы эше, уның етәксеһе Илүзә Ишбулат ҡыҙы Ғәлиәкбәрова күҙ алдына баҫа.

Илүзә Ишбулат ҡыҙы гимназияла 1994 йылдан, йәғни асылғандан алып, эшләй. Биология һәм химия фәндәренән белем биреүҙән тыш, алдынғы уҡытыусы бына нисәмә йыл инде гимназияның профсоюз комитеты эшен дә алып бара, хаҡлы ялдағы хеҙмәттәштәре һәм мәктәптә эшләүсе һәр кемдең тормошо, хәле тураһында даими хәбәрҙар. Йәш уҡытыусыларға, гимназияның техник персоналына һәм бигерәк тә ауыр хәлдә ҡалғандарға, балаларға ойошманың ярҙамы ҙур. Уҡыусыларҙы дәрестән тыш тәрбиәләү буйынса ла байтаҡ эштәр башҡарыла. Ойоштороу һәләтенә эйә Илүзә Ишбулат ҡыҙы мәктәптең мәҙәни тормошона яңы һулыш өрә, тиһәк тә хата булмаҫ. Ниндәй генә саралар уҙғарылмай гимназияла! Алдынғы тәжрибәне йәлеп итеп, уҡытыусылар педагогик йоғонтоноң аныҡ алымдарын файҙалана һәм, синыфтан синыфҡа маҡсатҡа йүнәлешле, системалы эшләп, уҡыусыларҙың белеме киңәйеүенә һәм тәрәнәйеүенә, уларҙың әхлаҡи-сәйәси тойғолары байыуына, гражданлыҡ әүҙемлегенең үҫеүенә өлгәшә. Район кимәлендә уҙғарылған сараларҙан тыш, һайлау кампаниялары осоронда гимназия депутаттар менән яҡындан тороп эш алып бара. Ҡайғылы, ауыр хәлдә ҡалғандарға профсоюз ойошмаһының ярҙамы ҙур.
Гимназияла ғилми-ғәмәли конференциялар, семинарҙар йыш уҙғарыла. Тәжрибәле уҡытыусы балаларҙың фәнни-эҙләнеү эштәренә ҙур иғтибар бүлә. Йәш коллегаларына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, дәрестәргә алдынғы эш алымдарын индереүгә күп көс һала, биология дәрестәрендә тыуған яҡ тәбиғәтен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә.
Үҙенең эш дәүерендә Илүзә Ишбулат ҡыҙы өс класс сығарҙы. Әлеге көндә ул – 6 «Б»ла синыф етәксеһе. Республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурс-фестивалдәрҙә йыш ҡатнаша улар. Мәҫәлән, тәбиғәткә арналған республика бәйгеһендә беренсе урынға сыҡһалар, «Рәсәй һыуҙары» Бөтә Рәсәй конкурсында – диплом, «Будильник»та йәнә беренсе урынды алыуға өлгәштеләр. Уҡыусыларынан Руслана Нишанова, биология фәне буйынса халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашып, дипломант исемен алды, Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән бәйгелә ул еңеүсе исемен яуланы. 10 «А» синыфы уҡыусылары Вилдан Батталов, Диана Рысйәнова менән Дарина Сәғитовалар химия буйынса үткәрелгән олимпиадала – икенсе урын, 11 «Б» синыфынан Ләйсән Баязитова һәм йәнә Диана Рысйәнова биология буйынса халыҡ-ара бәйгелә дипломант һәм еңеүсе исемен алыуға өлгәште.
Илүзә Ишбулат ҡыҙының эше юғары баһаланған. 2009 йылда ул Рәсәй Президенты грантына һәм Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ булды. 2019 йылда иһә «Бала саҡтың 10 йыллығы платформаһы»нда – лауреат, ә быйыл «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» республика бәйгеһе финалисы булып танылды. 1997 йылдан алдынғы педагог химия һәм биология уҡытыусыларының район берекмәһе етәксеһе лә. Быларҙан тыш, ул тәрбиәләнеүселәренең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе буйынса әҙерлек эштәре алып бара, йәш быуынды шәхес итеп үҫтереү өсөн яна.
Кешенең йәшәйеше – күркәм донъя көтөү, тәрбиәле балалар үҫтереү, илем, телем, тип ил йөгөн иңгә һалыу, һәр ваҡыт үҙ өҫтөндә эшләргә тырышыу. Беҙҙең профсоюз ойошмаһы етәксеһе ошо изге уй-ниәттәр менен йәшәй. Тормош иптәше Шәфҡәт Ғәлиәкбәр улы менән матур ғаилә ҡороп, өс бала үҫтерҙе. Илдар, Башҡорт дәүләт медицина университетын бөтөрөп, аспирантурала уҡып йөрөй. Икенсе улдары Радмир, Н. Носов исемендәге Магнитогорск техник университетын тамамлап, Өфөлә эшләһә, ҡыҙҙары Эльвина Асҡар урта мәктәбенең 11 «Б» синыфында белем ала.
Гелән яҡты теләк-ниәттә йәшәгәндә, даими үҫешкә ынтылғанда, ҡуйылған һынауҙарҙы еңелерәк үтербеҙ, тигән уй-ынтылыштар менән йәшәй Илүзә Ишбулат ҡыҙы. Уға артабан да яратҡан эшендә уңыштар, ғаиләһендә именлек юлдаш булһын.

Зөһрә Кашапова.

Әбйәлил районы.

Читайте нас: