+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
26 Декабрь 2020, 17:37

Еңеү килтергән дәрес

Уҡытыусы һөнәренең мөһимлеге ниндәй заманда ла үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Кешеләр йыһанға оса, ҙур асыштар яһай, ҡаһарманлыҡҡа бара, илем, телем, тип илһөйәр булып үҫә. Ошо башланғыстарҙың барыһына ла тәүге орлоҡтарҙы уҡытыусы сәсә. Айырыуса тел, мәҙәниәт, тарихыбыҙ әһәмиәтен, баһаһын аңлатҡан дәрестәр өсөн яуаплылыҡ тулыһынса педагог иңенә ята. Баланың күңеленә асҡыс табыусы ла, уны тәрбиәләүсе лә – уҡытыусы ул...

Борай ауылы 2-се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф отличнигы Ләйсән Муллағәлиева өсөн был һүҙҙәрҙә – ысынбарлыҡтың үҙе. Уҡытыусы һөнәрен һайлағанда уҡ туған телде өйрәнеүҙең баһаһын аңлап эш иткән педагог ул.
Бынан 11 йыл элек башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйсән Ришат ҡыҙы бер төркөм хеҙмәткәрҙәре менән ситтән тороп Бөрө дәүләт педагогия академияһына уҡырға инә. Икенсе юғары белем алыуға уны төбәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына булған ихтыяж этәрә. Теләген белдергәс, мәктәп директоры аптырап ҡала.
– Үҙебеҙ уҡыйбыҙ һәм балаларға туған телдән белем бирәсәкбеҙ, – тип, Ләйсән Муллағәлиева үҙ һүҙендә ныҡ тора.
Уҡытыусылыҡ һөнәре менән ул ғаилә династияһын дауам итеүсе, тип билдәләргә мөмкиндер. Әсәһе Рәзинә Хәмит ҡыҙы мәктәптә туған телдән белем бирә. Ағаһы физкультуранан уҡыта. Тик, үкенескә ҡаршы, урын булмау сәбәпле, Себер тарафтарына эшкә китергә мәжбүр була. «Ә бит ул кеше урынында ваҡытлыса уҡытҡан мәлдәрҙә лә көрәш буйынса район чемпиондарын әҙерләп сығарҙы», – ти Ләйсән. Бер туған ҡустыһы ла, уҡытыусы булыуға ҡарамаҫтан, шулай уҡ ситкә йөрөп, башҡа өлкәлә эшләй.
Ләйсәндең тормош иптәше донъянан бик иртә фажиғәле китә. Ике бала менән тороп ҡала ул. «Ағайымдың спорт яратыуы, сәләмәт тормош яҡлы булыуы арҡаһында улым да спорт менән дуҫ. Көрәш батыры ул. Әсәйем, ҡустым, һеңлем балаларымды ҡарауҙа һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙҙы», – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша мөғәллимә. Бөгөн ике балаһы – ике ҡанаты. Улы Айнур БДУ-ның Бөрө филиалында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау инженеры һөнәрен үҙләштерә, ҡыҙы Ләйлә – йәмәғәтсе, башҡорт теле олимпиадаһының еңеүсеһе, мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, БДМУ-ның беренсе курсында белем ала.
Уҡытыусы Ләйсән Муллағәлиева дәрестә үҙе йәшәгән төбәк һөйләше үҙенсәлектәрен (диалектын) һәр саҡ балаларға матурлап аңлатып китеүҙе бурысы итеп ҡуя: «Әҙәби телдә булып та беҙҙең ерлектә бөтөнләй ҡулланылмаған йә диалектта бер төрлө, дәреслектә икенсерәк яңғыраған һүҙҙәр ҙә бар. Уларға көн дә иғтибар итәбеҙ, шуға әҙәби тел менән урындағы һөйләш бер бөтөн икәнлегенә төшөнөп үҫә улар. Һуңғы йылдарҙа дөйөм һүҙлек өҫтөндә эшләүгә лә күп көс һалырға тура килә. Уҡыусылар өйҙә рус телендә аралашыу арҡаһында күп һүҙҙәрҙе аңлап бөтмәй. Уларҙың әҙәби телдә һөйләшеүен тағы ла камиллаштырыу, әйтелешен ҡуйыу маҡсатынан сығып, байтаҡ саралар ҙа үткәрәбеҙ. Әнғәм Атнабайҙың ижад кисәһен әҙерләнек, Мостай Кәримдең оло юбилейын үткәрҙек. Былтыр беренсе тапҡыр Башҡорт юниор КВН лигаһында уңышлы сығыш яһаныҡ», – ти алдынғы уҡытыусы.
Ләйсән Ришат ҡыҙы эшләгән гимназияла төрлө йүнәлештәр буйынса профилле уҡытыу алып барыла, математика, физика, химия, йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәренә ҙур иғтибар йүнәлтелә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: