+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәренең оҫтаһы
1 Декабрь 2020, 13:49

Яҙмышын үҙе яҙа

Зөлфиәне эш урынында күргән кешеләр уны үҙ ролен ғәйәт бирелеп, яратып башҡарған актрисаға оҡшатыр. Юҡ, ул уйнамай. Күҙҙәрен осҡонландырып йылмайыуы, һомғол буй-һыны, бөхтә генә итеп һалынған сәстәре аҡ халатлы ханымды күктән төшкән фәрештә һымаҡ итә, уның янында үҙеңде ҡояшлы, яҡты бер киноға барып эләккәндәй тояһың. Ғәҙәттә, теш һыҙлауын дошманыма ла теләмәҫ инем, тиҙәр. Ныҡлап ауырта башламаҫ борон уларҙы тәрбиәле тотһаң, йыл да табиптарға күренеп торһаң, ундай күңелһеҙ хәлде булдырмаҫҡа ла мөмкин бит. Эйе, баш ҡаланың 2-се стоматология поликлиникаһында эшләгән Зөлфиә Замир ҡыҙы Минһажеваға ауыртыныуҙан дауа эҙләп киләләр һәр ваҡыт. Ә инде уның менән танышҡандарҙың мөләйем, алсаҡ табип янында булаһы килеп кенә торалыр, тием.

«Теш табибы булам!..»
Зөлфиә Минһажева Ишембай районының Ҡолғона ауылында Арыҫлан йондоҙлоғо аҫтында донъяға килә. Унан башҡа ғаиләлә ағаһы һәм ҡустыһы бар. Берҙән-бер ҡыҙ бала булараҡ, наҙлы ғына, иркә генә буй еткерә. Әсәһе Нурия Хызыр ҡыҙы ауылда шәфҡәт туташы булып эшләй. Атаһы, Замир Мостафа улы Ҡотоев, урман хужалығы техникумын тамамлағандан һуң, урмансы итеп тәғәйенләнә. Ғүмер буйына ошо өлкәлә хеҙмәт иткән уҙаман оҙаҡ йылдар урман базаһы начальнигы йөгөн тарта. Балалары, ҙурайып, өйҙән сығып китеп бөткәс, ҡатыны менән улар ҙа Өфөгә күсенә. Әсәһе, хаҡлы ялда булһа ла, 43-сө поликлиникаға урынлаша. Атаһы ла ҡул ҡаушырып ултырмай – Яғыулыҡ-энергетика үҙәгендә эшләй.
Зөлфиәнең оло ағаһы Земфир Замир улы, табип һөнәрен һайлап, гүйә, туғандарын да үҙе артынан эйәртә. Ул – микрохирург, әлеге ваҡытта Эске эштәр министрлығы поликлиникаһында баш табип вазифаһын башҡара, подполковник, медицина фәндәре кандидаты. Бәләкәйҙәре – Азат Замир улы – 21-се дауаханала хирург-эндоскопист булып эшләй. Бала саҡтан, теш табибы булам, тип хыялланған Зөлфиә лә теләгенә ирешә. Өләсәһе, хәҙер инде мәрхүмә Сания Мырҙабаева, ҡыҙыҡай менән урманға йөрөгәндә шифалы үләндәрҙең тылсымлы көсө хаҡында һөйләй. Тештәрҙең ынйы кеүек ап-аҡ, һау булырға тейешлеге шул ваҡытта ҡанына һеңгәндер ҙә.
Ишембай гимназияһынан һуң Өфө медицина колледжына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетында белем ала. «Бәлки, икенсе факультетты һайларһың?» – тиҙәр яҡындары, ҡыҙҙың был аҙымы ни тиклем ышаныслы яһалыуын тикшергәндәй. Юҡ, был юл минеке, ти эске тауышы. Һәм яңылышмай ҙа. Был инанысы колледжда уҡығанында нығына. Кем белә, әгәр тура юғары уҡыу йортона инеп китһә, бәлки, яҙмышы башҡасараҡ та булыр ине.
Үҙенә ҡағылышлы әсәһенең теләктәрен иҫләй: ҙурайғас, табип булһаң ине, тип ярата ул ҡыҙын гел. Ә Зөлфиә үҙе, тормош иптәшем дә табип булһын ине, тип уйлап ҡуя. Әлеге өлгәшелгәндәре, ҡаҙаныштары – барыһы ла башта уның хыялында яралған, имеш. Ә, бәлки, яҙмышын алдан һиҙемләү ҙә булғандыр.
Йәштәрҙең танышып китеүенә лә 2-се стоматология поликлиникаһы сәбәпсе. Зөлфиә – практика үтергә килгән, ә буласаҡ тормош иптәше Ильмир табип булып унда эшләп йөрөгән ваҡытта киҫешә уларҙың юлдары. Бер-береһенә тартылыу көсө үҙенекен итә: Зөлфиә диплом алғас, улар гөрләтеп туй яһай.
Ғаиләм – ҡәлғәм
Ә бына Зөлфиәнең 8 йәшлек ҡыҙы Риана теш табибы түгел, ә йырсы булырға хыяллана. Хәйер, бишектәге бала бишкә төрләнә, тиҙәр. Бәлки, фекере үҙгәрер әле. «Ҡыҙымдың күңеле йырлай, ул моңланмай тора алмай», – ти әсә. Риананың һүҙен һүҙ итә торған бала булып үҫеп килеүенә һөйөнә ул.
Бәләкәй саҡта урман ҡосағында, бесән сабып, еләген, шифалы үләндәрен йыйып үҫкәс, аҙна һайын тәбиғәттә булырға, ҡайҙалыр сәйәхәткә барырға кәрәк уға. Шунһыҙ ял – ял түгел Зөлфиәгә. Ярай ирендә балыҡсы ҡомары көслө. Шуға ла ялдарҙа тик ултыр­майҙар. Төрлө илдәр гиҙергә яратыу ҙа уларҙы берләштерә. «Бергә эшләүе ҡыйын түгел, ирем – парадонтолог, теш ҡаҙнаһына операциялар яһай, ә мин дауалау менән булам. Ҡайһы ваҡыт һөйләшә-кәңәшләшә бер пациентты дауаларға тура килә. Бер-беребеҙ менән эштә осрашмай ҙа киткән саҡтар була. Быныһы инде ҡыҙыбыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмау өсөн уңайлы», – ти Зөлфиә.
Байтаҡ замана ҡатын-ҡыҙҙары кеүек, ул да «тимер ат»ты ауыҙлыҡлаған. Ирен гел генә борсомай, һәр ваҡыт алып йөрөй алмауы ла мөмкин бит. Ваҡытты дөрөҫ файҙаланыу, теләгән ереңә һуңламай барып етеү өсөн автомобилде үҙеңә йөрөтөү ҡулай.
Күп осраҡта тормошҡа һәм кешеләргә юмор менән ҡарау, мәрәкәгә бороу уны көслө итә. Күңелендә әллә күпме сюжеттар йөрөтә Зөлфиә. Һәр ҡатын-ҡыҙҙағы көслөрәк йә әҙерәк беленгән икенсе кешенең халәтенә инеп ҡарау, кисереү, аңлау, бер нәмәгә ҡарамай алға ынтылыу, тормошто һөйөү ихтыяжылыр ул – ижад итеү. Зөлфиә лә бит яҙмышын үҙе яҙа. Уның көнсығыш стилендәге сағыу фатиры ла – күңел донъяһының сағылышы. Кейемдәрҙе лә ул үҙенең йәненә ятҡанса яҡты төҫтәрҙән һайлай. Булмышы менән Зөлфиә – кешеләргә өмөт, дәрт өҫтәүсе, йылытыусы, шифа биреүсе. Уй ҙа бит тиҙ генә ғәмәлләшеүсән. Шуға уның уйҙары – яҡты, хыял офоҡтары – киң. Зөлфиә үҙенә өмөтләнеп килгәндәргә йылмайып өндәшә: «Барыһы ла яҡшы буласаҡ!» Һәм ҡулынан килгәнен юғары оҫталыҡ менән башҡарып та ҡуя. Барыһы ла яҡшы буласаҡ! Шуға ышанайыҡ.
Александр Данилов һәм ғаилә архивы фотолары.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2020) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: